+12 °С
Облачно


Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов билдәләүенсә, Өфө дәүләт циркында эске төҙөлөш эштәре менән бер рәттән, бинаның тышҡы ҡиәфәте лә төҙөкләндереләсәк. Әлеге мәлдә циркты үҙгәртеп ҡороу проектын әҙерләүгә дәүләт иҫәбенән 7 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла.
Мәғлүм булыуынса, баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы 2024 йылда билдәләнәсәк һәм Республика Башлығы күрһәтмәһе менән был сараға яҡынса 48 миллиард һумлыҡ сығымдар талап ителгән, төҙөләсәк йә иһә төҙөкләндереләсәк баналар исемлеге раҫланылды.