Рөстәм Сәфәрғәлиевтың тормош юлы тиҫтерҙәренән әллә ни айырылмай. Тыуған ауылындағы мәктәпте тамамлағас, ул Бәләбәйҙә шоферлыҡҡа уҡый. Армияға ҡәҙәр водитель һөнәрен үҙләштерә, әммә уға тыныс ҡына руль артында йөрөү насип булмай. Хәрби хеҙмәткә алынғас, ул Чечен Республикаһында барған хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. Утлы нөктәләрҙә булған яугирҙең күкрәген “За отвагу”, “За отличие в воинской службе” миҙалдары биҙәй.
Тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтҡас, Рөстәм Мөхәммәт улы артабан белем алыу ниәте менән Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инә. Шул йылдарҙа буласаҡ кәләше менән танышала инде.
- Рөстәм минең тыуған ауылыма – Архангель районы Муллаҡай ауылына иптәш егетенә ҡунаҡҡа килгәйне. Беҙ ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1999 йылда никах уҡыттыҡ һәм Ҡаныҡайҙа йәшәй башланыҡ. Быйыл беҙҙең ғаилә ҡороп йәшәй башлауыбыҙға 25 йыл тулды, - тип һөйләй хужабикә.
Тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы өс балалары тыуа. Оло улдары Инсафҡа Себер тарафтарында вахта ысулы эшләп йөрөй. Күптән түгел үҙ яртыһын осрашып, башлы-күҙле булырға ла өлгөргән. Икенсе улдары Ирек тә нефтсе-оператор һөнәрен һайлаған. Ул ысын башҡорт егеттәренә хас булғанса, ҡурайҙа уйнай, милли көрәш менән дә мауыға.
Рөстәм Сәфәрғәлиев оҙаҡ йылдар тыуған ауылы мәктәбендә тормош именлеге нигеҙҙәрен уҡыта. Бер нисә быуын балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән педагог бер аҙ Айыт урта мәктәбенә йөрөп эшләй. Бөгөн унда Сәфәрғәлиевтарҙың ҡыҙҙары Радмилла белем ала, һәр яҡлап тырыш һәм өлгөлө ҡыҙ 8-cе класта уҡый. Уҡыу алдынғыһы олимпиадаларҙа төрлө фәндәрҙән призлы урындар ала, армспорт менән шөғөлләнә, йыш ҡына мәктәптәге байрамдарҙы һәм башҡа кисәләрҙе алып бара, милли рухлы ҡыҙыҡай матур итеп бейей ҙә. Мәктәптә үткән әҙәби кисәләрҙә уның башҡорт телендә шиғыр һөйләгәнен тыңлау - үҙе бер кинәнес.\- Миңә математика, биология , физкультура дәрестәре оҡшай, быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте, биология, рус теленән, тарих һәм математиканан район олимпиадаһында үҙ көсөмдө һынап ҡараным, - ти, мәктәптең ғорурлығы булған ҡыҙ.
Сирек быуат ғаилә тормошо гел еңелдән генә булмаһа ла, Сәфәрғәлиевтар ауырлыҡтарҙы бергәләп еңә алыуы, ҡуйған маҡсаттарына берҙәм ирешеүе менән бәхетле.
- Беҙ, Рөстәм менән икебеҙ ҙә, көнҙоно мәктәптә була торғаныҡ, ул Ҡаныҡай мәктәбендә балалар уҡытты, мин иһә ун етенсе йыл йыйыштырыусы булып эшләйем. Ауылда балалар баҡсаһы булмау сәбәпле, ҡыҙыбыҙҙы бәләкәй саҡтан гел үҙемә эйәртеп йөрөнөм. Бик иртә бейергә өйрәнде, хәҙер иһә тырнаҡ дизайны менән мауыға, һүрәт төшөрөргә лә әүәҫ, - тип папканан бер ҡосаҡ тәбиғәт күренештәрен сағылдырған рәсемдәрҙе күрһәтә әсәй кеше.
Ял итеп, иркенләп йәшәргә күнекмәгән ауыл кешеһе. “Аяғың тыпылдамаһа, ауыҙың шапылдамай” тип халыҡ белмәй әйтмәгән. Етеш йәшәйем тиһәң, тырышмайынса булмай. Сәфәрғәлиевтар ҙа өс һыйыр тота, һарыҡ, башмаҡ-быҙауҙар аҫрай. Улар хәләл малды тир түгеп табып, булғанына шөкрана ҡылып, барлыҡта-муллыҡта йәшәйҙәр. Уҙған йылда йорттарына заманса ремонт эшләгәндәр: өйҙәрендә душ һәм бәҙрәф бүлмәләре яһап, барлыҡ уңайлыҡтарҙы булдырғандар.
— Ғаиләм, балаларым — минең ышаныслы терәгем һәм таянысым. Шатлығымды ла бүлешә, ҡыйын ваҡыттарҙа ла улар миңә һәр саҡ ярҙамға ла килә. Быйыл беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн һөйөнөслө хәл булды, улыбыҙ Инсаф кәләш алды, хәҙер улар Бәләбәйҙә йәшәй, - тип һөйләй әсәй. - Башҡалар кеүек, беҙ ҙә тыуған көндәрҙе билдәләйбеҙ, байрамдарҙы бергәләп үткәрәбеҙ. Йәй көнө урманға сығабыҙ, емеш-еләк йыйырға ла ғаиләбеҙ менән йөрөйбөҙ. Тормош мәшәҡәттәренән арынып, үҙемдең тыуған яҡтарыма - хозур тәбиғәтле Архангель районына ла барып әйләнәбеҙ. Ана шулай бер-беребеҙҙең күңелен күреп, бәләкәй генә шатлыҡҡа ла һөйөнөп йәшәйбеҙ, — тиҙәр Сәфәрғәлиевтар.
Һәр кеше донъяға бәхетле булыр өсөн тыуа. Ә бәхетле булыу өсөн ғаилә усағы булырға тейеш. Юҡҡа ғына, ғаилә - бәхет асҡысы, тип әйтмәгәндәр бит. Ғаилә ни тиклем ныҡ булһа, унан килгән йылылыҡ шул тиклем көслө була. Сәфәрғәлиевтарҙың ғаилә усағынан килгән йылылыҡ та күңелдәрен күтәреп, дәртләндерә, ҙур эштәргә әйҙәй.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Ғаилә архивынан алынған фото.