Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2021, 19:55

Бушлай юридик ярҙам

Иртәгә, йәғни 1 декабрҙә, «Айыҡ ауыл-2021» бәйгеһенең муниципаль этабы сиктәрендә, Рәсәй Юристар ассоциациацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының «Ғаилә» үҙәктәре нигеҙендә, халыҡ өсөн бушлай юридик консультациялар көнө ойоштора. Республика халҡы квалификациялы белгестәргә төрлө һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итә ала.    

Бушлай юридик ярҙам
Бушлай юридик ярҙам

Сара сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға, алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы иҫкәртеү системаһын һөҙөмтәлерәк итеүгә, үҫеп килгән быуынды ғаилә ҡиммәттәре нигеҙендә тәрбиәләүгә һәм уларҙы эскелектән, тәмәке тартыуҙан, наркотиктарҙан ҡурсалауға йүнәлтелгән.
Юристар граждандарҙы ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарға яуап бирәсәк, шул иҫәптән:
Нисек суд аша алимент түләүҙе юлларға?
Айырылышҡан саҡта нисек баланың йәшәү урынын билдәләргә?
Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ниндәй льготалар бар?
Балаларға нисек опека юлларға?
Ниндәй осраҡтарҙа ирҙең йәки ҡатындың килешеү төҙөгән саҡта мотлаҡ ризалығы кәрәк?
Гражданинды хоҡуҡи яҡтан һәләтһеҙ икәнлеген иҫбатлау тәртибе ниндәй?
Унан тыш, белгестәргә социаль түләүҙәргә, эшкә урынлашыуға, кредит юллауға, мираҫ алыуға, торлаҡҡа, ергә һәм пенсияға ҡағылышлы һорауҙар бирергә була.
Консультацияларҙы һеҙҙең районда үткәреү ваҡытын һәм урынын түбәндәге һылтанма буйынса, республиканың Ғаилә порталында асыҡларға мөмикн:
Сараның ойоштороусылары - Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Рәсәй Юристары ассоциацияһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе, «Ғаилә » үҙәктәре.
Граждандар Ишембайҙың "Ғаилә" көньяҡ район-ара үҙәгендә иртәнге сәғәт 10-дан 1-гә тиклем Стахановский урамы, 67-се йорт адресы буйынса, 13-сө бүлмәлә ҡабул ителә.
Консультацияға яҙылыу йәки Бәйләнештә социаль селтәрендәге комментарийҙар https://vk.com/club165382767 йәки 4-18-84 телефоны буйынса алып барыла.

gazeta-toratau.ru

Бушлай юридик ярҙам
Бушлай юридик ярҙам
Автор:
Читайте нас: