Дим буйҙары
+17 °С
Ясно
Новости
23 Августа 2021, 20:06

"Халыҡтың теләген белергә кәрәк"

Һеҙгә бөгөнгө Өфө оҡшаймы? Уны төҙөкләндереү, матурлау өсөн тағы ла нимәләр эшләргә кәрәк тип уйлайһығыҙ?

"Халыҡтың теләген белергә кәрәк""Халыҡтың теләген белергә кәрәк"
"Халыҡтың теләген белергә кәрәк"

Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығын билдәләнәсәк. Ошо йәһәттән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө халҡының баш ҡаланың 450 йыллығына әҙерлек эштәре буйынса теләктәрен асыҡларға ҡушты.

- Өфөнөң  450 йыллығына нимәләр эшләргә теләүебеҙгә билдәле бер тәҡдим  бар. Ләкин был пландар тураһында етәксе һ. б. идара командаһында бер нисә тиҫтә кеше белә. Иң мөһиме, беҙ өфөләрҙең  үҙҙәре менән кәңәшләшмәнек, - тип билдәләп үтте Радий Хәбиров, Башҡортостан республикаһы Башлығы Хакимиәте Рәйесе Александр Сидякинға халыҡтың теләктәрен асыҡлау эшен йөкмәтте. -  Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә шөғөлләнегеҙ. Өфөләрҙең  нимә теләүен аңларға, уларҙың фекерен иғтибар менән тыңларға кәрәк.

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса проект офисы төҙөргә, уның ышаныслы һәм һөҙөмтәле эшен ойошторорға ҡушты. 

shonkar.com

"Халыҡтың теләген белергә кәрәк"
"Халыҡтың теләген белергә кәрәк"
Автор:
Читайте нас