Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Сентябрь , 08:55

Алкоголь сәләмәтлеккә зыян килтермәһен

Ауырыуҙың проблеманы аңлауы һәм унан ҡотолорға теләүе - һауығыуға тәүге аҙым.

Алкоголь сәләмәтлеккә зыян килтермәһен
Алкоголь сәләмәтлеккә зыян килтермәһен

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 9 сентябрҙән 15 сентябргә тиклем алкоголь ҡулланыуҙы һәм уның менән бәйле сирҙәрҙе кәметеү аҙнаһы иғлан итте. Ул Бөтә Рәсәй Айыҡлыҡ көнөнә арналды.

Алкоголде ҡулланыу йыш ҡына үлем, төрлө сирҙәр, енәйәтселек, травматизм, көс ҡулланыу сәбәбе булып тора. Айырыуса ауыл ерҙәрендә алкоголь ҡулланыуҙың ауыр эҙемтәләре менән осрашырға тура килә. Алкоголизм – психик һәм физик бәйлелек арҡаһында эскелек менән мауығыуға бирелгәнлек. Алкоголдең зарарлы тәьҫире кеше организмының бөтә ағзаларында һәм системаларында сағылыш таба.

Алкоголь баш мейеһенә зарар килтерә. Спирт ҡан әйләнешен аҡрынайта, күҙәнәктәргә кислород етешмәй башлай. Һөҙөмтәлә хәтер насарая, аҡыл һәләте кәмей, кеше шәхес булараҡ юҡҡа сыға.

Йөрәк эшмәкәрлегенә зыян килә. Алкоголь холестерин кимәлен күтәрә. Гипертония һәм миокард дистрофияһы башланыуы мөмкин.

Спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан лайлалы тиресәнең һаҡланыу функцияһы йомшара. Һөҙөмтәлә ашҡаҙан сей яраһы, онкологик патологияларға юл асыла. Алкоголь бауырға ҙур зыян килтерә, гепатит һәм цирроз сирҙәре башлана. Эскеселәргә матдәләр алмашыныуы боҙолоуы хас, шәкәр диабеты һәм панкреатит башланыуы ихтимал. Тән тиреһе һығылмалығын юғалта, кеше ваҡытынан алда ҡартая. Алкоголь енес ағзаларына ла тәьҫир итә, түлһеҙлеккә алып килеүе ихтимал.

Бөгөн алкоголизм менән көрәшеү өсөн төрлө прогрессив дауалау һәм реабилтация ысулдары ҡулланыла. Ауырыуҙың проблеманы аңлауы һәм унан ҡотолорға теләүе һауығыуға тәүге аҙым булып тора.  

Алкоголдең хәүефһеҙ  дозаһы булмай, шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

https://bashgazet.ru/

Алкоголь сәләмәтлеккә зыян килтермәһен
Алкоголь сәләмәтлеккә зыян килтермәһен
Автор:
Читайте нас: