

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы яуынлы һауа торошо тураһында иҫкәртә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 30 ноябрҙә көндөң болотло булыуы көтөлә. Төндә урыны менән бер аҙ епшек ҡар, көндөҙ епшек ҡар, ямғыр яуасаҡ. Айырым райондарҙа томан төшә, юлдарҙа - боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә, көндөҙ урыны менән секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал.
Һауа температураһы төндә 0,-5, көньяҡ-көнсығышта -12, көндөҙ +3,-2 градус була. Автомобиль юлдарында томан, боҙлауыҡ, 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.
Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ!
Башинформ.