Дим буйҙары
+17 °С
Ясно
Новости
24 Августа 2021, 02:29

Республика игенселәре 1,7 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған

Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле, хәл 2010 йылға ҡарағанда мөшкөлөрәк. Был турала Башҡортостан вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итә. 

Республика игенселәре 1,7 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алғанРеспублика игенселәре 1,7 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған
Республика игенселәре 1,7 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 616 мең гектар майҙанда 624 хужалыҡ ҡоролоҡтан зыян күргән, шул иҫәптән 332 мең гектар юҡҡа сыҡҡан.

«Бөгөнгә республикала 1 миллион 266 гектар майҙанда (82%) бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар һуғылған, 1 миллион 727 мең тонна һуғып алынған, 339 мең гектарҙа ужым ашлығы йыйылған, 548 мең тонна һуғылған, уңыш — гектарынан 16,2 центнер, шул иҫәптән ужым бойҙайы – 168 мең гектар, уртаса уңыш — 17,5 центнер; ужым арышы – 166 мең гектар, уңыш — гектарынан 15 центнер», — тип билдәләне Илшат Фәйзрахманов.

Һигеҙ районда бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар үҫтерелгән майҙандарҙың 90% ашыуы һуғылған, ә Илеш районында яҙғы бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар йыйыу тамамланған. Уңыш йыйыу темптары буйынса Әлшәй (94,5%), Дәүләкән (94,4%), Туймазы (94,2%), Миәкә (94,1%), Борай (93,5%), Стәрлебаш (93,4%), Ҡырмыҫҡалы  (90%) райондары алдынғылыҡты бирмәй.

Ҡырмыҫҡалы (25 ц/га), Ауырғазы (24,6ц/га), Саҡмағош (22 ц/га), Стәрлетамаҡ (18,6 ц/га) райондары иген культураларының уңышы буйынса тәүге урынды биләй. Республика агарийҙары аҙна аҙағына тиклем бөртөклөләрҙе йыйыуҙы тамамларға ниәтләй.

Башҡортостан Башлығы ауыл хужалығы эшсәндәренә еңел булмаған шарттарҙа эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаровҡа йыл һуңынаса республиканың агросәнәғәт комплексы алдындағы бөтә бурыстарҙы ҡапларға ҡушты.

Башинформ. 

Республика игенселәре 1,7 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған
Республика игенселәре 1,7 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған
Автор:
Читайте нас