

Документтан күренеүенсә, хәҙер ҡалаларҙа торлаҡтың квадрат метрының уртаса баҙар хаҡы – 48 687 һум. Республика райондарында торлаҡтың квадрат метрының уртаса хаҡы 41 384 күләмендә билдәләнгән.
Дөйөм торлаҡ майҙанының бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға бүленгән субсидияны иҫәпләү өсөн кәрәк, тиелә бойороҡта.
Билдәле булыуынса, бер йылда республикала беренсел баҙарҙа торлаҡ 8,2% ҡиммәтләнгән. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың IV кварталында Башҡортостанда беренсел торлаҡ баҙарында бер «квадрат»тың уртаса хаҡы 68,7 мең һумға еткән.
Башинформ.