Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Февраль 2022, 10:18

Тымау башланғанда...

Тымау тейгәндә түбәндәге халыҡ дауаһы ярҙам итер:

Тымау башланғанда...
Тымау башланғанда...
  • 1 ҡалаҡ ромашкаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, биш сәғәт йылыла төнәтергә кәрәк. Шунан болғатырға, һөҙөргә һәм көнөнә өс тапҡыр танауға тамыҙырға.
  • 3 ҡалаҡ ваҡлап туралған һуғанға 50 мл йылы һыу ҡойорға, ярты балғалаҡ бал өҫтәп, ярты сәғәт тоторға. Был һыуҙы көнөнә өс тапҡыр танауға тамыҙып торорға.
  • Һуған һәм һарымһаҡты ваҡлап турап, көнөнә дүрт тапҡыр 10-15 минут тирәһе танау һәм ауыҙ аша һулап ултырырға.
  • Тымаулай башлағас та, табанға горчичник ҡуйып, ҡалын йөн ойоҡ кейергә һәм ике сәғәт үткәс, алып, ун минут бүлмә буйлап шәп-шәп атлап йөрөп алырға кәрәк.
  • Танау эсенә каланхоэ япрағының һутын күп итеп һөртөргә. Көнөнә биш тапҡыр танауҙың ике тишегенә лә 4 тамсы алоэ һутын тамыҙып торорға.
  • Танауҙың ике тишегенә лә 5-6 тамсы сөгөлдөр һутын тамыҙып, мамыҡ тампондарҙы шул һутҡа манып, танауға тығып йөрөргә.
  • Бер ус эвкалипт япрағына ҡайнар һыу ҡойорға һәм башты таҫтамал менән ҡаплап ултырып, күтәрелгән быу менән тын алырға. Тик тынды танау менән алып, уны ауыҙ аша сығарыу мөһим.
  • Тымау ныҡ йонсотҡан осраҡта ҡыҙған табаға ҡойолған һеркәнән күтәрелгән боҫ менән тын алып ҡарарға мөмкин.
  • Нашатыр спиртына сылатылған мамыҡты танауҙың ике тишеге менән сиратлаштырып еҫкәргә.
  • Керән, арыш оно һәм балды бер тигеҙ нисбәттә һалып бутарға. Килеп сыҡҡан ҡамырҙан йәймә яһап, танау биленә һалырға. Был рәүешле мотлаҡ өс төн дауаланырға.
  • Танауға көнөнә өс тапҡыр кәбеҫтә һуты тамыҙып торорға. Табандарға йод һөртөргә һәм ҡоро гәрсис һибелгән йөн ойоҡ кейергә кәрәк.
  • Танауҙың лайлалы тиресәһенә вазелин һөртөргә, шунан танауҙың ике тишегенә лә ыуалған һарымһаҡ һөртөлгән мамыҡ тығырға. Был процедураны көнөнә өс тапҡыр эшләргә.
  • Һарымһаҡ майы ла тымау тейҙергәндә файҙалы дауа. Бер һарымһаҡ бүлкәһенә бер ҡалаҡ үҫемлек майы ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға, иртәнсәк һөҙөп алып, тәүлек дауамында 3-4 тапҡыр танауға тамыҙып йөрөргә кәрәк.
  • 1 ҡалаҡ ҡаты итеп ҡайнатылған ҡара сәйгә ярты балғалаҡ бал һәм 15 тамсы эвкалипт төнәтмәһе ҡушып бутағыҙ. Эвкалипт төнәтмәһен дарыуханала табырға була. Килеп сыҡҡан дарыуҙы көнөнә 3-4 тапҡыр бишәр тамсыға тиклем танауға тамыҙырға ярай. Уны хатта бәләкәй балаларҙы дауалағанда ла ҡулланырға була.

Был дөйөм мәғлүмәт өсөн тәғәйенләнә һәм медицина белгестәре кәңәштәрен алыштыра алмай. 

Тымау башланғанда...
Тымау башланғанда...
Автор:
Читайте нас: