Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Ноябрь , 09:37

Көсөбөҙ – дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә!

Бишбүләк районында төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара татыу, дуҫ йәшәй. 

Көсөбөҙ – дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә!
Көсөбөҙ – дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә!

Бишбүләк районы күп милләтле булыуы менән айырылып тора. Ул төрлө халыҡтарҙың бер ғаилә кеүек дуҫтанә мөнәсәбәттә йәшәүҙең бер миҫалы булып тора. Шулай ҙа  күпселекте биш милләт тәшкил итә: рус, башҡорт, татар, мари, сыуаш. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ ойошмаһы бар, туған телендә аралашып, милли йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлап  йәшәйҙәр. Бынан тыш, төбәгебеҙҙә украин, белорус, мари һәм башҡа милләт вәкилдәре лә бар. Район халҡы дуҫлыҡта, татыулыҡта һәм именлектә көн күрә, бер-береһе менән туғандарса аралашып, ҡатнашып йәшәй һәм эшләй.  

Бөгөнгө көндә районыбыҙҙа 20 475 кеше йәшәй, шуларҙан егерменән ашыу милләт бар. Башҡорттар (22%), татарҙар (26,1%), сыуаштар (35,3%), рустар (11,8%), мордва (3,6%), украиндар (0,3%), марийҙар (0,1%), белорустар (0,1%), башҡа милләт вәкилдәре (0,6%).  Ә район үҙәгендә 2024 йылдың 1 ноябренә ҡарата 7 370 кеше йәшәүе билдәле. 

Халыҡтар берҙәмлеге көнө оло әһәмиәткә эйә, ул дуҫлыҡҡа өндәй, йәштәрҙе илһөйәрлек һәм граждан­лыҡ рухында тәрбиәләй, быуындар бәйләнешен нығыта. Артабан да бер-беребеҙҙең телен, динен, тарихын ихтирам итеп, ауыр ваҡыттарҙа ла терәк булып йәшәһәк ине. Ҡан ҡойоштар туҡталып, аяҙ тыныс күк йөҙө аҫтында артабан да дуҫ-татыу йәшәргә яҙһын!

Ләйлә ҒҮМӘРОВА. 

 

Көсөбөҙ – дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә!
Көсөбөҙ – дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә!
Автор:
Читайте нас: