Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Новости
8 Ноября 2021, 21:03

Башҡорт һылыуҡайы еңеү яуланы

Төркиәлә “Евразия королеваһы-2021” халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы финалында яҡташыбыҙ Альбина Шәйхлисламова Гран-при яуланы!

Башҡорт һылыуҡайы еңеү яуланыБашҡорт һылыуҡайы еңеү яуланы
Башҡорт һылыуҡайы еңеү яуланы

Проектта 28 илдән һәм Европа төбәктәренән береһенән-береһе һылыу, талантлы ҡыҙҙар ҡатнашты. Фотоға, видеоға төшөүҙәр, экскурсиялар, “Иң яҡшы модель”, “Мисс талант” һәм башҡа конкурстар планлаштырылғайны. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә жюри Альбинаны еңеүсе тип билдәләне. Яҡташыбыҙ “Евразия королеваһы-2021” тажын яуланы.

Альбинаға - 22 йәш. Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем ала һәм ковид-госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләй. Былтыр ул “Мисс Башҡортостан” конкурсында еңеү яулағайны.

Фото: BashNews

bashgazet.ru

Башҡорт һылыуҡайы еңеү яуланы
Башҡорт һылыуҡайы еңеү яуланы
Автор:
Читайте нас