Дим буйҙары
+19 °С
Ясно
Новости
4 Ноября 2021, 08:47

Подполковник тикшереүселәрҙе бикләп ҡасҡан

Башҡортостанда полиция подполковнигы тикшереү барышынды ФСБ хеҙмәткәрҙәрен кабинетында бикләп, ноутбугы менән сығып ҡасҡан.

Подполковник тикшереүселәрҙе бикләп ҡасҡанПодполковник тикшереүселәрҙе бикләп ҡасҡан
Подполковник тикшереүселәрҙе бикләп ҡасҡан

Белорет районының  Илгиз Шакиров етәкләгән иҡтисад һәм коррупцияға ҡаршы полиция бүлегендә  ФСБ хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә. Тик бындай тикшереүгә подполковник әҙер булмай, күрәһең: уның кабинетында йәшерен документтар менән эш итеүгә хоҡуғы  булмаған ноутбук табыла. Шакиров уның нимә өсөн икәнен аңлата алмай,  шулай ҙа уңайһыҙ хәлдән сығыу планын уйлап таба.

Ул гаджетты эләктерә лә, ФСБ хеҙмәткәрҙәрен бүлмәлә бикләп ҡалдырып, полиция бинаһынан билдәһеҙ яҡҡа сығып ҡаса. Тикшереүселәрҙе кабинетты асып сығаралар, ә Шакировты был ҡылығын аңлатырға саҡырталар. Ул бер кемде лә бикләмәүен һәм бер ниндәй ҙә ноутбукты алып китмәүен белдерә. Хәҙер полиция бүлегендә яңы тикшереү үтә, ул подполковниктың шәхесен тикшереүгә ҡайтып ҡала.

Фото: Т. Аманов

ye102.ru

Подполковник тикшереүселәрҙе бикләп ҡасҡан
Подполковник тикшереүселәрҙе бикләп ҡасҡан
Автор:
Читайте нас