

Иң тәүҙә унан осрашыуҙың тәүге йомғаҡтары тураһында һоранылар.
– Президент менән беҙ хеҙмәттәшлек йомғаҡтары тураһында һөйләштек, сөнки ул электән килә. Уның нигеҙе булған һуңғы мөһим килешеүҙәрҙең береһе – 1999 йылда төҙөлгән сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү.
Беҙҙең мөнәсәбәттәр юғары кимәлдә. Беҙ бында бушҡа ғына ҙур делегация менән килмәнек – 40 самаһы предприятие етәксеһе. Беҙҙең министрҙар һәм компания етәкселәре бер-береһен яҡшы белә. Был етди хеҙмәттәшлек тураһында һөйләй.
Әлбиттә, пандемия һәм уға бәйле иҡтисади эҙемтәләр сауҙа әйләнешенә бәрҙе. Шуға күрә Беларусь Президенты беҙгә пандемияға тиклемге күрһәткестәргә ҡайтырға кәрәк тип тәҡдим итте. Дөйөм алғанда, беҙҙең сауҙа әйләнеше ҙур, Беларусь беҙҙең партнерҙар араһында дүртенсе урында, – тине ул.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, улар ауыл хужалығы һәм ауыл хужалығы техникаһы тармағындағы хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшкән. Шулай уҡ машиналар эшләү, коммуналь техника тәңгәлендә лә һөйләшеү булған.
– Осрашыу бик йылы булды. Мин беҙҙә татыу беларус диаспораһы йәшәй тинем. Улар беҙгә йөҙ йыл самаһы элек күсеп килгән һәм Башҡортостанда икенсе тыуған илен тапҡан. Шул уҡ ваҡытта үҙ илдәре менән дә рухи бәйләнешен онотмайҙар. Беҙ уларға һәр саҡ ярҙам итәбеҙ, – тине ул.
Радий Фәрит улынан әле Беларуста беренсе тапҡырмы тип һоранылар. Уның тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын үтенделәр.
– Юҡ, беренсе тапҡыр түгел. Ғаиләм менән биш йыл элек килгәйнем. Минск – үҙенсәлекле, матур ҡала. Бик яҡшы кешеләр йәшәй, аш-һыуы тәмле.
Илдәребеҙҙең бәйләнеше бик тығыҙ. Һәм беҙ бик борсолоп, өмөт менән һеҙҙәге хәлдәрҙе күҙәттек, Беларусь халҡы аяғында ныҡ торор тип ышандыҡ. Һеҙ ауыр осор кисерҙегеҙ, беҙ, кәрәк булһа, ярҙам итергә әҙер инек.
Башҡортостанға килгәндә, беҙ был ваҡытта мөнәсәбәттәрҙе туҡтатманыҡ. Делегациялар үҙ-ара йөрөшөп торҙо. Беҙ Беларусты бик яратабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
– Пандемия Башҡортостан менән Беларустың хеҙмәттәшлегенә йоғонто яһанымы? – тип һораны хәбәрсе.
– Коронавирус ҡасан да булһа китәсәк. Беҙ уның менән көрәшергә өйрәндек, вакцинация кимәле ҙур. Хеҙмәттәшлек буйынса шулай уйлайбыҙ: әгәр хәҙер ваҡытты ысҡындырһаҡ, башҡалар беҙҙән алда йүгерәсәк. Шуға күрә бында килеү ныҡ мөһим ине. Сәфәребеҙ исем өсөн генә түгел, ул бик эшлекле. Беҙ бер көнгә түгел, ә өс көнгә килдек. Ул ике яҡ өсөн дә файҙалы булыр тип ышанабыҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Шулай уҡ Радий Фәрит улы Александр Лукашенконы 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына саҡырыуы тураһында әйтте. Был саҡта баш ҡалала бик ҡыҙыҡлы саралар үтәсәк.
Санкциялар тураһында ла һорау бирелде. Журналистар белдереүенсә, әле Беларусь санкция баҫымы кисерә. Һәм уларҙы был шарттарҙа илдәрҙең нисек һөҙөмтәле эшләй алыуы ҡыҙыҡһындыра.
– Санкцияларҙан бер Беларусь ҡына зыян күрмәй. Рәсәйҙең күп предприятиелары шулай уҡ санкциялар аҫтында. Әммә беҙ ошо шарттарҙа ла эшләргә өйрәндек, шул иҫәптән Ҡырым предприятиелары менән дә эш итәбеҙ. Минеңсә, бында айыҡ иҫәп, дөрөҫ техник фекер йөрөтөү, төрлө ҡарарҙар таба белеү кәрәк. Башҡортостандың ауыл хужалығы йәһәтенән иһә санкцияларға рәхмәт әйтә алам, улар арҡаһында беҙҙең агросәнәғәт комплексы алға китте. Ҡыҫҡаһы, был шарттарҙа ла файҙалы эшләргә була, – тине ул.
Санкциялар арҡаһында сәнәғәт кооперацияһы ла үҫәсәк. Мәҫәлән, “Башсельхозтехника” предприятиеһы тәгәрмәсле тракторҙар йыя. Ә беҙгә гусеницалы тракторҙар ҙа кәрәк. Был йәһәттән, килешеү килеп сыҡһа, уларҙы беҙҙең республикала йыйыу мөмкинлеге ҡараласаҡ. Был ике яҡ өсөн дә файҙалы һәм ҡыҙыҡ. Шулай уҡ Күмертау вертолеттары менән беларустарҙың “Пилотһыҙ вертолеттары” конструктор бюроһы менән дә файҙалы әйберҙәр сығарып буласаҡ.
Радий Хәбиров сәнәғәт өлкәһендәге тағы бер нисә хеҙмәттәшлек тураһында һөйләне:
– Беҙҙең менән бында бөтә тармаҡ министрҙары ла килде. Транспорт һәм юл хужалығы министры икенсе көн эшләй инде. Беҙгә һеҙҙең трамвайҙарығыҙ ҡыҙыҡ, сөнки улар матур һәм зауыҡлы. Беҙ береһен алып, уны өлөштәргә бүлергә һәм ниндәй деталдәрен кем етештерә алғанды ҡарарға тип һөйләштек. Был үҫеш өсөн һәйбәт.
Электробустарға килгәндә, шуны әйтәм: һәр хеҙмәттәшлек дәғүәселекте күҙ уңында тота. Әле Мәскәү буйлап йөрөгән электробустар беҙҙә Нефтекамала етештерелә. Был йәһәттән конкуренттар булып сығабыҙ.
Троллейбустар буйынса, Беларусь предприятиелары беҙгә ярҙам итте, сөнки троллейбус предприятиебыҙ иҫке. Ауыр йылдарҙа ул эшләүҙән туҡтаны, ә хәҙер йәш етәкселәре тергеҙергә тырыша. Етештереүҙе тергеҙеүҙең беренсе этабын тап беларус предприятиелары ярҙамында башҡарабыҙ. Минеңсә, был заводтар артабан да бергә эшләр, ниндәй деталдәр беҙҙә, ниндәйе һеҙҙә эшләнгәнен билдәләр.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
https://bashgazet.ru