Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Новости
8 Декабря 2021, 20:06

Башҡортостан оҫталарының ҡул эштәре – Мәскәүҙә

15 – 19 декабрҙә Мәскәүҙә ХХХ “Ладья. Ҡышҡы әкиәт – 2021” Рәсәй халыҡ кәсептәре күргәҙмә-йәрминкәһе үтә. Күргәҙмәлә Башҡортостандан 20 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты үҙ эштәрен тәҡдим итә.

Башҡортостан оҫталарының ҡул эштәре – МәскәүҙәБашҡортостан оҫталарының ҡул эштәре – Мәскәүҙә
Башҡортостан оҫталарының ҡул эштәре – Мәскәүҙә

Төбәктең коллектив стендында ағас, керамика, ҡағыҙ, пластик, тәбиғи таштан әҙерләнгән үҙенсәлекле әйберҙәр урын ала. Бынан тыш, оҫталар күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы билдәле милли брендтар менән таныштыра: бал, шәл, республика символикаһы менән биҙәлгән этник әйберҙәр.

Республика эшҡыуарҙарының күргәҙмәлә ҡатнашыуы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ойошторола. Делегацияға “Урал тау-геологик агентлығы”, “Девятов и Ко” художество оҫтаханаһы”, “Салауат” ательеһы, Ирина Бойкова, Любовь Алексеева, Дмитрий Семенцов, Арыҫлан Бикбаев, Илгиз Вәлиев, Алһыу Әбсәләмова, Елизавета Тихонова, Зөлфиә Краснова, Марианна Татаринова, Анна Яхина, Владимир Мясников, Олеся Ғәзизова, Алексей Филиппов, Элеонора Саунина, Светлана Куликова, Марат Сәлихов, Гөлнара Нафиҡова инә, тип хәбәр итә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетытың матбуғат хеҙмәте.

 “Ладья. Ҡышҡы әкиәт – 2021” халыҡ кәсептәре күргәҙмә-йәрминкәһендә барыһы 1,5 мең экспонат ҡатнашыуы көтөлә, тип белдерә ойотороусылар.

Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетытың матбуғат хеҙмәте.

#миллипроект #национальныепроекты 

https://bashkizi.ru

Башҡортостан оҫталарының ҡул эштәре – Мәскәүҙә
Башҡортостан оҫталарының ҡул эштәре – Мәскәүҙә
Автор:
Читайте нас