Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Март , 20:28

Уртаҡ ир (хикәйә)

“Артур... Мине эҙләп йөрөмә... Мин башҡаны яратам, ул егет мине ауылда көтә. Ғәфү ит ошоға тиклем мин һине алдап йөрөттөм... Туй күлдәген һәм балдаҡты ҡалдырырмын... Ғәфү ит мине... Тәслимә

Уртаҡ ир (хикәйә)
Уртаҡ ир (хикәйә)

Әҡлимә – Артур – Тәслимә

Ауыл клубы... Йыйылған халыҡтың иҫәбе-һаны юҡ, олоһо ла кесеһе лә килгән... Әлегә тиклем никахлашыуҙарҙы ауылда ҡәҙимгесә, ябай ғына үткәрә торғайнылар. Ә был юлы бер нисә көн элек белдереү эленеп торҙо. Иртәнсәктән урам яңғыратып музыка уйнаны. Ҡаланан килгән әртистәр түләүһеҙ концерт ҡуйҙы, ауылдыҡылар бушлай өҫтәлдәргә ҡуйылған тәмле ашамлыҡтар менән һыйланды, йәштәрҙең килеүен көттө...

Ҡыҫҡаһы, Әҡлимә ауылдаштары шаҡ ҡатырлыҡ, онотолмаҫлыҡ, башҡа туйҙарҙан айырылып торһон өсөн аҡсаһын да, фантазияһын да йәлләмәне. Төш яҡынлашҡас, урам осонан сәскәләргә, таҫмаларға биҙәлгән тиҫтәләгән еңел машина, әлегә кешеләр тик телевизорҙа, киноларҙа ғына күргән оҙон аҡ лимузинға эйәреп төрлө ауаздар менән һауаны яңғыратып, саң борлатып килеп туҡтаны. Никах теркәү тантанаһы гөрләп үтте: сәскәләр, ҡотлау һүҙҙәре, шампан сәсрәтеүҙәр, йыр-бейеүҙәр...

Аҡҡоштай ап-аҡ кейемле, ҡояштай балҡыған бәхетле кәләше янындағы Артур, күпме кейәүгә оҡшатырға тырышмаһын, йөҙөнә йылмайыу инмәне, сибәр ҡыҙ янында ҡарт ир булып күренде ул. Күңелдә шатлыҡ урынына Әҡлимәһенә нәфрәт уты тоҡанғайны. Уның өҫтөндәге туй күлдәге, бармағындағы балдаҡ таныш инеләр. Ҡасандыр уларҙы Артур Тәслимә менән һатып алғайны. Ә Әҡлимә үҙәк универмагтан алдым тине. Тағы ла бөгөн кәйефте ҡырғаны – уның туй күлдәгенән һиҙелерлек ҡабарып торған ҡорһағы. Нимә тыҡҡандыр инде унда, ул үҙе лә һиҙмәй әйләнгән һайын төҙәткеләп ала ине. Өҫтәүенә күҙҙәр ҡунаҡтарҙы күпме байҡаһа ла, Тәслимә күренмәне...

Клубтан һуң ҡунаҡтар, никахлашҡан йәштәрҙе уртаға алып йырлашып-бейешеп, туй үтәсәк өйгә йүнәлде. Теләр-теләмәҫ кенә ҡултыҡлаған Әҡлимәһенә һөйрәлеп килгән Артур ҡапҡа алдында ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыусылар араһында Тәслимәне күреп ҡалды ла аҙымдарын йышайтты. Ләкин бала күтәргән балдыҙы әйләнеп инеп китеп юғалды...

Бынан Артурҙың кәйефе күтәрелеп киткәндәй булды. Быны һиҙепме, тупһаға аяҡ баҫҡас, Әҡлимәһе терһәген нығыраҡ ҡыҫты ла: “Ҡара уны, янымдан бер аҙымға ла китмәйһең, йәме?” — тип һалдырҙы. Ләкин туйлаусылар берәмләп ҡотлай башлағайны, ул алдан ҡыҙғаныу ҡатыш әйткән һүҙҙәрен онотто. Тиҙҙән ул аҡсалы конверттарҙы алдына өйөп, башҡа бүләктәрҙе эргәһенә теҙеп, түҙемһеҙлек менән сираттағы ҡотлаусыны көтөү менән мәшғүл ине.

Күбеһе таныш булмаған ҡунаҡтар кейәүҙе тәбрикләп бармаҡтарын ҡаты ҡыҫып ауырттырып, арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйөп, сикәләренән үбеп шайыҡлап бөттө. Һәр ҡайһыһы уның менән сәкәштереп эсергә тырышты.

— Ҡәҙерле апайым һәм еҙнәй! Мин һеҙҙе яҙмыштарығыҙҙы бәйләүегеҙ менән ҡайнар ҡотлайым... Бәхетле, тиң ғүмер итеүегеҙҙе теләйем... — тип ҡотланы уларҙы Тәслимә. — Минән һеҙгә, ғаиләгеҙ ҡаҙнаһына, бер аҙ аҡса һәм икегеҙгә берәр яҫтыҡ һәм юрған, — тип апайын ҡосаҡлап үбергә ынтылғайны, уныһы: “Ярар, күп лаҡылдама... Яҫтыҡ, юрған әсәйҙәрҙекелер инде”, – тип ыҫылданы.

Тәслимә, йәш бәреп сыҡҡан күҙҙәре менән еҙнәһенә һирпелеп ҡараны ла, әйләнеп сығып китте. Көтөлмәгән осрашыуҙан Артур иҫенә килеп, уйҙарын да йыйып өлгөрмәне, уның күҙҙәрендә һүнмәҫ һөйөү, тәрән һағыш һәм үпкәләү сатҡылары күрҙе. Түҙемлеге бөттө уның, янында ултырған Әҡлимәһен атып бәргәндәй булды, асыуынан арына алмай рюмка артынан рюмка күтәрҙе. Йөрәк әрнеүе сыҙарлыҡ түгел ине шул... “Нишләнем мин алйот?! Ошонда үҙ туй күлдәген, балдағын кейеп Тәслимә ултырырға тейеш ине бит...” — тигән уй мейене ҡайнатты.

Тамам иҫерек кейәүҙең өҫтәл артынан тороп киткәненә берәү ҙә иғтибар итмәне. Артурға хәҙер диңгеҙ тубыҡтан ине. Ҡараңғыла, сайҡала-һуғыла, саҡ эҙләп тапты ул аласыҡты. Эстән бикле ишекте туҡылдатып тауыш бирҙе, ләкин Тәслимә асырға уйламаны:

— Нишләйһегеҙ, еҙнәй?! Зинһар китегеҙ, мине оятҡа ҡалдыраһығыҙ бит... Хәҙер апайым күреп ҡалһа. Эй, аллам, ниңә миңә шундай язалар бирәһең... – тип сеңләп илап ебәрҙе.

Һаман үҙенекен ныҡышҡан “төнгө ҡунаҡты” уянып сәрелдәгән бала тауышы ғына аңына килтерҙе. Ишек аша ғәфү үтенеп, кире өйгә табан атланы Артур. “Ысынлап та, Әҡлимә килеп сыҡһа? Ул бит һеңлеһен тереләй ашаясаҡ!” – тип уйланы ул. Ләкин уныһы өҫтәл артында күренмәне. Ә ҡунаҡтар зыу ҡубып бейешә ине.

Әҡлимәһен бүлмәләрҙең береһендә тапты: “Әйҙә, кәләш бейергә, беҙҙе саҡыралар бит...” тип өндәшкәйне, уныһы әйләнеп тә ҡарамай: “Ярай, ярай... өлгөрөрбөҙ әле. Бар, ҡамасаулама, үҙең бейеп тор”, — тип екерҙе. Ул донъяһын онотоп әхирәте менән туйға төшкән бүләктәрҙе һанап, хаҡтарын иҫәпләп ҡаңғыра ине. Өҫтәлдә терһәге янында бәләкәй генә ике яғына таҫма тегелгән яҫтыҡ — яһалма ҡорһаҡтың эсе ята ине. Артур уны ҡулына алды ла:

— Ярар, мин киттем, оҙаҡлама... Ә был “ауырыңды” кире бәйләп алырға онотма! — тип битенә бәреп әйләнеп сығып китте.

Уныһының иҫе китмәне, һаман ҡағыҙ битендә сыймаҡлауын белде. Тупһала оҙаҡ уйланып ултырҙы кәләше лә, ҡунаҡтары ла онотҡан “кейәү”. Уға хәҙер барыбер ине... Туй ҙа, Әҡлимә лә кәрәкмәй, тик Тәслимә генә ине уйында...

Был юлы Артур ишекте туҡылдатып торманы, таҡта араһына тарағын тығып, келәне күтәрҙе лә инде. Һүлпән генә янған төнгө лампа яҡтыһында эленеп торған сәңгелдәк янындағы карауатта бөгәрләнеп Тәслимә серем итә ине... Ул янында тубыҡланып сәстәренән һыйпап ҡолағына ниҙер шыбырлаған, ҡасандыр бәхетле көндәрен үткәргән кешеһенә һаташыпмылыр, ауыҙ эсенән ниҙер мығырлап һыйына бирҙе. Төш күрәм, тип уйланы, күрәһең. Инде ирендәр ҡушылғас ҡына Тәслимә һиҫкәнеп уянып китте. Ҡобараһы осоп, Артурҙы алып ташларға маташты, ләкин булдыра алманы. Ҡысҡыра ла алманы, хәленән килгәнсә тартҡылашып ҡараны ла, хәле бөттөмө, әллә шул таныш наҙлауҙарға иренеме — тынысланды...

Һыҙылып таң ата башлағанда ғына Тәслимә һөйөклөһөн оҙатты. Күпме генә ҡабаландырмаһын, Артурҙың айырылғыһы килмәне, ишек төбөнә бара ла кире боролоп, Тәслимәһен ҡыҫып ҡосағына алып иркәләргә тотона.

Гонаһлы ирҙең бәхете бар икән... Әҡлимә туйҙа күренмәне, ә ҡунаҡтар “баш төҙәтеү” менән мәшғүл ине. Бер кем кейәүҙең ҡайҙа юғалғаны менән ҡыҙыҡһынманы. Ә Артурға туй ҙа, улар ҙа, хатта кәләше лә кәрәкмәй ине хәҙерге ваҡытта. Ғәрлек утында яна ине ул. Тәслимәһе менән аңлашҡас, үҙенең генә ғәйепле булыуын, төҙәтә-күтәрә алмаҫлыҡ хата яһағанын аңлап, өҙгөләнде. Шулай итеп, ахмаҡлығы арҡаһында хикәйәмдең геройы ике ут араһында ҡалды, уртаҡ иргә әйләнде, етмәһә бер туғандар: апайлы-һеңлеле ҡосаҡтарында: береһендә туңһа, икенсеһендә ирене...

Тиҙерәк ҡалаға ҡайтып киткеһе килде Артурҙың... Әҡлимәһе лә оҙаҡ көттөрмәне, килеп инде. Ул башлап ҡаҙалмаһын өсөн:

— Кәләш, ҡайҙа йөрөйһөң һин?! Ҡайтырға кәрәк бит, — тип үпкәләгән булды.

— Ҡайтабыҙ, ҡайтабыҙ, һөйөклөм... Арығанһыңдыр инде, аңлайым... Магазинга барып ике йоҙаҡ һатып алдым, туйға байтаҡ мебель төшкән. Шуларҙы бикләп ҡуйырға кәрәк, бушаһаҡ, килеп алырбыҙ әле... Ҡара әле, Артур, аҡсаны мул һалғандар, ошоноң кеүек ике-өс туй үткәрерлек... Ярлыларҙы саҡырманым шул... – тип тәтелдәне “законлы ҡатын”.

Уртаҡ ир

Туйҙан һуң киләсәкке тормошо тураһында ныҡлап уйланды Артур. Әҡлимә менән башҡаса йәшәй алмаясағы көн кеүек асыҡ ине. Уны ташлап Тәслимәһенә күсергә ине лә ул... “Ул саҡта мин уны мәсхәрәгә ҡалдырасаҡмын. Ирһеҙ бала табып исемгә ҡалыуы етмәгән, апайының ирен тартып алған, тип бармаҡ төртөп көләсәктәр, өҫтәүенә Әҡлимә лә ҡоролай ҡалдырмаясаҡ... Ярай, әлегә тормош үҙ яйы менән барһын әле. Ваҡыт үҙенекен итер. Моғайын, берәй әмәлен табырмын. Әҡлимә менән араны боҙорға ярамай, түҙеп йәшәргә кәрәк. Иң мөһиме һеңлеһе менән яңыртылған мөнәсәбәтте һиҙҙермәҫкә ине уға...” — тип яҙмышы менән ризалашты ике уртала ҡалған ир.

Хәҙер һәр аҙымын самалап, уйлап ҡына уйлап ҡына баҫырға тура килде Артурға. График буйынса эшләгәс, ауылға барып йөрөргә мөмкинлек юҡ. Шуға күрә ул автортранспорт предприятиеһына шофер булып урынлашты. Быға ҡатыны: “Ниңә минең менән кәңәшләшмәйенсә эшләйһең? Хәҙер янымда һирәк һирәк буласаҡһың инде... Тегеләй, исмаһам, ике көн ялың бар...” – тип ризаһыҙлыҡ белдергәйне.

— Һине һаҡлап ултырып миңә ни файҙа? Әлегә һуң түгел, әҙерәк донъя күреп алайым әле... Өйҙә, ней, күңелһеҙ... Ней, бала тапмайһың... Туйҙа эсеңә яҫтыҡ тығып йөрөгән булдың бит, хәҙер ауылдаштарыңа нимә әйтәһең инде? — тип ауыҙын япты Артур.

Иренең был һүҙенән һуң ҡыҙған табаға баҫтырҙылармы ни меҫкен ҡатынды: әсә булыу теләге менән янып, аҡсаны ла, ваҡытын да йәлләмәй, ҡайҙарға ғына йөрөмәне, ниндәй генә табипҡа күренмәне. Ләкин бала булмаясағын һәр табип иҫбатланы. Өмөтөн өҙмәгән ҡатын имсе-томсо әбейҙәргә лә күренеп ҡараны. Ахыр сиктә, бәлки, ире үҙе эшкинмәйҙер, тигән уй менән башҡалар менән йоҡлағыланы, ләкин ауырға ҡалманы. Ҡасандыр яһатҡан аборт шулай үҙен иҫкә төшөрҙө. Әҡлимә тамам төңөлдө... Был ғәйебенән ул баҫылып ҡалды, ирен дә элекке кеүек юҡ-бар сәбәп менән бәйләнеп, ҡаҙалып йөҙәтмәне.

Артур ҙа эшендә бер аҙ “йышылып” алғас, “КамАЗ” машинаһы биреп, йыраҡтарға йөрөтә башланылар. Хәҙер уға ауылға Тәслимә һәм ҡыҙы янына үткән-сүткәндә һуғылып йөрөргә мөмкинлек асылды. Тик уныһы башта килмәүен һорап илап-ялбарып маташты. Әммә тәкәббер, үҙ холоҡло Артур юл төшкән һайын килеп йөрөнө, йоҡларға ла ҡалғыланы. Йыш ҡына Тәслимәгә килеп йөрөгән оҙон сәсле, мыйыҡлы, таяҡҡа таянып атлаған аҡһаҡ ирҙе бер туған еҙнәһе икәнен ауылда, Артур машинаһын ҡалдырып йөрөгән яңы дуҫынан башҡа, бер кем дә белмәй ине. Хәҙер Тәслимә лә, апайынан ҡурҡыуы баҫылып, һөйгәненең килеүен өҙөлөп көттө.

Бәхетенә күрә, Артурҙың законлы ҡатыны иренең йыш ҡына

өйҙә ҡунмауына иғтибар итмәне. “Теләгәнем алдымда, бер нәмәгә лә ҡытлыҡ кисермәйем... Эсеп йөрөмәй, йәберләмәй. Миңә тағы ни кәрәк? Тик наҙы ғына эләкмәй... Арып ҡайталыр инде. Йәнә лә бала тапмағанға ла асыуы киләлер. Бәхетем, Тәслимәһен онотто... Уныһы ла бер зәғиф, сатан ир ишаратын эйәләтә башлаған...” – тип уйлай ине.

Бер ваҡыт был хәбәр үҙенә килеп ишетелгәс, машинаһы менән ауылға йөрөгөләне. Үҙ күҙҙәре менән күргеһе килде ул һеңлеһенең һөйәрен. Бер көндө Тәслимәлә булып, сәй эсеп ҡайтырға сыҡҡанда ҡапҡанан килеп инде уныһы. Баш һелкеп һаулыҡ бирҙе лә, хужа кеүек, аласыҡҡа инеп юғалды...

Ҡото осоп, ни әйтергә лә белмәй тапанып торған һеңлеһенә: “Бындай маймылды ҡайҙан таптың?! – тип мыҫҡыллы көлдө лә, машинаһының ишеген шартлатып ябып, саң борлатып күҙҙән юғалды. Аяҡтары ҡурғашланып аҙым да яһай алмай, өнһөҙ ҡалған Тәслимәне парикһыҙ, яһалма мыйыҡһыҙ һәм таяҡһыҙ, маймыл түгел, иҫән-һау Артур артынан килеп ҡосаҡлап алды...

Иртәгеһенә эштән ҡайтҡан иренә: “Ауылға барғайным... Тәслимәнең һөйәрен күрҙем. Бер ялбыр сәсле, сатан, ҡурҡыныс әҙәм шунда. Нәҡ шимпанзе инде... Ауыҙ эсенән һаулашып, әллә нимә мығырланы ла, үҙендәге кеүек өйгә инеп китте. Әллә бомж инде, алама кейенгән, һаҫып тора. Ярай, эҙләгәнен тапҡан!” — тип һөйөнсөләне.

Ире күңеленән генә үҙенең хәйләкәр булыуына ғорурланып ҡуйҙы ла: “Нимә ҡарайһың шунда? Барып йөрөмә кәрәкмәгәнгә, әйҙә төңөлөп ҡатһын! Башҡаса уның исемен минең алдымда ауыҙыңа ла алма, ишеткем дә килмәй! – тигән булды.

 

* * *

Ғүмер бит ул торған һыу түгел, йылға кеүек, туҡтап тормай аға ла аға... Берәүҙе ике ҡатынға ир иткән туйҙан һуң байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Улар араһында яғымлы, иғтибарлы булырға тырышты Артур. Әлбиттә, бар күңелен ул ҡыҙына һәм уның әсәһенә бирҙе. Киләсәктә барыбер бергә булырбыҙ тигән өмөт менән ҡалала ике бүлмәле квартира ла һатып алып ғаиләһен күсерергә уйлағайны, Тәслимә ауылды ташлағыһы килмәне. Үҙен йәлләмәне ул, көнөнә бер нисә тапҡыр ферма юлын тапап, быҙауҙар ҡараны, унан ҡалған ваҡыты балаһына, аҙбар тулы мал-тыуарға китте. Ҡаты сиргә юлыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды Тәслимә.

Табиптар унда яман шеш һәм тағы ла, әйтһәң, телде һындырырлыҡ диагнозлы ауырыу таптылар. Был турала ул Артурына өндәшмәне... Хәҙер инде Тәслимә ҡалаға күсергә мәжбүр булды. Ни тиһәң дә, ҡыҙына балалар баҡсаһы, үҙенә еңелерәк эш һәм тейешле дауа алыу мөмкинлеге буласаҡ. Быға апайы сикһеҙ ҡыуанды, тик һеңлеһенең үҙенә яҡыныраҡ булғанына түгел. Ауылдағы өй бушауы булды, ул бөтә кәртә-ҡураһы менән ҙур хаҡҡа һатып та ебәрелде. Һеңлеһенә өлөш тә сығарманы Әҡлимә.

Киреһенсә: “Һин мине, мин һине белмәйбеҙ был яғына!” — тип былай ҙа буш араларҙы бөтөнләйгә өҙөп ҡуйҙы... Ваҡыт үтә торҙо, бәхетенән үҙен күктең етенсе ҡатында тойған Артур көн һайын тиерлек йәшерен ғаиләһендә булды. Ата бәхетенән рәхәтлек кисерә ине ул: ҡыҙын һөйләшергә, атларға өйрәтте. Ашнаҡсы булып эшләгән әсәһе балалар баҡсаһына һирәк, Артур алыҫ рейста булғанда ғына йөрөнө.

Сос, өлгөр ата иртүк машинаһы менән өй алдына килеп туҡтап, сигнал биреп, донъяла иң ҡәҙерле кешеләрен көтөп торор булды. Барына хушһынмаған Артур Тәслимәһенә ғаиләне арттырайыҡ, тип йөҙәтә башланы. Һөйгәне өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә риза булған ҡатын һүҙһеҙ риза булды. Тик гинеколог ҡына быға ҡаршы килде, ундай ауырыуҙар менән бала табыуы хәүефле булыуын киҫәтте. Ләкин Тәслимә үҙ һүҙендә торҙо, иренең күңелен ҡалдырғыһы килмәне. Артур Әҡлимәһенән сығып китергә булып, аңлашыу өсөн уңайын көттө. Тик уныһы: “Хәҙер аҡса күп, әйҙә ҡала ситенән урын алайыҡ та ҙур итеп өй һалайыҡ. Мал-тыуар тотоп, ҡош-ҡорт үҫтереп йәшәгем килә”, — тип ирен “тышаулап” ҡуйҙы. Быны көтмәгән Артур ҡойолоп төштө һәм уның теләген үтәмәйенсә, ташлап сығып китеү ирлек булмаҫ тигән уй менән үҙ хыялын тормошҡа ашырыуҙы кисектереп торорға булды...

Артур – Тәслимә (етемәктәр)

Ташлап сығып китә торған бисәһенә көс-тир түгеп, ваҡыт үткәреп өй эшләргә теләге юҡ ине Артурҙың. Әҡлимәнең ай-вайына ҡарамай, әҙер йорт һатып алырға күндерҙе.

Икәүләшеп иғландар буйынса йөрөп, кәртә-ҡураһы төҙөк, ҙур баҡсалы алты бүлмәле өй алдылар. Ул бик уңайлы ерҙә урынлашҡан: автобус туҡталышы ҡаршыла, баҙар, магазиндар ҙа алыҫ түгел. Сикһеҙ бәхетле ҡатын, һатып алынған донъяны бер аҙ ипкә килтереп, Яңы йыл байрамына ҡунаҡтар саҡырып өйҙө туйларға хыялланһа, Артуры икенсе тапҡыр атай булыуҙы түҙемһеҙлек менән көттө.

Тәслимә дауаханаға ятҡас, Артур уға көн һайын барып йөрөнө. Хәҙер элекке парик, мыйыҡ һәм таяҡтың кәрәге юҡ ине. “Алла бирһә, йылды ғаиләм менән ҡаршы аласаҡмын һәм яңы тормош башлаясаҡмын... Етте ҡасып-боҫоп йәшәргә!” — тип үҙ-үҙенә һүҙ биргәйне ул.

Иң башта Әҡлимә менән айырылышырға; Тәслимә менән ЗАГС-тан үтергә; балаларҙы үҙенә яҙҙырырға; әсәләрен эшләтмәҫкә, ике бала менән генә сикләнмәҫкә... Шундай хәтәр хыялдар менән йәшәне Артур. Ләкин “Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй” тиҙәр.

Тәслимә декабрь уртаһында бәпәйләне, бынамын тигән тос, теремек малай бүләк итте, әммә уларҙы сығарманылар, дауаханаға күсерҙеләр. Быны Артурға: “Әсәһенең хәле хөртөрәк, бер аҙна-ун көн ятһын әле. Тейешле дауа алһын, нығынһын,” — тип аңлаттылар.

Ул арала Артурҙы Костромаға ебәрҙеләр. Ошоға тиклем һәйбәт йөрөгән “КамАЗ”ы юлда онталып, командировкаһы оҙаҡҡа һуҙылды. Ҡайтып еткәс, уны өҫтәлдә Әҡлимә ҡалдырған яҙыу көтә ине. “Артур! Тәслимә үлеп ҡалған. Мин дауаханаға киттем, унан ауылға сығам. Аңламаған хайуанды кешеләрсә ерләргә кәрәк бит. Ни әйтәһең, бер туған һеңлем... Эшеңдән ял һора, балаларын дәүләткә бирәбеҙ инде”. Был ҡот осҡос хәбәрҙән һуң йөрәген һурып алдылармы ни Артурҙың: күҙ алдары ҡараңғыланды, аяҡтары мамыҡланып кәүҙәне сайҡаттылар, башта һәр төрлө уйҙар буталышып ҡайнашты. Кинәт уларҙың берәүһе генә – “Әҡлимә быны элекке көн яҙған... Тимәк, бөгөн ерләйҙәр... Өлгөрәмме, юҡмы” — күңелдәрҙе өшөтөп, эйәһен аңына килтерҙе. Йыуынып, өҫтөн дә алмаштырып торманы, ишеккә уҡталды ҙур ҡайғыға юлыҡҡан ир. Бәхеткә күрә, осраған беренсе таксист уның үтенесенә риза булды.

Ауылға еткәс, зыяратҡа туҡтап торманылар. Сөнки унда бер нисә ир генә ҡәбер ҡаҙа ине. Ҡайнағаһының йорто алдында байтаҡ халыҡ урамда көтә. Тимәк, йыназа намаҙы, доғалар уҡылып бөткән...

Кейәү кеше әҙәпте онотоп, улар менән һаулашып та тормай, тура йортҡа уҡтай атылды. Иҙән уртаһында ултырғыстарға ҡуйылған асыҡ табутта аҡҡа төрөлгән Тәслимәһе ята. Артур уны тирәләп ултырған әбейҙәргә лә иғтибар итмәй, баш кейемен систе лә мәйет янына тубыҡланды. Тыңлауһыҙ бармаҡтар ҡалтырана-ҡалтырана лафифәнең баш осондағы таҫмаһын сисеп мәрхүмәнең йөҙөн асты...

Тәслимә, әйтерһең дә, тәрән йоҡола... Элекке кеүек бына-бына күҙҙәрен асыр ҙа, йылмайып: “Килдеңме, ҡәҙерлем? Нисек йөрөп ҡайттың? Һағындырып ҡына киләһең дә тағы китәһең...” – тип муйындан ҡосаҡлап алыр, ә Артуры уны одеялы-ние менән күтәреп өйрөлтөп, күҙҙәренән үпкеләп, ирендәрен һурып, ҡолағына ҡытығын килтереп шыбырлап-өргөләп сәрелдәтер кеүек... Күҙҙәренә ышанғыһы килмәне Артурҙың, ул усы менән мәрхүмәнең сәстәренән, сикәләренән һыйпаны: элекке йомшаҡ, йылы яңаҡтар ҡаты һәм һалҡындар, алһыу ирендәр ҡара күкһел төҫтә, таҙа маңлайҙа тәрән йыйырсыҡтар...

— Кейәү, йыуылғандан һуң мәйеттең йөҙөн асыҡ тоторға ярамай, — тип әбейҙәрҙең ҡайһыһылыр өндәшкәйне, Артур ғәфү үтенеп сығып китте. Артынан эйәреп сыҡҡан Әҡлимә менән һөйләшеп тә торманы, машинаның асҡысын һорап алды ла, йыйылған туғандарын аптырауға ҡалдырып, “Жигули”һына ултырып, ен кеүек артынан аҡ саң борлатып ҡапҡа эсенән сығып китте. Оло юлға төшкәс, Артур машинаһының тиҙлеген яйлатып, етем бала саҡтағы кеүек әсе күҙ йәштәренә ирек бирҙе...

Әҡлимә кис кенә ҡайтып инде. Иренең иҫерек булыуына, ауылда ташлап ҡайтып китеүенә бәйләнеп торманы. Сисенеп ташланы ла аш-һыу яраштырырға тотондо, уның араһында үҙ хәбәрен һөйләне лә һөйләне...

— Уф, арыттырҙы, ике көн, ике төн һаман аяҡ өҫтөндә... Бер юлы өсөн, етеһен уҡытып ҡайттым, байтаҡ аҡса түгелде инде. Ярай, ауыр тупрағы еңел булһын, күҙ көйөгө булып йөрөй ине шунда... Артын һәрмәп ҡарамай, тағы ла малай табып ятҡан булған, хәстрүш... Эргәһенә, көн һайын тиерлек бер ирекәй килеп йөрөгән, теге баланың атаһылыр инде. Бының хәле мөшкөлләнгәс, уныһы ла юҡ булған.

Опеканыҡыларҙы саҡырттым, балаларға документтарҙы тиҙ арала әҙерләрбеҙ, яҙмыштарын хәл итербеҙ, тип ышандырҙылар. Күрше әбейгә ҡалдырып киткән ҡыҙын спецприемниккә биреп ебәрҙем. Тәнзиләһенә дүрт йәш тә булып киткән икән. Эй, ғүмерҙең үткәне... Малайын имсәк балалар йортона алып киттеләр.

Мин Тәслимәне кешелә йәшәй, тик уйлаһам, уның үҙенең квартираһы булған икән. Нотариустан белештем, алты айҙан һуң үҙемә яҙҙырам, алла бирһә. Һатып ебәрәмме, квартиранттар индерәмме – күҙ күрер... Өйөндә байтаҡ ҡына мөлкәт туплаған, күп нәмә импорттыҡы, кейем-һалымына хәтлем. Буйтым ғына йәшәп ятҡан апайың! Әйткәндәй, стенала һинең ҙурайтылған фотоң эленеп тора ине. Ух, йәнем көйҙө, һаман һиңә өмөт иткән булған икән, бисура...

Өндәшмәй генә тыңланы Артур бер туҡтауһыҙ ләпелдәгән ҡатынын. Тулыланып, һаман йәш сағындағы матурлығын юғалтмаған Әҡлимәһе уға убырлы ҡарсыҡ булып күренде. Тыңлаған һайын уға ҡарата нәфрәт уты көсәйҙе, түҙемлеге бөтөп, шартларҙай хәлгә етте ир. Өҫтәл артына ашарға ултырғас та, Әҡлимә һөйләүенән туҡтаманы.

Кинәт Артур ҡалағын өҫтәлгә бәрҙе лә һикереп тороп үҙенә хас булмаған тауыш менән: “Хәҙер мине тыңла, ҡәбәхәт! Һин генә минең тормошто ағыуланың, алйот булғанмын һиңә өйләнеп! Белгәнең аҡса ла, биҙәнгестәр, хатта бала табырға ла эшкинмәйһең! Ана, һеңлең ауырыу булһа ла икәүҙе тапҡан! Уларҙы тапшырып ҡайһылай шәп эшләгәнһең! Тәк, иртәнән башлап бар эшеңде онотоп, балаларҙы үҙебеҙгә алып ҡайтасаҡһың! Әгәр быны эшләмәһәң, күрмәкәйеңде күрһәтермен мин һиңә, ҡыһыр һыйыр! Ух, нисек күрә алмайым мин һине, май мискәһе! Йөрәгең юҡтыр ул, әллә урынына таш киҫәге! Мин командировканан ҡайтыуыма балалар өйҙә булһын... Юғиһә айырам үҙеңде, бала тапҡан ҡатын алырмын әле. Һинең менән донъя шатлығын күрмәй йәшәгем килмәй!” — тип ҡыҙҙы ла китте.

Әлегә тиклем ауыр һүҙ ишетмәгән, иренең ундай нәфрәт тулы күҙҙәрен күрмәгән ҡатын ҡойолоп төштө, яуапҡа бер нимә лә әйтә алманы. Әйтерен әйтеп бөткән ире сайҡала-сайҡала йоҡо бүлмәһенә инеп юғалды...

Был юлы Екатеринбург ҡалаһына ебәрелгән Артур тейешле йөктө тейәп алғас, башҡалар ыңғайына ялға туҡтаманы, ҡайтырға сыҡты. ГАИ постарындағы инспекторҙар трассала яңғыҙ елгән “КамАЗ”ды туҡтатып, шоферын көслө буранда йөрөмәүең хәйерлерәк, тип киҫәтһәләр ҙә, уныһы тыңламаны. “Балаларым бәхетенә ҡайтып етермен әле...” — тип үҙ-үҙен тынысландырҙы.

Ысынлап та, юлда көрт һалған урындар байтаҡ осраны, ләкин машина уларҙы бер тотҡарлыҡһыҙ үтте. Төн уртаһы уҙғас ҡына өйҙә булды Артур, Әҡлимәһе йоҡламаған ине әле. Балаларҙың өлкәнен генә алып ҡайттым, икенсеһенә өлгөрә алманым, иртәгегә ҡалды инде тигәс, бәйләнеп торманы. Бер нимә белмәй йоҡлаған ҡыҙы янында бер аҙ ултырҙы ла янындағы диванға йығылды.

Иртәгеһенә Әҡлимә ире уянмаҫ үк сығып тайҙы. Ошоға тиклем ғәмһеҙ йәшәп килгән ҡатын күңелендә ҡурҡыу тойғолары уянды. Артурһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай ине ул. Шуның өсөн генә уның талаптарына күнергә тура килде. Ләкин күңелендә быға һис риза булмаған ҡатын мәкерен ташламаны. “Тыумаларҙың миңә ни кәрәге бар... Боронғолар әйтмешләй, етем быҙау аҫраһаң, ауыҙ-мороноң май булыр, етем бала көтһәң, ауыҙ-мороноң ҡан булыр. Тамуҡҡа ингере, ҡалдырып киттең бит, Тәслимә, миңә бәләләреңде... Ярай инде ҡыҙыңды алғас та. Үҙемә ярҙамсы булыр, исмаһам. Мал-тыуарҙы ҡарар, йәшелсә үҫтерешер. Ашағанын, кейенгәнен ҡапларға эшкинер. Ә ир бала кәрәкмәй... Етмәһә сеп-сей, уның һаҫыҡ йүргәктәрен әйләнгән һайын йыуып бысранаһым юҡ инде. Тик бына Артурҙы нисек алдарға?” — тип баш ватты ул.

Артур кемдер ҡолағынан, танауынан тартҡылағанға күҙҙәрен асһа, янында ҡыҙы баҫып тора. Атаһының уянғанына ҡыуанып: “Әттә, әттә... Әсәйем ҡайҙа ул? Ниңә һаман ҡайтмай... Әттә, тор... әйҙә урамға сығайыҡ”, – тип тәтелдәне. Яуапҡа ни әйтергә лә белмәгән ата уны ҡосаҡлап алды ла арҡаһынан һөйҙө. “Мин һиңә әйттем дә, ул алыҫҡа киткән, һиңә самокат алып ҡайта... Ә һин әлегә ошонда йәшәп торорһоң, йәме,” — тигән булды.

Унан йыуынып алғас, икәүләшеп сәй эстеләр ҙә кейенеп урамға сыҡтылар. Артур баланы туп-тура зоопаркка алып китте. Ғүмерендә тәүге тапҡыр ғәзиз балаһы менән кешеләр араһына сыҡҡан ир әлегә таныш булмаған ҡәнәғәтлелек, ғорурлыҡ тойғоларын, ата бәхетен кисерә ине. Уға бөтәһе лә ҡарайҙар, көнләшәләр кеүек тойолдо... Зоопарктан сыҡҡас, бала һис ҡайтырға ашыҡманы. Атаһын етәкләп, һөйрәлеп килде, уныһын-быныһын һораны, төпсөндө. Ҡыҙының ыңғайына атаһы ла мауығып китте шикелле, һис тә ҡайтырға уйламаны.

Күңелле йөрөнөләр, ләкин ҡышын көн ҡыҫҡа бит, ҡараңғы төшә башланы. Бала ла арыны шикелле, һорауҙар яуҙырыуын туҡтатты: “Әттә, ҡайтҡым килә... Әйҙә, үҙебеҙҙең өйгә барайыҡ... Бәлки, әсәйем ҡайтҡандыр инде,” — тип атаһының яралы йөрәгенә тоҙ һипте. Автобусҡа ултырғас, улар һөйләшмәне, йомолоп ҡалдылар һәм уйҙар диңгеҙенә сумдылар. Уларҙың күңелдәрендә берәү ине: бала өҙөлөп әсәһен һағынһа, атаһы мәңгегә ташлап киткән донъялағы иң ҡәҙерле кешеһен юҡһынды.

Әҡлимә икенсе баланы алырға теләге булмаһа ла, уны барып күреп, хәлен белергә булды. Юғиһә, көндө ҡайҙа, нисек үткәрәһең? Имсәк балалар йорто ҡаланың бер төпкөлөндә урынлашҡан икән. Төш ауғас ҡына, саҡҡа эҙләп тапты уны Әҡлимә. Үҙендәй йәштәге ҡатын — мөдир менән танышып, һөйләшеп киттеләр. Әҡлимә баланы сығарып тоттороп ҡуймаһын тип ҡурҡышынан үҙ хәл-ҡайғыларын: өс бала менән “коммуналканың” бер бүлмәһендә көн күргәнен, алкаш ире менән ыҙалауын, өҫтәүенә бына һеңлеһе уйнаштан тыуған балаһын ҡалдырып үлеп китеүен теҙеп һалды. Әңгәмәләшенең дә тормошо еңелдән түгел икән. Бер-береһен йәлләшеп, һөйләшеп байтаҡ ваҡыт үткәреп ебәрҙеләр улар. Әҡлимә баланы күреүҙән баш тартты: “Йөрәгем насар... Күтәрә алмаҫмын...” — тигән булды. Был икәү күңел тоҡтары булғанғасы һөйләшеп, серләшеп яҡын дуҫтар булып хушлаштылар. Бик һуң ҡайтып инде Әҡлимә. Артуры баланы йоҡларға һалып, иртәнгегә командировкаға әҙерләнеп, аш-һыу яраштыра ине. Ҡатынының һорауын көтмәй: “Уңманым... Бирмәйҙәр... Әҙерәк үҫә бирһен, шунан килерһегеҙ, тинеләр” — тип алданы... Ире яуапҡа бер ни ҙә өндәшмәне, ул хәҙер үҙ яртыһының ҡасан ялғанлағанын, ҡасан дөрөҫөн һөйләгәнен белеп бөткән инде...

Асыуы килһә лә, Артур һиҙҙермәне, “Командировканан йөрөп ҡайтһам, үҙем генә йөрөрмөн инде. Ниндәй донъя был?! Ни үҙ балаларымды күреп булмай, ней әсәһен юғалттым... Кемдең ҡәһәре эҙәрлекләй мине?” — тип өҙгөләнде ул. Ауыр йөрәк менән эшкә сығып китте ир...

Бәлә-ҡаза яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Был йортто, яратмаған ҡатынын һәм ҡыҙын, әлегә күреп, ҡулына ла алмаған балаһын оҙаҡҡа ҡалдырасағы уйына ла килмәй ине әле. Миәс ҡалаһында йөктө бушатып, ҡайтырға сыҡҡанда, ҡараңғы төшә башлағайны. Артур күңеле ниҙер һиҙенеп, күңеле әрнеһә лә ҡайтырға сыҡты. Хәҙер юлда машиналар ҙа аҙ, тип уйланы шофер. Миәс ҡалаһы буйға һуҙылған, бер осонан икенсеһенә барып сыҡҡансы сәғәттәй ваҡыт үтә. Йөк машинаһына ана инде, аҙым һайын светофор, улар араһында һанһыҙ еңел машиналар ен кеүек бер-береһен уҙып, ҡыуышып әллә ҡайҙа ашығалар. Ҡаланан сыҡҡас, иркен тын алды Артур. Ярата ул аулаҡ төнгө юлды. Ләкин бәлә алда көтә ине. “Турғояк”ка етеп барғанда, юл киҫешкән урында, һулаҡайҙан бер еңел машина атылып килеп сыҡты. Шундуҡ тормозға баҫһа ла ауыр йөклө машина юлына арҡыры төшкән “Ауди” селпәрәмә килтереп, байтаҡ кире этеп барып юлдан түңкәреп ауҙарҙы. Артур һикереп төшөп, түңкәрелгән машинаға ташланды. Унда бер генә йәш егет ине. Кабинанан һөйрәтеп сығарып, көрткә һалғас, иҙеүен сисеп ҡолағын түшенә терәне, ләкин йөрәк типмәй ине. “Суҡынған нәмә... Тиҙерәк ҡасырға кәрәк бынан, машина ни хәлдә икән?” тигән уй мейене киҫеп үтте. Һуғылыу шундай көслө булған, бының бампер ярайһы ғына кәкерәйгән. Силәбе өлкәһен сығып өлгөрә алманы Артур. КПМ-да уны туҡтатып, машинаһының алдын ҡаранылар ҙа, һаҡ аҫтына алдылар. Енәйәт эше оҙаҡ алып барылманы. Артур бөтәһен дә нисек булған, шулай һөйләп бирҙе. Уны суд водителде ауыр хәлдә, ярҙам итмәй ташлап киткәне өсөн биш йылға иркенән мәхрүм итте. Артурҙың үкенеүҙәренең сиге булманы. Адвокат әйтеүенсә, шунда авария урынын ташлап китмәһә бер ни ҙә булмаҫ ине. “Миңә йәшәү бөттө... Ул төрмәне күтәрә алмаҫмын инде” — тип ҡайғырҙы. Бигерәк тә йәнде ҡыйғаны: балалары.

СИЗО-ла өйрәнмәгән ирҙең ихтыяры тиҙ һынды, унда ултырғандарҙың күпселеге ҡатын-ҡыҙ арҡаһында. Камерала ла шуларҙы ҡәһәрләй ҙәр, сәйнәйҙәр. Былай ҙа Әҡлимәгә булған нәфрәте тағы ла көсәйҙе. Ул ғәйепле бөтәһенә лә. Хәҙер мин ултырғас, уға хөрриәт була инде. Малайҙы барып алмаҫы, ҡыҙҙы ла көткән хәлдә лә яңынан балалар йортона тапшырыуына ул икеләнмәй ине. Әҡлим осрашырға килгәйне лә, Артур һөйләшеп тә торманы. Өҫ-баш кейемдәрен генә алды ла “Башҡаса килеп йөрөмә! Барыһына ла һин ғәйепле! Көтмә мине. Мин һиңә барыбер ҡайтмаясаҡмын!” — тип екерҙе лә конвоиргә кире камераға алып барыуын һораны. Иренең холҡон яҡшы белгән ҡатын судҡа ла килмәне. Шулай итеп Артур булған донъяһы менән бәйләнеште өҙҙө.

Әҡлимә — хәтәр кеше

Көндәр үтә торҙо, ваҡыт күңел яраларын дауалай тиҙәр. Кемгә нисектер, әммә Әҡлимә Артуры менән айырылыуҙы еңел кисерҙе. Яңы эш, яңы дуҫтар... Өйҙә лә үҙең баш, үҙең түш тигәндәй, бер кем ҡамасауламай. Ә инде иренең ултырғанына ай ҙа үтмәне никахтан төшөрөүгә ризалыҡ яҙылған ҡағыҙы килгәс, ҡатын үҙен бөтөнләй азат тойҙо. Балалар булмағас, айырылышыуға проблема юҡ. Ваҡытты оҙаҡҡа һуҙманы Әҡлимә, үҙенән күпкә йәш ир индереп алды янына. Уны үҙе нисек теләй шулай йүгертте. Ә меҫкен ир барыһына ла күнде. Ни тиһәң дә бай ҡатын, йәшәргә һәйбәт урын, тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн... Ләкин Әҡлимәгә тыныс, һис мәшәҡәтһеҙ генә йәшәп ятырға тура килмәне. Бер көндө өйгә участка инспекторы килеп инде. Ул үҙе менән таныштырҙы ла, килеүенең сәбәбен аңлатты. Баҡтиһәң, Артур иркенән мәхрүм ителгәс, уның һунар мылтығы алынырға тейеш икән. Хужабикә ҡаршы килмәне, нишләйһең закон шулай ҡушҡас. Тик бына ҡорал һаҡланған тимер һауыттың йоҙағының асҡысы юҡ ине. Участка инспекторы күп уйлап торманы күршеләрҙе саҡырттырып, йоҙаҡтың дуғаһын быстырып, акт төҙөп, өйҙә хужаһын хәтерләткән берҙән-бер нәмә мылтыҡты алып китте.

Яңғыҙы ҡалғас Әҡлимә сейфта ҡалған ике ағастан һырылып эшләнгән, бер-береһенә оҡшаш ике ҡумтаны тикшерергә булды. Береһендә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, футляры менән алтын балдаҡ һәм резинка менән бәйләнгән дүрткә бүленгән аҡса купюралары ине. Уларын һанап сыҡҡас: “Вәт, крыса! Минән йәшереп йыйған, ә! Ҡайһы арала ундай аҡса туплап өлгөргән ул... Һуң бит эш хаҡын теүәл генә алып ҡайта торғайны”, — тип уйлап иҫе китте һәм уға иренә ҡарата күңел төбөндә йылы тойғолар уянды. Икенсе ҡумтала фотолар һәм хаттар һаҡлана ине. Әҡлимә уларҙы ла алды ла залға үтеп ихласлыҡ менән ҡабаланмай ғына ҡарап сығырға булды. Төҫлө фотоларҙа Артур ине. Тик Әҡлимә менән түгел, ә һеңлеһе Тәслимә. Бына улар каруселдә өйрөләләр, күл буйында һыу төшәләр, ҡайҙалыр өҫтәл артында байрам итәләр. Икеһе лә шат, бәхетлеләр...

Күңелдә ҡайнаған көнсөллөк тойғолары көсәйгәндән көсәйҙе, ирендәр иренең тамуҡта янғанын теләп нәфрәттәр уҡып шыбырланылар. Фотолар бер-бер арты йыртҡыланып барҙы. Артабан Артур, һеңлеһе бәләкәй Тәнзилә менән төшкән фотолар эләгә башлағас, Әҡлимә тамам сығырынан сыҡты: “Бына ҡәбәхәт ир. Ике уртала йөрөгән бит, ә!? Миңә ҡарағанда шул кәнтәйе менән тыумаһы ҡәҙерлерәк булған икән! Бына күпме төшкәндәр, тулы эрмитаж! Хоҙай бар, икегеҙ ҙә, эҙләгәнегеҙҙе тапҡанығыҙ инде”, — тип уйланы. Артабан ҡарап торманы ул: “Ярай, хәҙер мунса мейесенә Артурҙың булған кейем-һалым, әйберҙәрен, быларын да яндырам! Көлдәрен тирә-яҡҡа һибәм. Улар икеһе лә минең өсөн юҡ был донъяла!” — тип янды ул. Инде сират хаттарға етте. Беренсе конверттағы яҙыу Тәслимәнеке ине. “Ҡәҙерлем, берҙән-берем,” — тип башлана ине хат юлдары. “Бына инде мин палаталамын. Табиптар бер-бер артлы ҡарап сыҡҡас, һөйләшеп тә торманылар, һалып та ҡуйҙылар. Бер ҙә генә тыныслыҡ таба алмайым. Ятһам да, ултырһам да, бәпесебеҙ улай-былай әйләнгеләп иҫ аҡылымды ҡорота. Бында бер ҡатын балаң илаҡ булыр, тип ҡурҡытҡан була. Эй, көлкө инде. Үҙен шундай белем эйәһе итеп күрһәтә, үҙе тәү тапҡыр бушанырға килгән. Алып килгән нәмәләрең өсөн ҙур рәхмәт, ҡәҙерлем. Палатағылар: “Ҡалай һәйбәт еҙнәң бар”, — тип әйтәләр. Ә миңә шундай уңайһыҙ, оят булып китә. Бер туған апайымдың бәхетен урлап йәшәгәнемде белмәйҙәр шул.” “...Бөгөн тағы табипта булдым. Өсәүләп минең “ауырыу тарихын” ҡарап, миңә ҡат-ҡат һорауҙар бирҙеләр. Палатала үҙемде ҡараған бүлексә табибынан бала янына ҡайтарыуҙы һорағайным. Ул миңә сәйер генә текләп ҡарап торҙо ла “Ярамай, һинең беҙҙең күҙ алдында булыуың хәйерлерәк. Хоҙай бирһен, һәйбәт кенә бушанһаң, һиңә операция тәғәйенләнгән...” тип, ауыр көрһөнөп сығып китте. Әллә нимәне йәшерәләр улар. Күҙ ҡараштарынан һиҙенәм, минең хәлдәр яҡшынан түгелдер. Бөгөн яҫтығымды ҡосаҡлап туйғансы илап алдым. Ниңә генә миңә Хоҙай ундай яҙмыш биргән икән?! Ниндәй хурлыҡ, бер туған апайымдың ире менән йәшертен йәшәп ятсәле?! Һинең менән араларҙы өҙөргә ине лә ул, ә минең мөхәббәтем киреһенсә, көсәйгәндән-көсәйә. Бөгөн һин командировкалаһың... Бөгөн һиңә кисәге төшөмдө һөйләй алманым, уңайһыҙландым... Атай менән әсәй беҙгә ҡаланан күлдәк алып ҡайтҡандар икән. Апайыма зәңгәр, ә миңә шау сәскәле... Иң башта икебеҙ ҙә кейенеп алып, ҡыуандыҡ. Тик миңә апайымдың күлдәге нығыраҡ оҡшаны. Мин бер юлы ике күлдәкле булғас, эй ҡыуанған булам. Сәйер төш, нимәне аңлата икән. Белһәң инее, Артурым, нисек минең апайымды һағынғанымды. Бала саҡтағы кеүек иркәләнгем, уның менән һөйләшкем, серләшкем килә. Бөгөн төнө буйы ауырып сыҡтым, шунан әллә ниндәй укол ҡаҙағайнылар, бер ни белмәй йоҡлап киткәнмен. Рәхмәт инде, Артур, ҡыҙымды алып килгәнһең... Эй, ҡыуанып ҡалдым... Артурым, әллә нишләп хәлем хөртәйә. Врач бәпәйләр алдынан шулай була ул, тип йыуатҡан була. Ҡыҙыҡ, мин Тәнзиләбеҙҙе тапҡанда былай ыҙаланманым ул. “Бөгөн 29 декабрь... Төш медсестра: “Һөйөнсө, еҙнәң иртә менән тағы бер “Гастроном” тейәп килгән. Сәләм әйтте үҙеңә, командировкаға китеп бара икән, тине. Яҙғаныңды уҡып ҡыуандым... Рәхмәт, ҡотлауың өсөн! Мин дә апай менән икегеҙҙе ҡотлайым... Яҙам, яҙам да үҙ-үҙемдән көлкө килә. Йәш ҡыҙ кеүек, көндәлек тотҡан булам... Ярай, алла бирһә, иҫән-һау сыҡһам, һиңә уҡытып тормаҫмын яндырырмын инде. Һағындым бөтәгеҙҙе лә: апайымды, һине, ҡыҙымды... Ҡайтҡы килә...”

Артабан Әҡлимәнең уҡырға түҙемлеге бөттө, йөрәккә тоҙ һиптеләрме ни әрнеп һыҙланы, күҙҙәргә йәштәр тығылды. Һеңлеһенең һағышы хәсрәте һеңгән табаҡ-табаҡ яҙыуҙары менән битен ҡаплап, үкһеп иланы ла иланы апай кеше. Ағарынған, сәстәре туҙған, күҙҙәре ҡыҙарып шешенгән һөйәркәһенә эштән ҡайтып ингән Камил танымай торҙо. Өҫтөнән кейемендә һалып тормай, Әҡлимә янына үтте лә:

— Ҡәҙерлем, нимә булды һиңә? Төҫөң ҡасҡан, әллә ауырып киттеңме? — тип ҡосаҡлап алды.

— Мин ысынлап та ошоға тиклем ауырыу булғанмын икән... Нисә кешенең яҙмышын селпәрәмә килтергәнмен. Тик әле һуң түгел, төҙәтеп була, Камил... әйҙә айырылышайыҡ... һин ғаиләңә ҡайт... Мин хәҙер башҡаса йәшәргә тейешмен. Беләһеңме, һеңлемдең мин “тыумалар” тип даулаған балаларының аталары Артур булған икән. Ә мин шуны белмәгәнмен, иҫәр... Иртәгәнән башлап йөрөйәсәкмен, балаларҙы кире аласаҡмын, үҙем аяҡҡа баҫтырам, Алла бирһә. Эй, хоҙайым гонаһымды ярлыҡа инде. Һин мине аңларға тейешһең, Камил... – тине ул.

Уныһы эсенә һыймаҫлыҡ шатлыҡ менән хупланы Әҡлимәнең әйткәндәрен. “Был ҡатында ла йөрәк, кешелелек тойғолары ҡалған икән әле” — тип уйланы. Түҙемле генә тыңлап бөткәс, ул: “Һин дөрөҫ ҡарарға килгәнһең Әҡлимә. Һеңлеңдең балалары етем үҫергә тейеш түгелдәр”, — тип тамаҡ ҡырҙы ла, шифоньерҙан сумаҙан алып, әйберҙәрен йыя башланы.

Күңелендә байрам ине ирҙең. Күптәнән был йәбешкәктән ҡотола алмай интегә ине. Кире уйлап ҡуймаһын тигән кеүек, тиҙ генә сығып тайҙы.

Балаларҙы хөкүмәткә тапшырыуы еңел булһа ла, үҙеңә кире алыуы бик мәшәҡәтле булып сыҡты. Ләкин үткер ҡатын бөтә урындарҙа ла алдында булған кәртәләрҙе йырып сыҡты. Законды боҙһалар боҙҙолар, әммә уға берәү ҙә ҡаршы килмәне. Ярай әле, Артур менән айырылышмаған, никах ҡағыҙы — төп документ ҡулда. Иренә һис һүҙһеҙ эштән һәйбәт характеристика эшләй, эш хаҡын да һәйбәт ала, тип ҡағыҙ бирҙеләр. Йәшәү йорттарына акт төҙөгәндә шаһит булған күршеләрҙең берәүһе лә, Артурҙың төрмәлә ултырыуын әйтмәнеләр. Ҡала советында булған ултырышта, нисектер, ирен командировкала алыҫ юлға йөрөй тип алдағанға ышандылар һәм балаларҙы бирергә тип ҡарар сығарҙылар. Ҡыуанысынан үҙен етенсе күктәрҙә тойған Әҡлимә, был төндә йоҡлай алманы. Тәнзиләгә тип һатып алған кейем-һалымды ҡат-ҡат барланы. Үҙе лә иртәгә кейәсәк күлдәк һайлап гардеробтың аҫтын-өҫкә килтерҙе. Керпек тә ҡаҡмай таңды ҡаршыланы бөтөнләй икенсегә әйләнгән Әҡлимә. Күпте күргән балалар йорто директоры “Алыр булғас, ниңә бында тапшырҙығыҙ һуң?” — тине лә башҡаса бәйләнеп торманы. Тәрбиәселәргә баланы тапшырырға ҡушып, Әҡлимәгә кофе эсергә тәҡдим итте. Бына ҡулына ҙур булмаған төргәк тотҡан тәрбиәсе Тәнзиләне етәкләп килеп инде. Балалар йорто директоры уның янына килде лә, арҡаһынан һөйөп: “Бына, ҡыҙым, һине инәйең алырға килгән... Хушлашабыҙ инде һинең менән”, — тине. Ҡурсағын ҡосаҡлаған бала “инәһенә” ҡалҡып ҡараны. Был мул буяулы йөҙлө ҡатын уға таныш кеүек тойолдо. Әҡлимә тулҡынланыуын йәшереп, яғымлы ғына һүҙ башлағайны тамағы ҡарлығып тауыш әллә ниндәй икенсе, ҡырағай булып яңғыраны. Әйтерен әйтә алмай сырайы һытылған ҡатынды бала ҡасандыр, үҙен аяуһыҙ туҡмаған, бикле тотҡан әҙәм икәнен танып янындағы тәрбиәсенең итәгенә йәбеште: “Бармайым, ул насар инәй! Ул туҡмай!” — тип сәрелдәне... Әҡлимә үҙе лә белмәй, нисек сәбәләнгән баланы машинаға алып сығарып ултыртҡанын. Йорттан сыҡҡас Тәнзилә ҡулдан ысҡынып тротуар буйлап югерҙе. Инәһе уны ҡыуып етеп ҡосаҡлап алғайны, бала көслөрәк аҡыра башланы. Ләкин ҡатын уны был юлы ысҡындырманы, матҡып ҡосаҡлап алды ла машинаға атланы. Таксис та, әҙәм көлкөһөнән арыраҡ булайыҡ, тигәндәй, ишек ябылыу булды, газға баҫты. Баланың һаман сәбәләнеп, сәрелдәүенә Әҡлимәнең түҙемлеге бөттө, шикелле. Ҡапыл ҡосағын бушатты ла, битен устары менән ҡаплап ҡысҡырып илап ебәрҙе: “Эй, балаҡайғынам инде нимә генә эшләйем инде?! Ҡайһылай бәләкәй булһаң да ҡаты күңеллеһең, яманлыҡты онотмайһың! Ғәфү ит инде балаҡайым, башҡаса ҡул күтәрмәҫмен! Тик тыныслан инде, зинһар”, – тип инәһенең һамаҡлаған, сеңләүе тәьҫир итте. Илауынан туҡтап һулҡылдай-һулҡылдай бара бирҙе.

Әҡлимә әллә күпме шулай илап килер ине, әгәр таксист: “Ну донъя! Ну, ҡыҙҙар! Хәҙер бәләкәйе баҫылды, өлкәнен йыуатырға кәрәк инде”, – тип көлгәйне, Әҡлимә оялышынан туҡтап, кеҫәһенән ҡулъяулыҡ аллы ла, иң тәүҙә баланыҡын, унан үҙенекен һөрткән булды. Тиҙҙән Өфө буйлап елгән таксиҙа тыныслыҡ хөкөм һөрә ине. Йылы ҡосаҡ, иркәләүҙе һағынған Тәнзилә инәйенең тубыҡтарында йоҡоға киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Бала күңеле ана инде, Тәнзилә бик тиҙ ылыҡты инәйенә, әсәһенең юҡлығын да һиҙмәй башланы. Бер аҙҙан был йортта тыныслыҡ бөттө. Йә имсәк бала илап ебәрә, йә Тәнзиләнең иркә тауыштары ыңғырай, ҡапҡа эсенә йәм биреп бала кейемдәре елдә елберҙәй, Әҡлимә үҙе лә үҙгәрҙе. Ғүмере уйламаған, күҙ алдына ла килтермәгән мәшәҡәтле тормош ҡосағында ҡайнай ине. Ул иң башта ҡыйын булды, ләкин үҙ-үҙен сикһеҙ бәхетле итеп тойҙо, түҙҙе. Тәбиғәт биргән, ләкин әлегә йомоҡ әсәлек тойғолары уянды унда. Балалар икеһе лә ауырыуҙарға йомшаҡ булдылар, күпме йоҡоһоҙ төндәр улар янында үтте. Уларҙы яратыуы менән Артурҙы һағыныуы көсәйҙе. Ләкин ул һыуға батҡандай ғәйеп булды. Тырышҡанда уның ҡайҙа икәнен табырға була ине лә ул. Тик бала тәрбиәләүгә ихласлыҡ менән бирелгән ҡатын бара-тора уны онотто.

Бер ваҡыт Артурҙан хат килеп төштө: “ Әҡлимә... минең сейфта аҡса бар, шуларҙы минең балаларыма тотон, мылтыҡты һат” тигән һүҙҙән башҡа бер нимә, хатта кире адрес та юҡ ине. Әҡлимә эшһеҙ ятырға уйламаны. Сөнки пособиегә генә йәшәп булмай ине, аҡса яғынан ҡытлыҡ кисермәне ул. Балаларҙың өҫ-башы бөтөн, тамаҡтары туҡ булды. Ә уларҙың фатирына кеше индереп аҡсаһын балаларҙың һаҡлыҡ кенәгәләренә бүлеп һалып барҙы. Ҡыҫҡаһын әйткәндә, Әҡлимә бына тигән кеше булып сыҡты. Күңелендә ул балаларҙың аталарының ҡайтыуын көттө. Ваҡыт үтә торҙоТәнзилә дүрттә уҡый, Заһир беренсе класҡа бара. Шунда ул: “Әсәй, беҙҙең атайыбыҙ юҡмы ни?” — тип һорап аптырауҙа ҡалдырҙы. Ләкин тиҙ арала аталары был донъяла барлығын бар икәнен үҙе белдерҙе. Бер көн эштә: “Әҡлимә, һин срочно телефонға ҡыҙың саҡыра...” тип әйтеп киттеләр. Әҡлимә, берәй нәмә булдымы икән әллә, тип ҡурҡыуынан станоктарға ҡағыла-һуғыла, юлдағыларҙы этеп-төртөп диспетчер бүлмәһенә барып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. “Әле, ни булды ҡыҙым?! – тип саҡ-саҡ һорай һалды. “Әсәй, әллә ниндәй бабай килеп инде. Әле ҡапҡа эсендә ултыра. Минең исемемде белә Заһир, өйҙә юҡ, мәктәптән ҡайтмаған.

- Мин ҡурҡам, ҡасан ҡайтаһың?” - тип иламһыраны Тәнзилә. “Артур ҡайтҡан!” — тигән уй мейене киҫеп үтте. Әҡлимә шунда уҡ мастерҙан һораны ла ҡайтырға сыҡты. Автобус көтөп торманы, такси ялланы ул.

Тәмәкеһен быҫҡытып уйҙарға батып ултырған саҡырылмаған ҡунаҡты үҙенең өҙөлөп көткән кешеһен арттан боҫоп ҡарап торҙо. Элекке киң яурындар дуғалай һалынғандар, тос тығыҙ кәүҙә йоҡарған... Әҡлимә нишләргә лә белмәне, күңелдә һағыныу тойғолары уяндылар, ҡосағына ташланғыһы килде уның. Кинәт Артур һиҫкәнеп әйләнде. Уның һалҡын ҡараштары менән осрашҡас Әҡлимәлә алдында донъяла иң ҡәҙерле кешеһе түгел, ә убыр тора кеүек тойолдо. Уның алдында битен аяуһыҙ тәрән һырҙар баҫҡан, сал сәсле бабай баҫып тора ине: төпкә батын ингән күҙҙәр һалҡын, аяуһыҙ ҡараш. Һүҙҙе Артур үҙе башланы:

— Һаумы, Әҡлимә! Бына мин ҡайттым... Баланы ҡурҡыттым шикелле... – башҡаса бер ни әйтә алманы сәсәп юткерә башланы. Әҡлимә: “Әйҙә үт үҙ өйөң бит”, — тине лә алға атланы.

Түҙемһеҙлек менән көтөп торған Тәнзилә: “Әсәй, әсәй... Кем ул? Ниңә уны өйгә индерәһең? Ҡурҡыныс кеше бандитҡа оҡшаған... Ирем тейһеңме? Һе, ошо бабаймы? Әсәй, алдашма... Беҙгә бер кем дә кәрәкмәй. Әсәй, мин унан ҡурҡам. Был һүҙҙәрҙе бышылдап ҡына әйтелһә лә, Артур ишетеп ултырҙы.

— Бар душҡа ин, йыуынып ал, ҡырын. Бына таҙа кейемдәр өҫтөңдө алмаштыр... Хәҙер малай мәктәптән ҡайта.

Киске ашҡа дүртәүләп ултырҙылар. Әҡлимә Артурҙы был хәҙер беҙҙең менән йәшәйәсәк минең ирем тип таныштырҙы, унан һеҙҙең атайығыҙ була, тип өҫтәргә уйлағайны, тик тел әйләнмәне. Ул арала Тәнзилә: “Минең ашағым килмәйсе” тип урынынан тороп китте, уның артынан Заһир ҙа эйәрҙе. Артурҙың да, Әҡлимәнең дә тамағына аш барманы, айырым йоҡланылар. Иртәгеһенә Артур өйҙәгеләр тормаҫ борон кейенеп сығып китте. Хәйер, дежур магазины асыҡ булған икән. Бер ярты араҡы, ашарға алды ла тау итәгенә күтәрелде. Бер-икене төшөрөп алғас, күңеле йәнләнгәндәй булды... Инде ҡояш байтаҡ күтәрелгәс, Артур сайҡала-сайҡала ҡәберлеккә йүнәлде. Был көндө Артур эҫе тип верандаға күсте. Көндәр үтә торҙо ул элекке урынына эшкә урынлашты. Ҡосаҡ йәйеп ҡабул иттеләр Артурҙы. Балалар менән уртаҡ тел табыуҙан өмөтөн өҙгән ата өйҙә улар янында күҙ көйөгө булғансы күберәк командировкаларҙа йөрөргә тырышты. Балалар ҙа уның янында йөрөмәҫкә тырыштылар. Артур квартирантҡа әйләнде. Күңелле тауыштар яңғырап торған өйҙә, ул күрендеме, тынлыҡ урынлаша ине. Балалар был ят, сәйер кешегә өйрәнә башланылар. Улар тик шуны аңламанылар. Әгәр Артур ағай әсәләренең ире булһа, ә уларҙың аталары ҡайҙа һуң? Был һорауға яуап алыр өсөн ынтылманылар. Әсәләре менән Артур ағай араһында ниндәйҙер серле, йәшеренгән бәйләнеш барын һиҙәләр ине. Артур үҙенә балалар арлы-бирле һүҙ ҡуша башлағас ҡына ул “ҡыҙым”, “улым” тип өндәшә башланы. Тик ниңә улар бергә кеше араһына сығып йөрөмәйҙәр, айырым йоҡлайҙар, ниңә ул ағай шулай оҙаҡ төрмәлә булған?

Артур Әҡлимәһенә бер ҙә ылыҡманы, ваҡыты ла булманы. Эсе бошоп, күңеле тулып китһә, ипләп кенә ат эҙләйем, тип ҡәберлеккә Тәслимәһе янына ашығыр ине. Артур бында барыбер толҡа тапманы, Себергә сығып китте. Балалары үҫеп етеп, уҡыуға инделәр. Һәр саҡ өҫ-баштары бөтөн, бер нәмәнән дә ҡытлыҡ кисермәнеләр. Бәлиғ булыуҙарына Артур улына өс, ҡыҙына ике бүлмәле фатир һатып алып бирҙе. Бына хәҙер ике йыл инде Себерҙән ҡайтып килгәненә. Балалар һаман ятһыранылар, яңғыҙлыҡҡа күнгән Әҡлимә лә ылыҡманы.

Туй тамамланып ҡунаҡтар оҙатылғас, Әҡлимә төп ҡоҙағыйҙарҙы алып ҡалды. “Айырым ғына аулаҡлап һөйләшеп алайыҡ” тип хәйләләне ул. Инде нисә йылдар йөрәктә таш булып әрнеткән серҙе сисәһе килде уның. Өҫтәл артынан урын алғас, сикәләре янып ауыҙы ҡолағына еткән Әҡлимә ҡапыл етдиләнеп, Артурға ҡарап алды ла һүҙ башланы: “Ҡоҙа һәм ҡоҙағый, ҡыҙыбыҙ һәм кейәүебеҙ һәм дә улыбыҙ! Аллаға шөкөр, туй бик һәйбәт үтте, барығыҙға ла рәхмәт. Мин һеҙҙе алып ҡалыуымдың сәбәбен аңлатып бирәйем. Беҙҙең ғаиләбеҙҙең серен асаһы килә. Тәнзилә менән Заһир минең үлеп ҡалған һеңлем Тәслимәнең балалары... Рәхмәт инде, мине әсәй тип үҫтеләр, аҡыллы, тыңлаулы булдылар. Балаҡайҙарым, һеҙ атайыбыҙ ҡайҙа тип мине аҙ йөҙәтмәнегеҙ. Бына һеҙ “ағай” тип йөрөткән кеше, ул һеҙҙең атайығыҙ. Ә метрикағыҙҙа икенсе исемдәр яҙылған”. Тәнзилә менән Заһир бер-береһенә ҡарашып өнһөҙ ҡалдылар.

Беренсе булып Тәнзилә иҫенә килде: “Ҡара әле, ҡустым беҙҙең атайыбыҙ яныбыҙҙа йөрөгәндә... Атай, атаҡайым ҡырыҫ булғаныбыҙ өсөн ғәфү ит беҙҙе! Белһәң ине беҙ һине нисек көткәнде! — тип урынынан һикереп тороп Артурҙың муйынына аҫылынып иларға тотондо, улы ла атаһының икенсе яҡтан йәбеште. Шатлыҡ күҙ йәштәре ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙан да бәреп сыҡты. Тик Әҡлимә генә үҙгәрешһеҙ ҡалды, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй иркен тын алды ла, урынынан тороп сығып китте. Кәртә артынан сыҡҡас, ул туфлиһын, алъяпҡысын сисеп үләнгә ырғытты ла, рәхәтләнеп бала саҡтағы кеүек ялан аяҡ Артур тапаған һуҡмаҡтан атланы.

— Һаумы, Тузя. Бына ҡыҙыңды эйәле-башлы итеп ҡуйҙыҡ... Тиҙҙән улың өйләнә. Миңә асыуланма, хәҙер балаларың атайҙары кем икәнен беләләр. Һиңә ҡылған гонаһтарымды аҡланым, шикелле. Хәҙер һинең алдыңда минең күңелем тыныс. Хуш бул, һеңлем, — тип өндәште ул һеңлеһенең рәсеменә. Зыярат ҡапҡаһының келәһен элгәс кенә Әҡлимәнең күҙ йәштәре бәреп сыҡты. Уларҙы һөртөп тә торманы, оялаһы кеше юҡ ине. Яулығын ҡулындағы елберәтеп күҙ йәштәрен түгә-түгә атлаған ялан аяҡ ҡатынға бейәгә атланған Артуры ҡаршы саба ине. Үҙ яртыһының янына килеп уйнаҡлап торған бейәһенең өҫтөнә биленән ҡыҫып ҡына күтәреп алды. Әҡлимә иҫенә килеп өлгөрмәне, инде онотолған таныш, ҡасандыр ҡәҙерле ирендәр, ҡайнар һулыш бәреп: “Әҡлимәкәйем, ҡәҙерлем минең... Ғәфү ит мине... Яратам үҙеңде...” тип ҡомһоҙланып шыбырланылар. “Атаҡ, атаҡ нимәшләйһең? Бына оятһыҙ, кеше күрә бит! Ой, оятһыҙ!” – тигән булып сәрелдәп, сәбәләнгән булды, ә үҙе ҡуйынға нығыраҡ һыйынды. Тәнзилә менән Заһир уларҙы юғалтып, кейәү егет менән өсәүләшеп кәртә артына сыҡҡайнылар, ни күрәләр: күпереп үҫкән бәпкә үләне өҫтөнән балаҡтары төрөлгән атай кеше менән икенсе әсәләре, йәштәр кеүек етәкләшеп, көлөшә-көлөшә ашыҡмай ғына, арттарынан Ерәнсәйҙе эйәртеп, ҡайтып китәләр ине. Уларҙы тәүге тапҡыр бергә күреп Тәнзилә менән Заһир күҙҙәренә йәш алып ҡуйҙылар. Кейәү кеше: “Ҡара әле, кәләшем, улар беҙҙән дә бәхетлерәк күренәләр түгелме һуң?” — тигән булды. Тәнзилә: “Шулай булһын инде, хоҙайым, күпме бер-береһенә яттар булып йәшәнеләр ... Әйҙәгеҙ, уларҙы оялтып ҡарап тормайыҡ, өйҙә көтәйек...” – тип күҙ йәштәрен һөртөп ҡуйҙы.

Мансур БАҺАУВ.

https://shonkar.com

Уртаҡ ир (хикәйә)
Уртаҡ ир (хикәйә)
Автор:
Читайте нас: