Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Новости
28 Апреля 2021, 14:18

Асыҡ һауала - музей

Асыҡ һауала архитектура-этнография музейын булдырыу өсөн майҙаны 3 гектарҙан ашыу ер участкаһы бүленгән. Был турала Дәүләт милке менән идара буйынса федераль агентлыҡ хәбәр итә.

Бүленгән биләмәлә археологик фондһаҡлағыс менән асыҡ һауала «Атайсал — ата-бабалар ере» архитектура-этнография музейын асыу күҙаллана. Асыҡ һауала башҡорт халҡының тарихи-мәҙәни мираҫын тәшкил иткән архитектура һәйкәлдәре урынлаштырыла тип билдәләнә, был иһә объектты республиканың туристик маршруттарына индерергә мөмкинлек бирергә тейеш. Урман-парк зонаһын ҡала һәм республика кимәлендәге мәҙәни сараларҙы ойоштороу өсөн файҙаланыу ниәте бар.

Хәбәр ителеүенсә, музей Башҡортостандың Һынлы сәнғәт музейы биләмәһендә урынлаштырыла.

Башинформ.

Читайте нас