Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Июнь , 16:04

Ҡайҙа тыуған, шунда файҙаһы тейгән

Көндәлек намыҫлы эше менән район үҙәк дауаханаһы терапевты Гөлназ Марс ҡыҙы Миhранова пациенттарының хөрмәтен яулаған

Ҡайҙа тыуған, шунда файҙаһы тейгән
Ҡайҙа тыуған, шунда файҙаһы тейгән

Yҙ һөнәренең оҫтаһы булыу өсөн, тәү сиратта, эшеңдең күңелгә ятыуы кәрәк.  Был эштә белгестең яҡшы база әҙерлеге лә, уның артабан үҙен камиллаштырыуы ла ҙур роль уйнай. Шулай ҙа иң яҡшы уҡытыусы hәр ваҡыт практик эшсәнлек булды hәм буласаҡ.

— Мин Миәкә районы Туҡһанбай ауылынан, әммә Бишбүләк үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлегендә дoнъяға килгәнмен. Шуға күрә Бишбүләк районы баштан уҡ минең өсөн тыуған яғым ине hәм ғүмергә шулай булып ҡаласаҡ, — ти Гөлназ Миһранова.

— Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамланым. Был уҡыу йорто тураһында минең иң йылы hәм яҡшы хәтирәләрем ҡалды. Беҙҙе унда бик яҡшы педагогтар hәм хатта республиканың әйҙәп барыусы юғары уҡыу йорттары профессорҙары ла уҡытты. Тап бына унда врач булырға ныҡлы ҡарар ҡабул иттем. Гимназия-интернатты тамамлағандан һуң, 2000 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға индем. Еңел уҡыным, сөнки был ваҡытта теләһә ниндәй белемде үҙләштереү өсөн яҡшы гимназия белемем бар ине.

Студент йылдары һиҙелмәйенсә үтеп китә. 2006 йылда дипломлы йәш табип Өфө ҡалаһының 33-сө поликлиникаһында интернатура үтә башлай. Тап шул ваҡытта ул Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған Аҙнай ауылы егете Илшат Миhранов менән таныша. Тиҙҙән йәштәрҙең дуҫлығы мөхәббәткә әүерелә. Улар өйләнешә һәм тыуған яҡтарына ҡайта.

— Минең баш ҡалала йәшәргә һәм эшләргә бик яҡшы перспективам бар ине. Ләкин, халыҡта әйтелгeнсә: ир — ҡайҙа, ҡатын да — шунда, — тип йылмайып дауам итә Гөлназ Марс ҡыҙы. — 2007 йылда Бишбүләккә  ҡайттыҡ. Мин Бишбүләк үҙәк район дауаханаһында участок врач-терапевты булып эшләй башланым. Бер һүҙ менән әйткәндә, был: «Ҡайҙа тыуған, шунда кәрәге сыҡҡан», — тигән мәҡәлдәгесә килеп сыҡты. Шул ваҡыттан бирле күп һыуҙар аҡты, hәм тормошта күп нәмә үҙгәрҙе. Беҙ район үҙәгендә йорт һалдыҡ, өс балабыҙ үҫеп килә. Оло улыбыҙ Инсаф дyртенсе йыл республика инженер лицей-интернатында уҡый hәм быйыл унынсы класты тамамлай. Ул химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры, спорт менән мауыға. Ҡыҙыбыҙ София ла шул уҡ уҡыу йортоноң ете класын яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Иремдең фермер хужалығы бар. Ул башҡорт тоҡомло аттар үрсетә. Миңә эшем оҡшай. Ҡабул итеүҙе район халҡы менән поликлиникала ғына түгел, район тораҡ пункттарының фельдшер-акушерлыҡ пункттарында ла алып барам. Ауылдарға сыҡҡанда, район халҡының нисек ҡартайыуы күҙгә ташлана. Ҡабул итеүгә күбеһенсә оло йәштәгеләр килә, улар үҙ проблемаларын аңлауҙы hәм иғтибар талап итә. Уларҙы төрлө ауырыуҙарҙан дауалау ысулдары ҡыҙыҡһындыра, улар «увыл хеҙмәте hәм тормошо менән» барлыҡҡа килгән, унда ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Дарыуҙар менән бер рәттән, яҡшы һүҙ ҙә терелергә ярҙам итә.
Врач-терапевт Гөлназ Миhранованың намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы өсөн район дауаханаһы һәм район хакимиәте етәкселегенән күп кенә бүләктәре бар. 2023 йылда ул Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Гөлназ Марс ҡыҙының иң яратҡан мауығыуҙары — сәскәләр үҫтереү hәм өй кухняһы. Ул — төрлө  ризыҡтар бешереү, тоҙлау, варенье ҡайнатыу оҫтаһы.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Ҡайҙа тыуған, шунда файҙаһы тейгән
Ҡайҙа тыуған, шунда файҙаһы тейгән
Автор:
Читайте нас: