Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2021, 20:29

Наркотиктар таратыусы ҡатын ҡулға алынған

Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Салауат ҡалаһындағы бүлеге хеҙмәткәрҙәре 21 йәшлек ҡатында ваҡланылған онтаҡҡа оҡшаш матдә төрөлгән ҡағыҙ төргәк тапҡан.

Наркотиктар таратыусы ҡатын ҡулға алынған
Наркотиктар таратыусы ҡатын ҡулға алынған

Артабан тикшереү мәлендә ҡатындың 20 "закладка" яһауы, онтаҡ матдәнең синтетик наркотик булыуы асыҡланған. 

Ҡулға алынған ҡатын да, уның ире лә бер ҡайҙа ла эшләмәйҙәр, бер йәшлек балалары бар. Үҙҙәре наркотик ҡулланмайҙар. Ҡатындың наркотиктар таратып эшләгән аҡсаһына йәшәгәндәр.

Наркотиктарҙы ҡатын пластилинға "урап", ҡарҙа йәшергән. Уға ун йылдан алып егерме йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай, тип Салауат ҡалаһынан И.Хәйбуллина хәбәр итә.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

ye102.ru

 
Наркотиктар таратыусы ҡатын ҡулға алынған
Наркотиктар таратыусы ҡатын ҡулға алынған
Автор:
Читайте нас: