Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Новости
9 Ноября 2021, 04:42

Иҫәп алыуҙа ҡатнашыу әүҙем бара

Республикала 4 миллионға яҡын кеше халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан.  

Иҫәп алыуҙа ҡатнашыу әүҙем бараИҫәп алыуҙа ҡатнашыу әүҙем бара
Иҫәп алыуҙа ҡатнашыу әүҙем бара

Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙәге ун төбәк араһына инә.  

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең республика буйынса территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев ошо хаҡта белдерҙе.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров иҫәп алыусыларға рәхмәт белдерҙе. Кампания тыныс шарттарҙа үтә, тине ул.

 Иҫәп алыусыны өйҙә ҡабул итергә, участкаға барырға һәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша мәғлүмәт ҡалдырырға була. Эпидемиологик хәлгә бәйле, Дәүләт хеҙмәттәре порталында йәниҫәптә ҡатнашыу мөмкинлеге 14 ноябргә тиклем оҙайтылды.

Фото: don24.ru

belizv-bash.ru

Иҫәп алыуҙа ҡатнашыу әүҙем бара
Иҫәп алыуҙа ҡатнашыу әүҙем бара
Автор:
Читайте нас