Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ҙур иғтибар бирә. Ауыл хужалығы эш урындары һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Фермерҙарға төрлө ярҙам төрҙәре, гранттар, субсидиялар һәм ташламалар бар. Төбәк һөҙөмтәлелеген һәм конкурпентлығын арттырыу өсөн агросәнәғәт комплексын эҙмә-эҙлекле яңырта.
— Башҡортостанда фермер хужалыҡтарына hәм ауыл хужалығы кооперацияһына дәүләт ярҙамы күрһәтеү дауам итәсәк. Хатта 2024 йылдағы кеүек ҡатмарлы иҡтисади hәм климат шарттарында ла позицияларҙы һаҡлап ҡалырға ғына түгел, ә бар ерҙә лә үҫеш алырға тырышырға кәрәк. Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында продукция етештереүҙе ике тапҡыр арттырыу өсөн ресурстар етeрлек, — тине БР ауыл хужалығы министры, БР Хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары Илшат Фазрахманов 13 сентябрҙә Ауырғазы районында Баҫыу көнөндә.
Беҙҙең районда ауыл хужалығын үҫтереү менән бөгөн төрлө милек формаһындағы ике тиҫтәнән ашыу эре ауыл хужалығы предприятиеһы уңышлы шөғөлләнә. Ә бына крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һаны иҫәпләүҙәр буйынса — 65. Шулар араһында Сухоречка ауылынан Гүзәл Ғаяз ҡыҙы Зәкиеваның хужалығы ла бар.
— Беҙҙә иген культуралары 680 гектар майҙанда үҫтерелде, — ти Гүзәл Ғаяз ҡыҙы быйылғы урып-йыйыу осоронда башҡарылған барлыҡ эштәрҙең күләмен хәтеренән һанап. — Yҫтереп йыйып алынған уңыш насар булманы. Бер гектарҙан уртаса уңыш 20,3 центнерҙан ашыу тәшкил итте. Айырыуса ужым боҙайы һөйөндөрҙө. 106 гектар майҙандан гектарына 32,9 центнер уңыш сыҡты. Был, әлбиттә, сәсеүлектәрҙе ваҡытында ҡарау һөҙөмтәһендә килеп сыҡты:
ашламалар менән туҡландырҙыҡ hәм химик утау үткәрҙек. Яҙ башында уҡ беҙ 25 тонна ҡатмарлы hәм 20 тонна азотлы
минераль ашламалар һатып алдыҡ. Быйыл йыш яуған ямғырҙар ҙа ярҙам иткәндер, күрәһең. Шулай ҙа беҙ үҫтерелгән игендең барыһын да ваҡытында складтарға һалып өлгөрә алдыҡ. Һөҙөмтәлә1220 тонна яҡшы сифатлы ашлыҡ йыйылды. Бөгөнгө көндә 320 гектарҙа техник культуралар йыябыҙ.
Бер аҙ зәңгәр етен ҡалды. Ул сәселгән heр гектарҙан 6 центнер уңыш бирә, hәм көнбағышты 45 гектар майҙанда йыяһы бар, уңдырышлылыҡ — гектарына 17,5 центнер. Шулай булғас, быйыл техник культуралар ҙа һынатманы.
Әлеге крәҫтиән (фермер) хужалығы баҫыуҙарҙы сифатлы эшкәртә hәм игенселек культурасын даими арттырырга тырыша, шулай уҡ малсылыҡ менән дә уңышлы
шөғөлләнә. Хужылыҡтың ғаилә фермаһында 150 баш һыйыр малы бар, шуларҙың 50-һе һауын һыйыры. Бында hәр көндә юғары сортлы 350 литр һөт һауыла hәм килешкән хаҡҡа Бәләбәй районының «Горизонт» йәмғиәтенең һөт заводына ебәрелә. Малдарҙы ҡышҡыһын аҙбарҙа тотоу өсөн 116 гектар бесәнлек еренән етeрлек аҙыҡ әҙерләнгән. Һөтсөлөк-тауар фермаһында hәр шартлы башҡа 35-шар центнер бесән, һалам hәм фураж тура килә. Крәҫтиән-фермер хужалығында малсылыҡта биш кеше эшкә урынлашҡан.
— Yҫемлекселектә йыл әйләнәһенә даими рәүештә ике механизатор эшләй, — ти һуңынан ихтыярлы, тәүәккәл характерлы, эш һөйөүсән ханым. —Беҙҙең уң ҡулыбыҙ — университет тамамлаған егерме алты йәшлек улыбыҙ Рәмил. Ә бына уң ҡулыбыҙ ҙа, һул ҡулыбыҙ ҙа, шулай
уҡ бик яҡшы механизатор, тәү сиратта тәжрибәле комбайнер — иремдең туғаны Вил Зәкиев. Ул әле дипломлы
агроном да. Баҫыуҙарҙың уңыш биреүендә һәм ашлыҡ йыйыу комбайнында тотҡарлыҡһыҙ һәм ваҡытында урып-йыйыуҙа уның да ҙур өлөшө бар. Сәсеү кампанияһы hәм урып-йыйыу осорондағы сезонлы эштәргә, әлбиттe, беҙ тағын өс кеше йәлеп итәбеҙ. Хәҙерге ваҡытта Радик Бадиҡов hәм Николай Милованов Т-150 тракторҙарында туңға һөрәләр.
Республика hәм район агросәнәғәт комплексында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының hәм район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән Гүзәл Ғаяз ҡыҙы Зәкиева үҙ крәҫтиән-фермер хужалығының Сухоречка ауыл Советы ауыл
биләмәһенә төҙөкләндереүҙә техника менән, дөйөм мәҙәни саралар үткәргәндә матди яҡтан даими ярҙам итеүе, шулай уҡ СВОла ҡатнашыусыларға ит ебәреүе тураһында тыйнаҡ ҡына әйтмәй ҡалдырҙы.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.
Артур Амур улы ҒӘЛИЕВ, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы, райондың ауыл хужалығы идараһы
начальнигы:
— Беҙҙең райондың агросәнәғәт комплексы структураһында тотороҡло үҫеш ала торған крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының булыуы ауыл тораҡ пункттары
инфраструктураһында ыңғай шарттар тыуҙыра. Беренсенән, ташландыҡ hәм буш баҫыуҙар юҡ, барлыҡ ерҙәр сәселә, иген игелә hәм уңыш йыйыла. Хәҙер инде районда үҫтерелгән ауыл хужалығы продукцияһының ҙур өлөшө хаҡлы рәүештә фермер хужалыҡтарына ҡарай. Былар барыһы ла — эшкә урынлашыу,
ҡаҙнаға һалым түләүҙәре, хатта ауыл биләмәләре хакимиәттәренә тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүҙә һәм Ауыл байрамдары, Өлкәндәр көнө кеүек мәҙәни сараларҙы үткәреүҙә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, шулай уҡ МХО-ға гуманитар ярҙам йыйыу өсөн аҡса йыйыуҙа әүҙем ҡатнашалар. Районда крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының ҡеүәте йылдан-йыл арта.