Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Новости
11 Ноября 2021, 04:11

Башҡортостан халҡына һалым буйынса 2,1 миллион белдереү ҡағыҙы ебәрелгән

Һалым 1 декабргә тиклем түләнергә тейеш.

Башҡортостан халҡына һалым буйынса 2,1 миллион белдереү ҡағыҙы ебәрелгәнБашҡортостан халҡына һалым буйынса 2,1 миллион белдереү ҡағыҙы ебәрелгән
Башҡортостан халҡына һалым буйынса 2,1 миллион белдереү ҡағыҙы ебәрелгән

Республикала йәшәүселәргә 5,8 миллиард һумлыҡ милек һалымы түләү ҡаралған. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, иҫәпләнгән һалымдың күпселек өлөшө транспортҡа тура килә — 3,1 миллиард һум. Мөлкәткә — 1,8 миллиард, ергә 0,9 миллиард һум күләмендә һалым инер тип көтөлә.

Транспорт һалымының иң ҙур суммаһы — 284 мең һумға яҡын, ул Mercedes-Benz AMG S автомобиле хужаһына иҫәпләнгән. Физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалымдың иң ҙур суммаһы 5,6 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән, уны административ бина хужаһы түләргә бурыслы.

Сығанаҡ: Башинформ.

Башҡортостан халҡына һалым буйынса 2,1 миллион белдереү ҡағыҙы ебәрелгән
Башҡортостан халҡына һалым буйынса 2,1 миллион белдереү ҡағыҙы ебәрелгән
Автор:
Читайте нас