

Башҡортостан буйынса конкурста 37 райондан ((уларҙың 14-е ҡала, 28-е ауыл округтары) 42 мәктәп ашханаһы ҡатнашҡан. Уларҙа рацион байлығы, алдынғы технологиялар ҡулланылыуы, кулинар продукция булыуы, сәләмәт ризыҡ бешерелеүе баһаланды. Ҡала мәктәптәре араһында "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы" исеменә Өфөнөң 121-се гимназияһы лайыҡ булһа, ауыл мәктәптәре араһында 1-се урынды Шишмә ауылының 1-се һәм Асҡын ауылының 1-се мәктәптәре яуланы. «Иң яҡшы ҡала мәктәбе ашханаһы» номинацияһында Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернаты өсөнсө урын алған. Еңеүселәр федераль этапта республика намыҫын яҡлаясаҡ.