Дим буйҙары
+27 °С
Дождь
Новости
18 Ноября 2021, 02:57

Торлаҡ төҙөлөшө арта

Быйыл беҙҙә 2,35 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.   

Торлаҡ төҙөлөшө артаТорлаҡ төҙөлөшө арта
Торлаҡ төҙөлөшө арта

Рәсәйҙең статистика идаралығы мәғлүмәте буйынса, 2021 йылдың ун айында Башҡортостанда 2,35 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, үҫеш күрһәткесе 22,1 процентты тәшкил итә. Хәҙер торлаҡ төҙөүҙә Башҡортостанға етеүселәр юҡ, һәр хәлдә Волга буйы федераль округында шулай. Ил буйынса республикабыҙ алтынсы баҫҡста.

– Быға федераль кимәлдә ҡабул ителгән ярҙам саралары һәм льготалы ғаилә ипотекаһы булышлыҡ иткәндер, минеңсә. Ошо ваҡыт арауығында Өфөлә, Октябрьскийҙа һәм Нефтекамала ете күп фатирлы йорт төҙөлгән, – тип белдерә төҙөлөш һәм архитектура министры Егор Родин.

Бынан тыш, шәхси торлаҡ төҙөлөшө лә үҫешә. Республикала финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә 1,36 миллион квадрат метр тораҡ төҙөлгән. Былтырғы ғинуар-октябрь айҙары менән сағыштырғанда, был 20 процентҡа күберәк.

Бөгөнгә төҙөлөшкә ике йөҙҙән ашыу рөхсәт бирелгән. Төҙөүсе ойошмалар дөйөм 3,4 миллион квадрат метр ҙурлыҡтағы 272 тирәһе йорт төҙөй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы биреү буйынса процедураларҙы ябайлаштырыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡарар ҡабул ителде. 2020 йылдан төҙөлөшкә рөхсәт биреү һәм ер участкаһының планы электрон формата тапшырыла башланы. 

ye102.ru

Торлаҡ төҙөлөшө арта
Торлаҡ төҙөлөшө арта
Автор:
Читайте нас