Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
Новости
12 Ноября 2021, 06:36

Башҡортостан буйлап сәйәхәт ит!

Бер йыл эсендә 3600 пенсионер бушлай Башҡортостандың билдәле туристик маршруты буйлап үтте.  

Башҡортостан буйлап сәйәхәт ит!Башҡортостан буйлап сәйәхәт ит!
Башҡортостан буйлап сәйәхәт ит!

“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проектында ҡатнашып, әүҙем ял итергә, республиканың матур урындары менән танышып, яңы тәъҫораттар алырға мөмкин. Был социаль проект былтыр көҙгөһөн старт алғайны, уның өсөн 5 млн һум аҡса бүленгән. Ошо ваҡыт эсендә уның менән 3648 өлкән кеше файҙаланған. Улар “Янғантау”, “Торатау” геопарктарында, Өфө, Сибай, Бөрө ҡалалары һәм башҡа ерҙәрҙә экскурсияла булған.

БР Туризм буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, проект артабан да дауам итәсәк. Бер йәки ике көнлөк сәйәхәттә 60 йәштән оло ир-егеттәр һәм 55 йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙар йылына бер тапҡыр ҡатнаша ала. Бының өсөн https://долголетие.соцтуризмрб.рф/ сайтында теркәлергә һәм үҙегеҙгә оҡшаған турҙы һайларға кәрәк.

Фото:https://yandex.ru

hakmar.ru

Башҡортостан буйлап сәйәхәт ит!
Башҡортостан буйлап сәйәхәт ит!
Автор:
Читайте нас