Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2021, 10:00

Табиптар машиналы булды

Йыл башынан алып республикаға 23 ашығыс медицина ярҙамы машинаһы һәм 77 еңел машина тапшырылған.  

Табиптар машиналы булды
Табиптар машиналы булды

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Хәйбулла районының Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” (“Здравоохранение”) милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын модернизациялау” федераль программаһы буйынса автомобиль тапшырҙылар.

Әйткәндәй, йыл башынан алып тап ошо программаға ярашлы республикаға 23 ашығыс медицина ярҙамы машинаһы һәм медицина персоналын ташыу өсөн 77 еңел машина килтерелде.

– Машина табиптарға һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәренә санитария транспорты хеҙмәтен күрһәтәсәк. Уны пацинеттарҙы дауахана килтереү, медицина хеҙмәткәрҙен пацинеттарҙың өйөнә алып барыу, дарыуҙар һәм биологик материалдарҙы тикшереүгә ташыу өсөн файҙаланырға ниәтләйбеҙ, – тине үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Ырыҫҡужин.

Яңы машина юл насар булған төпкөл ауылдарға ла үтеп инеү, ҡатмарлы шарттарҙа эшләү мөмкинлегенә эйә. УАЗ хеҙмәтләндереү йәһәтенән талымһыҙ, ҡеүәтле, дөрөҫ файҙаланған осраҡта оҙаҡ хеҙмәт итәсәк.

#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: https://health.bashkortostan.ru/presscenter/news/413000/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/184910

Табиптар машиналы булды
Табиптар машиналы булды
Автор:
Читайте нас: