Дим буйҙары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Июль , 14:40

Һалҡында һүнгән усаҡ (хикәйә)

– Һин мине дөрөҫ аңлаһаң ине, Гөлйөҙөм. Ике ҡатынды берҙәй яратыу башҡа һыймаҫлыҡ ауыр. Ә мин шул ҡазаға юлыҡтым бит. Бына бер йыл инде. Һин миңә яҡынһың... Ул миңә яҡын. Осрашабыҙ... Бығаса белдермәнек... Инде йәшереп булмай.

Һалҡында һүнгән усаҡ (хикәйә)
Һалҡында һүнгән усаҡ (хикәйә)

Йомшаҡ диванға йомарланып ҡына сумып ҡыҙғылт һары абажурҙың яҡтыһында ейәнсәренә күлдәк бәйләгән Гөлйөҙөм әле өҫтәлде биҙәп ултырған ләләләргә, әле телевизорға мөкиббән киткән иренә һөйөнөп ҡарап ала.

«Өлкәнәйгән һайын йомшара бара, – тип уйлай ул. – Йәш ваҡытында ҡыланмағанды, хәҙер һирәк-һаяҡ булһа ла бүләк күтәреп ҡайта. Йә хушбуй, йә тәм-том, йә сәскә... Юҡ-бар алмай, гел затлырағын, яҡшырағын...»

Ҡыҙҙарын башлы-күҙле итеп, олатай-өләсәй булғас, бер-береһенә тағы ла яҡыныраҡ, эҫерәк булын киткәндәренә ҡыуанып бөтә алмай ҡатын. Йәш саҡта тегеһен булдырам, быныһын еткерәм тип, ятаҡтан ятаҡҡа, фатирҙан фатирға күсенеп, балалар менән булашып, бер-береңде генә түгел, үҙеңде онотоп китәһең. Тормош юлдашы, бигерәк тә ҡартайғас, ныҡ кәрәк икән. Тәндең бүҫкәргән йылыһын уртаҡлашып, ниһәйәт, бер-берең өсөн, үҙең өсөн йәшәргә ашығаһың.

Гөлйөҙөм «ҡартайғас» тигән һүҙенә көлөмһөрәп ҡуйҙы. Зиннәтуллаға ҡырҡ биш йәш саҡ тулып тора, ә үҙенә ҡырҡ ике лә юҡ. Тик йәштән генә өйләнешкәстәре, ҡыҙҙары ла егермеләре тулыр-тулмаҫ көйө үҙ ояһын ҡорғас, иртәрәк «ҡартайырға», олатай, өләсәй булырға тура килде. Ә былай Зиннәтулланың башында бер бөртөк аҡ сәсе юҡ, тик түбәһендә тәүҙәрәк йоҙроҡтай көлсә кеүек кенә торған пеләше тора-бара йоҡа ҡоймаҡ ҡәҙәрем булып йәйелде. Зарар юҡ, уның байы күңеле тағы ла күркәмләнә төштө.

Гөлйөҙөм йәнә бер йомшаҡ креслоға сумған иренең ялтыр түбәһенә, бер таждарын япрайтып асҡан эре ҡыҙыл ләләләргә ҡараны.

Телевизор эсенә инеп юҡҡа сығырҙай булып ултырған Зиннәт ҡатынынан үҙенә бөркөлгән нур ипкенен елкәһе менән тойоп, ни ҡылырға белмәй йонсоп, ҡара тиргә төшөп борһаланды.

– Быға тиклем һине аяп белдермәй йөрөгәйнем, – тине ул ҡапыл тәүәккәлләп. Тауышы ҡарлығып, әллә нисек ят булып сыҡты. Әле генә наҙ тулҡынында иҙерәп ултырған ҡатындың йөрәге жыу итеп ҡалды. Шул арала кисәгеһе төндө таңға ҡаршы күргән ҡурҡыныс төшө күҙ алдынан үтеп китте: сынъяһау йорттарының бер мөйөшө емерелеп төштө лә, атылып килеп ингән ҡара дауыл бөтөн донъяларын зил-зибәр килтерҙе, имеш. «Ағын һыуға һөйләүем дә файҙаһыҙ булды, ахыры», – тип уйланы Гөлйөҙөм балаларса бер ҡатлылыҡ менән, әле нимә булғанын белмәгән килеш үк эсе өҙөлөп.

Ә Зиннәт, әллә нисәмә көндәр буйы әҙерләп йөрөгән йәтеш һүҙҙәрен онотоп бөтөп, башлаған хәбәрен нисек алып барып теүәлләргә белмәй, шымып ҡалды: «Яҙып ҡуйырға кәрәк булған, – тип битәрләне ул үҙен дәресен онотҡан уҡыусы кеүек. – Яҙып ҡуйырға кәрәк булған», – тип тағы бер тапҡыр ҡабатланы, үҙе тарыған бәләнән, ҡатынының йөрәгенә һаласаҡ яранан бер ниндәй матур һүҙ ҙә ҡотҡармаясағын аңлаһа ла.

– Беҙ һинең менән сирек быуаттан ашыу татыу ғүмер иттек, – тип дауам итергә көс тапты ул. Әйтте лә тап ошо һүҙҙәрҙе көмөш туйҙарын байрам иткән ҡыуаныслы, түңәрәк табында ауыҙ тултырып һөйләп торғаны иҫенә төшөп, тағы ла нығыраҡ ҡаушаны. – Һиңә кендегем берешкәй кеүек күнеккәнмен. – Шулай тигәс, күкрәк тултырып тып алыр өсөн йәнә туҡтаны, ҡатынына ҡайырылып ҡарарға баҙнат итте. Гөлйөҙөм ҡулындағы бәйләменә сытырман йәбешеп, күҙҙәрен ҙур итеп асҡан килеш ҡатып ҡалған. «Әйт тиҙерәк, әйтә һал! Зарыҡтырма!» – тип һөрән һалып дер һелкетер хәлдә булһа ла, өндәшмәй, – ирҙән уҙыу, сабырһыҙланыу ғәҙәтендә юҡ.

– Мин һине ғүмерем буйы яраттым...

Иренең һуңғы һүҙҙәре Гөлйөҙөмдөң йөрәген әсендереп сыйып үтте, сөнки Зиннәтулланың, күпме йәшәп, бығаса ауыҙ тултырып «яратам» тип әйткәне юҡ ине.

– Мин тормошомдо һинән башҡа күҙ алдыма ла килтерә алмайым. – Был тәтәй һүҙҙәрҙең һуңлап әйтелгәнен, хәҙер хәжәте бөткәнен һиҙенгән ҡатын үҙенә атылған бысраҡтан тайшанған кеүек сайҡалып-сайҡалып китә. Зиннәткә Гөлйөҙөмөнөң үҙенә ышанмағанын күреү ныҡ ҡыйын, сөнки уның ҡатынынан һыуынғаны юҡ. Һыуынһа, еңелерәк булыр ине. Ә былай, Гөлйөҙөмдөң йәнен ҡырҡҡыслаған әсе хәҡиҡәт Зиннәттең үҙен күптән уртаға телгән.

– Һин мине дөрөҫ аңлаһаң ине, Гөлйөҙөм. Ике ҡатынды берҙәй яратыу башҡа һыймаҫлыҡ ауыр. Ә мин шул ҡазаға юлыҡтым бит. Бына бер йыл инде. Һин миңә яҡынһың... Ул миңә яҡын. Осрашабыҙ... Бығаса белдермәнек... Инде йәшереп булмай.

Әле генә бөп-бөтөн булған ҡотло донъяһының күҙ алдында шауҙырлап ҡыйралып аяҡ аҫтына ҡойолоп төшөүенән ҡурҡып ҡатып ҡалған Гөлйөҙөмгә иренең тауышы әллә ҡайҙан, алыҫтан, һаңғырау ғына булып ишетелә.

– Һинең мине аңлауың, ярҙамың кәрәк, Гөлйөҙөм. Һинең миһырбанлы күңелеңде беләм, шуға өндәшергә баҙнат итәм. – Зиннәт яҙып ҡуймаһа ла, ятлап алған икән. Артабанғы хәбәре йыр кеүек, шып-шыма ғына аға.

«Эй хоҙайым, нишләп һаман һөйләй икән? – тип уйлай ҡатын. – Шымһа нимә була икән... Емерелде бит инде».

– Кисә уны эшенән «Ашығыс ярҙам» менән алып киткәндәр. Бик ауыр операция яһарға кәрәк икән. Бик ауыр операция... Хатта уны имен генә күтәрә алһа ла...– Һөйгән кешеһен юғалтыу ихтималлығынан ғына ла Зиннәттең һулышы өҙөлә, зиһене бутала. Ә Гөлйөҙөмдөң киреһенсә... Мейеһе йоҡонан уянғандай була, сәғәт кеүек айыҡ эшләй башлай. «Кисә эш урынынан» тигәнде ишетеү менән күҙҙәре ҡан ҡыҙыл сәскәләргә төштө, был ләләләр башҡаға инселәнгән булған да уның өҫтәленә янылыштан ғына килеп ҡунаҡлаған икән. Зиннәтулланың ҡото осоуҙан һулышы быуылғанын да абайланы, ә зиһене хәтирәләрҙә аҡтарынды: балалар ауырығанда, исмаһам, бер тапҡыр ошолай ҡурҡҡаны булдымы һуң?

– Уға аҙаҡтан бик яҡшы тәрбиә кәрәк буласаҡ, тиҙәр... – Зиннәт һаман мөңгөрләй. – һурпа-маҙар, емеш-еләк. Бер нисә тәүлек эргәһендә ултырырға тура килер, ти врачтар.

«Нимә һөйләй ул?» – тип сабырһыҙлана Гөлйөҙөм. Үҙе өсөн донъяның ҡыҙығы бөткәс, башҡаларҙың хәстәре башына инмәй тора.

...Юрғаны аҫтында йомарланып, боҙ киҫәге кеүек туңып ятҡан килеш көтмәгәндә өҫтөнә ишелеп төшкән ҡазанан ҡотолоу юлын эҙләне ҡатын. Ул үҙен Зиинәтулланан башҡа бер нисек тә күҙ алдына килтерә алмай, шуға күрә ҡулын йәки аяғын ҡырҡып ташларға кәрәк тиһәләр, еңелерәк булыр ине кеүек тойола. Эргәһендә ни ҡылырға белмәй бәхетһеҙ генә булып ятҡан ирен йәлләүҙән дә үҙәге өҙөлдө. Кеше йәнле, егәрле, аҡыллы иренә күңел һалған ҡатынды бик яҡшы аңлай ине ул. Хәҙерге заманда Зиннәтулла кеүек ир-ат һирәк.

Башта ҡайнаған мең төрлө уйҙан, ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғоларҙан йонсоған икеһенә лә был ҡара төн икһеҙ-сикһеҙ күренде. Шаңҡып ҡалған Гөлйөҙөмгә ни өсөндөр бер ҡарарға килер өсөн үҙенә таңға тиклем генә ваҡыт бүленгән кеүек тойолдо. «Нишләргә? Нишләргә?» – тип ҡат-ҡат һораны ул үҙенән, әйтерһең дә нимәлер ҡылырға мөмкинлеге бар. Нимә эшләй ала ине ул? Бары тик ҡамасау булмаҫҡа, ситкә тайпылырға.

Һыҙланыуҙан ярым үлек, ярым тере килеш ҡарарын әйткәйне, Зиннәтулла йылан саҡҡан кеүек һикереп торҙо. «Әйҙә бер нәмә лә хәл итмәй торайыҡ, – тип инәлде ул. – Хәҙергә күнәйек. Сара һауыҡһын. Унан күмәкләшеп бер нәмә уйларбыҙ. Тыңла инде мине».

* * *

– Бынау апай төнө буйы керпек тә ҡаҡманы. Үҙе шым ғына илай ҙа илай. Был сирле ҡатын уның кеме һуң ул? – Палатаның саҡ ҡына ҡыҫылып ҡалған ишегенән постағы йәш медсестраның сағыу тауышы айырым-асыҡ ишетелә, һүҙҙең үҙе тураһында барғанын төшөнгән Гөлйөҙөм, ирекһеҙҙән туҡтауһыҙ субырҙап аҡҡан йәштәрен һөртөп, әле һаман иҫенә килмәгән көндәшенең йөҙөнә баға. Ап-аҡ япма ерлегендә ҡатындың ҡып-ҡыҙыл оҙон тырнаҡтары ҡан таптары кеүек күренә. Был тырнаҡтар тормоштоң тәненә батыра йәбешкәндәр ҙә йәшәү өсөн талашалар кеүек. Ә уның кипшергән ирендәрен әленән-әле һыулы бинт киҫәге менән сылатып ултырған Гөлйөҙөмгә был ныҡ сәйер булып күренә, сөнки үҙенең тамсы ла йәшәгеһе килмәй.

– Бушты һөйләмәгеҙ, – тип аптырай сағыу тауышлы медсестра. – Иреңдең һөйәркәһенең ирененә һыу тамыҙып ултырсәле?! Кит, буштыр!

– Сеү, – тип тыялар уны.– Нишләп бөтөн коридорға ҡысҡыраһың?!

– Китсәле, – тип һаман аптырай ҡыҙ. – Уның урынында мин булһам, «тиҙерәк дөмөкһөн», тип теләр инем, моғайын.

– Тәүбә, тәүбә. Дошманыңа күрһәтмәһен тигән.

Был һөйләшеүҙе ишетеп ултырған Гөлйөҙөм, башына төшкән ҡазаға сит кеше күҙҙәре менән ҡарамаҡсы, үҙ кисерештәрен төшөнмәксе. Ысынлап та, нимә уйлап ултыра ул бында? Нимә теләй?

Күңеленең ҡараңғы бер мөйөшөндә: «Үлһен ине», – тигән теләктең ҡыжмырҙай биреп, ҡыжмырҙай биреп ҡуйғанын тоя ул. Тик нимә генә булмаһын, артабан быға тиклемге бөтөнлөктөң, йән тыныслығының башҡа бер ваҡытта ла кире ҡайтмаҫын белә Гөлйөҙөм. Унан килеп, Зиннәтуллаһы ла йәл. Әле алдында ятҡан ҡатындан башҡа иренең бәхетле булмаҫын, уның өҙгөләнгәнен, бөтөрөнгәнен күреп йәшәү үҙенә еңел булмаҫын да төшөнә. Зиннәтулланы, үҙен, был ҡатынды – барыһын бергә сиселмәҫлек бер төйөнгә бәйләгән яҙмышҡа рәнйеүҙән ни фәтүә?!

Гөлйөҙөм ҡурҡып та, түҙемһеҙләнеп тә ҡатындың ҡыҫҡа ғына тырпай керпектәренең елпенеп ҡалҡыуын көттө. «Нимә тип әйтергә белмәй, бер-беребеҙгә ҡарашып, уңайһыҙланып нисек ултырырбыҙ икән?» – тип борсола ул. Сараның яҡшы күңелле, һәйбәт кеше булыуын теләй. Хәйер, Зиннәтуллаһының насарҙы оҡшатмаҫына ышана. Тәүҙә үтә һылыулығы менән арбағандыр, тип уйлағайны. Өҫтөндәге аҡ япманан да ағыраҡ булып ятҡан ҡатындың иҫ китмәле сибәрлеген тапмағас (үлем менән айҡашып ятҡан кешегә һынап ҡарау уңайһыҙыраҡ булһа ла тыйыла алманы), күңеле матурҙыр, тип һығымталаны.

* * *

Ҡатын-ҡыҙҙың йәшәүгә ихтыярына хайран ҡалырлыҡ. Төнө буйы һаҡлап сыҡты, иртән иренә иҫһеҙ килеш ҡалдырып китте. Ә кискеһен килеүенә Сара Гөлйөҙөмдө бейек мендәренә һөйәлеп ярым ултырған килеш, ҡәҙимге хәлләнеп ҡаршыланы. Сәсе лә таралған. Ҡашын-күҙен дә тәртипкә килтерергә онотмаған. Төнө буйы уның янында керпек тә ҡаҡмай уҙғарған, унан ҡайта һалып иренә тамаҡ йүнәткәндән һуң эшенә сапҡан, кискеһен әлән-борхан тауыҡ һурпаһы бешереп бында йүгергән Гөлйөҙөм, уның көлөмһөрәй биреп, һынсыл ҡарап ултырыуын күреп, ҡойолоп төштө. Үҙенең йүнләп таралмаған сәсе, күлдәгенең сырыш итәге өсөн оялды. Ана бит үҙ ҡәҙерен белгән ҡыҙ-ҡатын әжәлдең тырнағында сағында ла матурлыҡ хаҡында онотмай. Шулай булғас, ирҙәрҙең улар тип башын юғалтыуы ғәжәпме ни?

Ә Сара, Гөлйөҙөмдөң уйҙарын белгән кеүек, тәкәббер ҡарашы менән уны баштан-аяҡ ҡапшап сыҡты. Үткер күҙҙәре һурпалы банка төрөлгән таҫтамалды айырыуса тикшереп ҡараны. Имтихан биргән насар уҡыусы кеүек, албырғап төшкән Гөлйөҙөм дә ҡото осоп ирекһеҙҙән ап-аҡ таҫтамалына текләне. «Нисәмә йыл ғаилә ҡарап, ҡунаҡтар саҡырып, туйҙар үткәреп, был көнгә төшкәнем юҡ ине лә баһа, Хоҙайым», – тип эске ҡалтыраныуын тыя алмай ыҙаланды. Ярай әле ҡашығаяғы ғүмер буйы балҡып торҙо, битенә кершән яҡмаһа-яҡманы, аш-һыуын тәрбиәле тотто. Был юлы ла һурпаһы ла, таҫтамалы ла йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек түгел ине.

Асығыуы еткән, ахыры, Сараның, һурпаны бик теләп эсте. Унан мендәре аҫтынан ҡайылған ебәк ҡулъяулығын алып бөрлөгән кеүек йомро ирендәренең ситтәрен нәзәкәтле итеп һөртөп алғас, үҙенә аңшайып ҡарап ултырған Гөлйөҙөмгә әллә ниндәй матур-матур һүҙҙәр табып рәхмәтен белдерҙе. Тегеһе уларҙың ихласмы, юрыймы икәнен дә төшөнә алмайыраҡ ҡалды. Тишеп ҡараған күҙҙәр менән был хәтле лә татлы һүҙҙәр тап килмәй ҙә кеүек. Шуға күрә һүҙҙәрҙең мәғәнәһенән бигерәк яңғырашына кинәнеп ултырҙы: ҡалай оҫта һөйләй!

– Зиннәт миңә эҫенеп киткән икән, бында уның да, минең дә тамсы ла ғәйеп юҡ, – ти Сара. Үҙе ап-аҡ тештәрен йылтыратып иркә йылмая.– Ир-ат ситкә ҡарай икән, быға беҙ, ҡатындар, үҙебеҙ ғәйепле, һиндә тапмаған йылыны ирең башҡала эҙләй башлай. Шулай түгелме ни?

«Аҡыллы ҡатын шул», – тип һығымта яһай Гөлйөҙөм ирекһеҙҙән уға баш ҡағып, ризалашып.

– Быны минән дә яҡшыраҡ кем белһен инде,– тип дауам итә Сара. Ирем минең өсөн өҙөлөп торҙо, ә мин уны ярата алманым. Уны йәлләй торғайным, тик тәрән тойғо булмағанды кеше һиҙә бит ул. Миңә ялынып йөрөнө-йөрөнө лә үс итеп ситкә күҙ һала башланы. Ә мин уның хыянатын ғәфү итә алманым. Айырылдым. – Сара тағы йылмая. Был юлы моңһоу сабырлыҡ менән. Уның әллә нисә төрлө йылмайыуы бар: тәкәббер, моңһоу, рәхмәтле, нәзәкәтле, иркә. Һәр береһе үҙенә башҡа. Бер сәғәт эсендә генә лә Гөлйөҙөм шуны абайланы.

– Һеҙгә күп һөйләшеп арырға ярамай, – тип киҫәтә сирлене укол һалырға ингән ҡара һылыу шәфҡәт туташы наҙлы йылылыҡ менән. Тупыҡ бармаҡлы ҡулдарын ҡаушырып мыштым ғына ултырған Гөлйөҙөмдө, эшкә һанамағанын һиҙҙерергә тырышҡандай, тапай яҙып үтә.

– Ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә белә бит ул кеше, – тип көлә Сара ул сығып киткәс. – Бөтә бүлексә беҙҙең хаҡта һөйләй. Медсестралар, ауырыуҙар, ҡайһыһы һине, ҡайһыһы мине яҡлап әрләшеп бөткән...

«Быныһы Сара яҡлылыр инде», – тип уйлай Гөлйөҙөм, күңеле кителеп. – Ҡайһылай дорфа ҡылана». Ул арала палатаға килеп ингән өлкәнерәк шәфҡәт туташы:

– Апай, һеҙ бөгөн дә төнгөлөккә ҡалаһығыҙмы? – тип ихтирамлы ҡыҙғаныу менән Гөлйөҙөмгә өндәшә. Эсе йылынып киткән Гөлйөҙөмдөң һораулы ҡиәфәт менән бер Сараға, бер үҙенә ҡарағанын күрен:

– Ныҡ арығанһығыҙ бит. Ауырыуҙың хәле үтә насар түгел. Ҡайтып ял итһәгеҙ ҙә була, – тип кәңәш бирә. Сара ялыныслы итеп:

– Мин әле яңғыҙ ҡалырға ҡурҡам. Төндә хәлем тағы насарайһа, нишләрмен?! – тип ҡаршы төшкәс, ҡырҡыу ғына:

– Беҙ төнө буйы уяу, – ти ҙә, Гөлйөҙөмгә боролоп, – ҡалһағыҙ, хәҙер постель индерәм, бынау карауатҡа ятырһығыҙ, – тип сығып китә.

Хәбәрсән Сара, мөкиббән булып, тыңлаусы кеше барында һаман һөйләшкеһе, тағын бер мәхлүкте үҙенең ылыҡтырғыс булмышына арбағыһы килһә лә, дарыуҙар тәьҫиренәнме – тиҙҙән йоҡланы. Тәүлек тигәндә беренсе тапҡыр һуҙылып ятырға форсат сыҡҡас, Гөлйөҙөм дә, йоҡо менән ни тиклем көрәшергә тырышмаһын, оҙаҡламай биреште. Өндәгеһе төшөндә лә борсоғанғалыр, ҡыйын итеп, тертләп уяна-уяна йоҡланы. Уянған һайын, сабыйын ҡурсыған әсә кеүек, Сараны байҡай.

* * *

– Ә мин һине былтыр яҙ уҡ күргәйнем, – тине Сара иртәгәһе кисте илгәҙәкләнеп. – Үҙемдең шул саҡта нимә уйлағанымды әйтәйемме?

Гөлйөҙөм баш ҡаға. Уға был иркә бала кеүек наҙлы ҡатын торған һайын нығыраҡ оҡшай. Ҡарай, ҡарай ҙа Зиннәтулланың ни өсөн ул тип һушы киткәненә төшөнә: «Гел ҡыҙыҡтыр инде бының эргәһендә, театр ҡараған кеүек», – тип кинәнә ул эстән генә.

– Үпкәләмәйһеңме? – тип ныҡыша Сара.

– Юҡ.

– Нисек Зиннәт ғәрләнмәйенсә был ҡатынды эйәртеп йөрөтә икән, тигәйнем. Үҙе олпат ҡына ир. Арыу ғына кейенгән. Етмәһә, мине күреү менән, әйбер ҡараған булып, эргәмә килеп баҫты ла күҙен таҫырайтып, ашарҙай итеп текләп тора. Көн эҫе булғас, түше ныҡ асыҡ ҡыҙыл күлдәгемде кейгәнмен. Бөҙрә сәстәрем туҙрап яурынымды япҡан...

Сараның хәбәре зитына тейһә лә, бөҙөркә итеп, китаптан уҡыған шикелле һөйләүенә Гөлйөҙөмдөң көлкөһө килеп китә.

– Ҡолағыма ҡайнар тынын өрөп бышылдай, – тип дауам итә тегеһе. – Бынау ҡарғаны (тураһын әйткәнгә ғәфү ит, иреңдең һүҙҙәре булғанға ғына ҡабатлайым, – тип нәзәкәтле йылмайыуы менән эске кинәнесен ҡапларға тырышып, Гөлйөҙөмдөң уңайһыҙланыуҙан, рәнйеүҙән гөлтләп ҡабынған йөҙөнә һирпелеп баға ул), бынау ҡарғаны, – тип ниндәйҙер бер эске ләззәт менән тағы ҡабатлай Сара, – эшенә оҙатам да яныңа киләм, – тине.

Һине шул тиклем йәлләнем. Зиннәтте пыр туҙҙырып ташланым: «Үҙ ҡатыныңды ҡарамайынса, башҡаларға темеҫкенеп йөрөйһөң, тимен. Нишләп ҡатыныңа саҡ ҡына әйтмәйһең? Үтә күренмәле итәк кейгәс, исмаһам, балағын сосайтып оҙон ыштан кеймәһен! Башындағы өпрәйле ҡыҙыл нәмәһен дә хәҙер үк алып ырғыт. Саҡ ҡына ла зауыҡ тигәнде белмәгән нәмәңде ғәрләнмәйенсә нисек эйәртеп йөрөйһөң?!»

* * *

«Ярата, яратмай... Ярата, яратмай...» Бәйләнсек себен кеүек йөҙәтеп туҡтауһыҙ мейеһендә өйөрөлгән был һүҙҙәрҙән нисек ҡотолорға белмәй килә Гөлйөҙөм. Ҡырҡ ике йыл буйы ла шул ҡәҙәрем ишетмәгәндер ул был «ярата, яратмайҙарҙы», һуңғы өс көн эсендә ғүмерлеккә етерлек булғандыр, моғайын.

Бығаса мөхәббәт тигән нәмә киноларҙағы сибәр, сағыу кешеләргә генә тәғәйенләнгәндер, ә Зиннәтулла менән Гөлйөҙөмдәй ғәҙәти кешеләрҙең тормошон йәмләгән тойғо башҡасараҡ, үҙҙәре кеүек, ябайыраҡ аталалыр төҫлө күренгән, ахыры, сөнки уның был хаҡта уйланғаны ла булмаған булып сыҡты.

Зиннәтулланың, элгәреге көнгәсә, берәй тапҡыр «яратам» тип әйткәне булдымы икән? Юҡтыр, әйтһә, ғәжәпләнгәне булһа ла хәтерендә ҡалыр ине. Әйтеүҙең кәрәге лә булмағандыр. Тойғоң бар икән, уны аңлатыр өсөн һүҙ нимәгә? Ҡояшты болот киҫәге менән ҡаплап булмаған кеүек, һөйөү ҙә булмышыңды балҡытып, хуш еҫ бөркөп тора бит. Уны күрһәтеү түгел, йәшереүе ҡыйын.

Буш сумкаһын йәлп-йөлп һелтәп, дәрестән ҡыуылған уҡыусы кеүек һуҙмаңлап, ғүмерендә тәүге тапҡыр өйөнә ашыҡмай ғына ҡайтып барған Гөлйөҙөм шуларҙы уйланы. Үҙенең яңы хәленә күнегеп китә алманы ул. Быға тиклем инанып йәшәгән фекерҙәре күҙ алдында үҙгәрә, булмышын йәнсеп яңы уйҙар, яңы тойғолар бәреп инә.

Көндәшлектең ҡайһылай яйһыҙ нәмә булғанын төшөнөп ҡайтып бара ҡатын. Кемебеҙ яҡшы, кемебеҙ яман тип кемуҙарҙан ярышырға тура киләсәк икән дә. Был Гөлйөҙөмгә ифрат та сәйер, уңайһыҙ күренде, сөнки күпме ғүмер йәшәп бығаса бер кем менән дә, бер нәмә өсөн дә ярышырға, көрәшергә тура килмәне. Шым ғына, үҙенә күрә генә йәшәне. Кеше өлөшөнә ҡыҙыҡманы, уныҡына ла ымһыныусы табылманы. Әҙәм көнләшерҙәй сағыу матурлығы, һиҫкәндерерлек салт аҡылы, йән әсеттерерҙәй әсе теле булмағанғамы икән?

Йәшләй генә Зиннәтуллаһына күңел һалды ла иренең булмышында таш булып батты. Уны гел алдын ҡуйҙы, ғәйепле сағында ла аҡланы, рәнйерлек мәлдәре лә булғандыр, уларын да йотто, ауырһынманы, шуғалырҙа күңелһеҙ саҡтар иҫендә лә ҡалмаған.

Эшләгән ерендә, китапханала ла, кеше хәленә инә белгәне, ихласлығы өсөн яраттылар. Ҡайны-ҡәйнәһенән уңғайны, әле ҡыҙҙары-кейәүҙәре, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары ҡыуандыра. Шуға күрә, тормош шулай була икән тип, яҙмышына шөкөр итеп, уйһыҙ ғына йәшәгән дә ятҡан. Бөтөн донъяһының, үҙәгенә ҡорт төшкәнен дә абайламаған.

«Бынау ҡарғаны ғына илтеп ҡуям да...» Гөлйөҙөм, әсенеүле көлөмһөрәп, Зиннәтулланың кәмһеткес һүҙҙәрен ҡабатлай. «Бынау ҡарғаны...» Иренең һөйәркәгә ярарға була, үҙен шулай еңел генә түбәнһетә алыуы ныҡ ғәрләндерҙе ҡатынды. Әле өйгә ҡайтып инер мәлен ытырғанып күҙ алдына килтерҙе. Бөтөн ғүмерен шуны йылытырға, ҡотайтырға бағышлаған, унда йәшәгән барыһына ла рәхәт булһын тип тырышҡан өйөнөң ишеген асып инеүҙән биҙрәп, иренең күҙенә ҡалҡып ҡарай алмам тип ҡурҡып, яҡынайған һайын яйланы. Подъезд ишегенән ингән ерҙән кире боролдо: туҡталышҡа барып автобусҡа ултырҙы ла өлкән ҡыҙына китте. Бығаса бөтәһенә лә йылыһы еткән, барыһына лa таяныс булған Гөлйөҙөмдөң өшәнгән күңеле үҙе йылыға мохтаж ине бөгөн.

* * *

...Гөлйөҙөмдөң больницаға йөрөүенең кәрәге лә бөткәйне. Ашарға рәтләп Зиннәтуллаға биреп ебәрһә лә бик еткән. Тик ул үҙен ғазаплауҙан әрнеткес бер ләззәт тапҡан кеүек һәр кис һайын килде лә килде. Тып итеп килеп етә лә өндәшмәй генә ризыҡтарын теҙә.

– Толомоңдо улайтып нәҙек оҙон итеп сыбыртҡы һымаҡ үреп төшөрмә, бигерәк йоҡа бит, тип Гөлйөҙөмдөң сәсен рәтләргә булып китте Сара тамағы туйғас. Бөгөн уның кәйефе лә, хәле лә шәп. Зиннәт көндөҙ улын алып килгән, шуға ҡыуанып бөтә алмай.

– Минең хулиганға атай булғыһы килеп йонсой инде, байғош, – тип көлә Зиннәттән Сара. – Ғүмер буйы малай тип хыялландым, тип өҙәләнә. Йәнем көйөп, башҡа килтермәҫкә тип ҡыҙып киткән сағымда шул баланы уйлап тыйылам. Зиннәт өйрәтә башлағаны бирле уҡыуы арыуланды, урам тип сапмай башланы. Йыбанмай сәғәттәр буйы дәрес әҙерләйҙәр. Улымдың зирәклегенә, сослоғона ғәжәпләнеп бер була.

«Минең ҡыҙҙар кәбәк баш ине, эргәләрендә йоҙроҡ болғап торһаң да, баштары эшләмәгәс, эшләмәне. Был балаға аңлатыуы үҙе бер кинәнес», – тип ебәрә. Үҙ балалары тураһында кеше шулай тип әйтәме? – тип әрләп ташлайым, – ти Сара уның хәлен аңлаған кеүек. – Ә Зиннәт теге анекдотты һөйләй...»

Шарҡылдап, рәхәтләнеп көлөп алғандан һуң, йәшле күҙҙәрен Гөл йөҙөмгә төбәй:

– Һиңә лә һөйләгәне барҙыр? Мәктәпкә ата-әсәләр йыйылышына барған бер атай ҡыҙының насар уҡығанын тыңлап ултырған-ултырған да: «Тас әсәһе! Тас әсәһе! Уның кеүек үк алйот!» – тип бот сабып ҡысҡырған, ти.

Зиннәтулланың хаяһыҙлығынан, Сараның аяуһыҙлығынан Гөлйөҙөмдөң тыны быуылып, күҙ алдары ҡараңғыланып китә. Һөйәркәнең күңелен күрер өсөн үҙ ҡыҙҙарын мыҫҡыл итеп ултырған иренә күңеленең иң төбөнән насар бер хистең ҡалҡып сығып үңәсен һыҡҡанын тоя ул. Тик сарбайлап сығыу булмышында юҡ. Сабыр ғына тауыш менән:

– Әлләсе, – тип әйтергә көс таба. – Кәбәк баш булһалар, институтҡа бер ярҙамһыҙ инеп, матур итеп уҡып сыға алмаҫ инеләр. Бер тапҡыр ҙа стипендиянан ҡалманылар.

– Мин дә шулай тинем шул, – тип күтәрмәләп ала Сара. – Был ир-ат ҡуштанланыу өсөн ниндәй генә түбәнлектәргә бармай. Әй, ҡуйсәле, шуларҙы. Тел талдырып, ваҡыт әрәм итеп.

Был ҡаптырмаңды хәҙер үк анау мөйөштәге сүп биҙрәһенә ташла. Бына мин һиңә сәсеңде йыйырға икенсе бер нәмә бирәм: софистр-твист тип атала. Бәлки, телевизорҙан рекламаһын ҡарағанһыңдыр. Баҙарҙа һатылған арзан тауар түгел, ысыны, бер дуҫ долларға һатып алып ҡайтып биргәйне.

Гөлйөҙөмгә Сараның ҡулдарының иркәләп кенә сәстәре менән булышыуы һәләк рәхәт... Ҡапыл уға әле ошо ҡатындан да яҡын кешеһе юҡ кеүек тойолоп китә. Ниндәйҙер арбау көсө бар бында.

– Зиннәт шулай китмәй ҡаҡшата, – тип көлә уның уйҙарын әллә ҡайҙан һиҙеп алған Сара. – Өйөндә ут йотоп көтөп торған ҡатыныңды уйлаһаңсы, тип ҡайһы ваҡыт ҡыуа башлайым. Ҡайтҡым килмәй, тағы саҡ ҡына янығыҙҙа булайым инде, тип илай яҙып тубығымды ҡосаҡлай. Илаҡ ирҙәрҙе енем һөймәй, тип уның һайып ҡыуам. Тиле холҡо инде миндә. Аҡыллы бисәләр, ирҙәрен нисек тә эргәләренән ебәрмәҫкә, ыскындырмаҫҡа тырыша, ә мин дөбөр-шатыр һеперәм дә сығарам. Ә ул мәхлүктәр, ҡыуған һайын сат йәбешә...– Көйәҙ ҡатын башын артҡа ташлап тороп рәхәтләнеп көлә.

«Ҡайһылай бәхетле был Сара!» – тип ирекһеҙҙән уға һоҡланып уйлай Гөлйөҙөм.

– Яратам, ти башлаһалар, енем ҡотора ла китә, – тип күҙ йәштәрен һөртә-һөртә дауам итә Сара. – Үҙең яратҡан берәү булмағас, уларҙың мыжғышып йөрөүенән ниндәй файҙа... Исмаһам, берәүһе күңелемә ятырҙай булһасы... Бер кемде лә яратҡаным юҡ. Ә шул тиклем яратып ҡарағы килә...

«Бер кемде лә яратҡаным юҡ...» – был һүҙҙәрҙе Сара баҫалҡы моңһоулыҡ менән әйтһә лә, Гөлйөҙөм ундағы эске ғорурлыҡты тойоп ала.

Талымлы кешеләр шулай булалыр... Ул быға тиклем бер нәмә менән дә ҡәнәғәт була белмәгән кешеләргә аптырай ине. Фатиры ла насар райондан, насар планировкалы, алған тауарының да гел сифаты насар, насар... насар... Баҙарҙа йәки магазинда тауар ҡарағанда ла ундайҙар әйбергә ерәнгән кеүек, иреп ҡымтып, бармаҡтарының осо менән генә тотона. Үҙе гелән шөкөр итен йәшәгәс, ундайҙарҙы йә ҡыҙғана, йә аптырай торғайны Гөлйөҙөм. Әле килеп төшөндө: бер нәмә менән дә ҡәнәғәт булмау, талапсанлыҡ – юғары кимәлдең, мәҙәниәттең, затлылыҡтың билдәһе икән дә. Ә ул яҡшыны күрмәгән ярлы-ябаға, ҡара һөйәк булғастын, бөтөн нәмәгә рәхмәтле булып йәшәгән дә ятҡан. Бер ғүмер йәшәп, ошоғаса шуны аңламағаны үкенес булып китте.

Ирҙе ҡәҙер итеп йәшәүҙе лә мәртәбәгә һанап яңылышҡан. Баҡтиһәң, кешене ни тиклем һанға һуҡмаһаң, ҡәҙерен белмәһәң, шул тиклем баһаң арта, бәҫең күтәрелә икән. Сараның һөйләүҙәренән кешене яратыу – бахырлыҡ, түбәнселек икәнен аңлағас, Гөлйөҙөмгә донъя оторо шыҡһыҙ булып күренде. Бөтә нәмә мәғәнәһен юғалтты. Үҙенең тормошо... Ҡыҙҙарының тормошо... Әсәләренә оҡшап ирҙәре, балалары, дуҫтары өсөн мөкиббән киткән ҡыҙҙары ла бахыр. Сара, Сара, тип йәнен ярып бирерҙәй булып йөрөгән Зиннәтулла ла ... меҫкен. Сара унан рәхәтләнеп көлә, теләһә – ҡыуа, теләһә – саҡыра. Ә Зиннәтулла ҡыуана-ҡыуана ҡабат уның аяҡ осона килеп йығыла.

– Ананас ҡырҡып аша... – ти Сара. – Киви ҙа ал. Ҡалғанын өйөңә алып ҡайт. Яратмайым шуны, ташыма, тәме сей помидорҙыҡы кеүек, тип күпме әйтәм, Зиннәт тыңламай бит. Ул шоколад ташып еләтеп бөттө.

Ғүмер буйы иренең һыҡмырлығына, аҡсаны ныҡ ҡыҫып тотоуына күнеккән Гөлйөҙөмгә уңайһыҙ булып китә.

– Затлы ризыҡ ташығансы аяғыңа алып кейер инең, тинем бер аптырағас. Тишек ойоҡбаш менән килгән. Улым күреп йәлләгән дә ипләп кенә килеп бышылдай: «Әсәй, тегеп бир», – ти. Үҙем ямап кеймәгәнде, кеше абышҡаһына ямап ултыраммы, тип өр-яңы ҡиммәтле ойоҡбаш кейҙерҙем дә ҡайтарҙым.

Бығаса Сараның һәр һүҙен уйһыҙ йотоп, һеңдереп ултырған Гөлйөҙөмдөң күңеленә шик һала был ойоҡбаш. Беренсенән, Зиннәтулла тишек носки менән мөрхәтһенә торған мәшәү, һапата ир түгел. Ул һәр ваҡыт ҡараулы, хатта фыртыраҡ йөрөргә яратты. Икенсенән, донъя булғас, ни генә булмаҫ, тиер инең, Гөлйөҙөм үҙе сит әйберҙе абайламай ҡала торған ҡатын түгел. Был йәһәттән ул үҙ-үҙенә бик талапсан: ир кеше ваҡ-төйәк һатып алып ваҡланып йөрөмәҫкә тейеш, тип һәр нәмәһен үҙе етештерә.

«Йомшаҡ түшәп ҡатыға ултыртырға, һиҙҙермәҫтән генә әсе тешләп нығыраҡ әрнетергә итәме икән ни был ҡатын?» – тип сәйерһенеп үҙенә нисегерәк кейенергә, ҡайһылай матурыраҡ күренергә өйрәтеп бер булған Сараға, уның һөйләгәндәрен ишетмәй, текләп ҡарап ултыра Гөлйөҙөм. Сараның ихласлығы, хәстәрлекле әхирәт булып күренергә тырышыуы – барыһы ла уйын, кәмит, ялған ғына булғанын төшөнә башлаған ҡатын сикәнеп урынынан ҡуҙғала.

«Нишләп киләм мин бында көн һайын? – тип аптырай Гөлйөҙөм больница күтәрмәһенән яйлап атлар-атламаҫ ҡына төшөп барышлай. Ул үҙен йыуынды һыуға ҡойонған кеүек тоя. Йәнен һурып алған кеше кеүек хәлһеҙ, йонсоу...

– Быҙау сәйнәп ташлаған шайыҡлы сепрәк кеүек, – тип ҡуя Гөлйөҙөм. Унан аяғы менән ерҙе тойғас, туҡтап тәрән итеп тын ала. – Аллаға шөкөр, – ти ул ҡапыл. Сөнки бында башҡа бер ваҡытта ла килмәйәсәген аңлай. Уның әле бер кемде лә күргеһе, бер кемде лә ишеткеһе килмәй, барырға теләгән ере лә, башында йүнле уйы ла юҡ. Уйҙары ла өҙөк-йыртыҡ, хистәре лә сала-сарпы.

– Ә бит был бисә алдай, – тип уйлайым тигәнсе, ҡысҡырып әйтте лә, үҙе үк тертләп китте Гөлйөҙөм. – Ул да алдай. Ә ни өсөн ул алдамаҫҡа тейеш һун? Нишләп мин уға һүҙһеҙ ышанырға тейешмен? Ҡайҙан һеңгән был минең башыма? – тип аптыраны, тик аңлай алманы, теләмәне лә. Ҡаршыһына килгән Зиннәтулланы ла күрмәне.

– Гөлйөҙөм, – тип өндәште ире ҡағылып тиерлек үткән ҡатынының үҙен абайламағанына сәйерһенеп. Ул Сараның тере ҡалыуына, һауығып килеүенә, Гөлйөҙөмдөң уларҙың мөхәббәтен аңлауына, ул ғына ла түгел, Сара менән дуҫлашып китеүенә ҡыуанысынан башы күккә тейә яҙып йөрөй ине. Әле лә эшенән тура бында елдереүе...

– Гөлйөҙөм, – тип ҡабатланы Зиннәт, ҡатынының һаман өндәшмәй баш баҫып барғанына хәүефләнеп ҡысҡырыбыраҡ әйтте: – Гөлйөҙөм, тием.

Исемен ишетеп һиҫкәнгән Гөлйөҙөм ҡулына алһыу раузалар тотоп балҡып торған ирен күреп туҡтаны. «Был сәскәләрҙе миңә бүләк итһә, мин ҡыуанысымдан нимә эшләргә белмәҫ инем. Ә Сара: «Һабаҡтары ҡыҫҡа. Береһе бөтөнләй бәжеп бара, тиәсәк», – тип уйланы.

Зиинәтулланың өҫ-башына тикшереп ҡараны: матур кейенгән, оялырлыҡ түгел. Унан сәйерһенеп ҡарап торған иренең күҙе менән үҙенә баҡты: калуш кеүек лапшыҡ туфлиҙары, шөҡәтһеҙ күлдәге... «Нисек ғәрләнмәй шул ҡатынды эйәртеп йөрөйһөң?»

– Гөлйөҙөм, – тип уға табан атланы ҡатынының сәйер өнһөҙлөгөнә хәүефләнә башлаған ир.

«Нисек ғәрләнмәй шул ҡарғаны эйәртеп йөрөйһөң?» Иренә, килмә, яҡынайма, тигән ишара яһап, Гөлйөҙөм үҙе лә аңғармаҫтан тротуарҙан урамға бер аҙым сигенде.

«Әллә иҫерек инде», – тип шомланған Зиннәт: «Гөлйөҙөм!» – тип асырғанып уға табан ынтылыуға уныһы кире эткән кеүек ҡулын болғап арты менән тағы сигенде. Шәп тиҙлек менән килгән таксиҙың тормоздарының ҡолаҡ ярғыс итеп сыйылдауы, эргәлә торған бер ҡатындың үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырыуы ишетелде.

Һуңғы минутына тиклем һушында булды Гөлйөҙөм. Түңәрәк күҙҙәрен мөлдөрәтеп өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡарап тик ятты. Тәнен бөтөнләй һиҙмәй ине. Ауыртынмай ҙа.

– Ул мине ишетәме? – тип һораны Зиннәтулла аптырағас врачтан. – Һөйләшә аламы?

Ә Гөл йөҙөмдөң һөйләшә алһа ла, һөйләшкеһе килмәй ине, йәшәгеһе лә. Барыһы ла ныҡ йәл ине, бары шул ғына. Зиһене тарҡалып барғанын тойоп, мәңгелеккә китеүенә ышанғас ҡына, үҙ-үҙен көсләп: «Мин үҙем хәл иттем», – тип бышылданы.

– Нимә, нимә тиһең? – Уның әйткәнен ишетмәй ҡалған Зиннәтулла ҡатынының тыныс, хатта битараф ҡарашын осратып сәсен йолҡорҙай булып өҙгөләнде.

* * *

Гөлйөҙөмдө аҡ ҡайын төбөндә ҡалдырып ҡайтҡас та, юғалтыуының күләмен, етемлек әсеһен аңғарманы әле Зиннәт. Әле ҡатыны йыйыштырған йәмле өйҙән уның йылыһы, уның ҡото китеп өлгөрмәгәйне. Шифоньерҙа Гөлйөҙөмдөң ҡулдарының йылыһын һаҡлаған (кейем-һалым йыуыуҙы ғүмере машинаға ышанманы) күлдәк-ыштан, ишенә-иш итеп бөхтәләп һалынған носкиҙар үҙен ҡараулы ир итеп тойорға мөмкинлек бирҙе. Унан күңеленең түрендә Сара менән яңы бәхеткә өмөтө баҙлай ине.

Тик килеп сыҡманы. Мөхәббәттәре һалҡында һүнгән усаҡ кеүек төтәп барып тонсоҡто. Элек, Сара тураһында хыялланып йәшәгәндә, Гөлйөҙөм Зиннәткә үтә ябай, күңелһеҙ, ҡайһы берҙә хатта аңрараҡ та тойола ине. Шуға күрә үҙен уның янында йәлләү хисе һәм күп йыллыҡ күнегеүе генә тотоп торалыр тип уйланы. Әле килеп иһә Сараның ҡыланышы артыҡ яһалма, үҙе елбәҙәк, һай кеүек күренде.

Ә Сараға тамағы туҡ, өҫтө бөтөн, тормоштан ҡәнәғәт ир-ат нығыраҡ оҡшай булып сыҡты. Улар икеһе лә ҡасандыр бәхеттәренә ҡамасау тип уйлаған Гөлйөҙөмһөҙ мөнәсәбәттәренең бер мөйөшө кителеп төшкәнен тойҙо. Гөлйөҙөмһөҙ етемһерәп ҡалған, ташландыҡ, хатта зәғиф төҫкә ингән Зиннәткә – өтөп алып барған яндырай Сара, Сараға ҡатынын һағынып болоҡһоған Зиннәт кәрәк түгел ине.

Тәүҙә улар, ғәҙәт буйынса, осраштырғыланы. Тик икеһенә лә йыуаныс бирмәгән күрешеүҙәр тиҙ еләтте.

Сараны башҡа оҡшатыусылар ҙа күп ине. Ә Зиннәт уңалмаҫлыҡ күңел яраһын араҡы менән йыуырға кереште.

Әле уны яҡты донъяла шешә менән төштәре генә тотоп тора. Һәр төн һайын бер үк төш инә уға. Гөлйөҙөм эргәһенән генә, ҡағылып тигәндәй үтеп китә, тик Зиннәтте күрмәй, әллә күрергә теләмәй. Зиннәт уның артынан асырғанып ҡысҡырып, ынтылып ҡала. Аҙашҡан сабый кеүек, ҡарлыҡҡансы... Шунан үҙенең тауышына үҙе әсенеп уяна. Уяна ла әле күргәне төш, ҡайғылы яңғыҙлығы өн икәненә ышана алмай бик оҙаҡ ята.

Ул бит ғүмер буйы төплө уйлап, ышаныслы итеп йәшәне. Донъяһын да таш диуарҙай ныҡлы итеп ҡорҙо, мал йыйҙы. Ҡатынының да эт кеүек тоғро, ышаныслы, күндәм булғанына иманы камил ине. Кеше күңеленең тын алышҡа ла ҡойолған алмағас сәскәһеләй нәфис, кеше йәненең шәм утына ла көйгән күбәләк кеүек ғүмерһеҙ икәнен кем белгән һуң?

Барыһы ла бар ине бит... Барыһы ла юҡ.

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

ejansura.ru

Һалҡында һүнгән усаҡ (хикәйә)
Һалҡында һүнгән усаҡ (хикәйә)
Автор:
Читайте нас: