Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
Новости
31 Августа 2021, 07:24

Башҡортостан йәщштәре йыйыны

Баймаҡ районының Граф күле буйында 3-5 сентябрҙә Башҡортостан йәштәре көндәре үтәсәк

Башҡортостан йәщштәре йыйыныБашҡортостан йәщштәре йыйыны
Башҡортостан йәщштәре йыйыны

Фестивалдең төп маҡсаты - күл буйын сүп-сарҙан таҙартыу. Сара барышында спорт ярыштары, йәйге милли уйындар, уңышлы спикерҙар ҡатнашлығында эшлекле программалар, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары концерты һәм дискотека уҙғарыу ҡаралған. Йәштәргә үҙ-ара аралашыу, яңы дуҫтар табыу өсөн бөтөн мөмкинлектәр буласаҡ.

Сарала ирекмәндәрҙе, ҡунаҡтарҙы көтөп ҡалалар. Үҙегеҙ менән палатка, йоҡо тоҡтары алырға онотмағыҙ, яҡшы кәйефтә булыуығыҙ ҙа мөһим.

Йәштәр сәләмәт тормош һәм тыуған төйәгебеҙҙең таҙалығы яҡлы. Әйткәндәй, фестивалдә Баймаҡ районынан сыҡҡан күп талантлы йырсыларҙың сығыштары көтөлә.

Фото: bashinform.ru

hakmar.ru

Башҡортостан йәщштәре йыйыны
Башҡортостан йәщштәре йыйыны
Автор:
Читайте нас