+25 °С
Облачно


Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы бара. Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторола. Спикерҙар, форум ҡунаҡтары бай һәм эшлекле программа – сәнәғәт, эске туризм үҫеше, ауыл хужалығы, шулай уҡ башҡа йүнәлештәргә арналған стратегик сессияларҙа ҡатнашты. Сәйәсмәндәр, инвесторҙар, төбәк һәм федераль учреждениелар, Рәсәйҙең бизнес-структуралары вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән тыш, инвестһабантуйҙа сит ил ҡунаҡтары ла бар.