Дим буйҙары
+13 °С
Ясно
Новости
18 Февраля 2020, 07:55

Ҡытайҙа вируслы райондарҙағы аҡсаларҙы юҡ итәләр

Ҡытай властары коронавирустан зыян күргән райондарҙа йыйылған аҡсаларҙың бер өлөшөн юҡҡа сығарырға ҡарар ҡабул иткән.

Был дауаханаларҙа, баҙарҙарҙа, автобустарҙа һәм инфекция таралыу ҡурҡынысы булған башҡа урындарҙа йыйылған банкноталарға ҡағыласаҡ, уларҙы Гуанчжоуда үтилләштерәләр.

Шулай уҡ Ҡытай Үҙәк банкы вируслы райондарҙан йыйылған аҡсаларҙы айырым һаҡлауға ҡуйыу тураһында бойороҡ биргән.

Коронавирус беренсе тапҡыр 2019 йылдың декабрь аҙағында Ҡытайҙың Хубэй провинцияһының Ухань ҡалаһында теркәлгән, зарарланған төбәктәрҙең күпселеге Ҡытайҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан.

17 февралгә алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, инфекция менән зарарланыусылар һаны 58,1 меңдән артып киткән, 1775 кеше үлгән, 6639 кеше терелгән.
.
Читайте нас