Дим буйҙары
+16 °С
Ясно
Новости
24 Августа 2021, 15:03

Благоварҙа –Шәжәрә байрамы

27 августа Благовар районы Языков ауылында Шәжәрә байрамы үтә. Сара күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡорт автономияһын төҙөүгә тос өлөш индергән башҡорт генералы Хажиәхмәт Исхаҡ улы Ишбулатовтың тыуыуына 170 йыл тулыуға арнала.

Благоварҙа –Шәжәрә байрамыБлаговарҙа –Шәжәрә байрамы
Благоварҙа –Шәжәрә байрамы

Шәжәрә байрамы сәғәт 10-да Благовар районы мәҙәниәт йортонда башлана. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, тарихсылар ҡатнаша.

Шәжәрәләр күргәҙмәһе менән танышҡас, сарала ҡатнашыусылар Өйҙөрәкбаш ауылына юлланасаҡ. Сәғәт 10.15 генерал-лейтенант Хажиәхмәт Ишбулатовтың бюсына сәскәләр һалыу ҡаралған.

Сәғәт 11.00 «Генерал-лейтенант Ишбулатов Х.И.- танылған башҡорт хәрби эшмәкәре һәм Башҡорт автономияһын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусы» темаһына фәнни-ғәмәли конференция башлана.

Генерал-лейтенант Ишбулатов Башҡорт корпусы ғәскәрҙәре баш командующийы вазифаһын биләй. Яңыраҡ был арҙаҡлы шәхескә арнап, китап сыҡты. Уны төҙөүселәр- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары- тарихсы Азат Ярмуллин һәм Мең ырыуҙары советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов. Хажиәхмәт Ишбулатов- Мең ырыуы башҡорто, ул Өйҙөрәкбаш ауылында тыуған.
-----------
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #МеңЫрыуы #башҡорттар

Благоварҙа –Шәжәрә байрамы
Благоварҙа –Шәжәрә байрамы
Автор:
Читайте нас