

Башҡортостан прокуратураһы ике ир-атҡа хөкөм ҡарары сағарған: 41 йәшлек Виктор Валавин менән 33 йәшлек Юрий Никитин 25 йыл ғүмерҙәрен ҡырыҫ режимлы колонияла уҙғарасаҡ. Улар 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Несмеяновты үлтереүҙә ғәйепләнә. Енәйәтселәр зыян күреүсене таларға уйлайҙар. Улар уны туҡмап 2,4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлай.
Ерле тикшереү комитеты хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың июлендә ирҙәр төндә иҫерек килеш ветерандың өйөнә кереп уны бәйләп ҡуялар һәм туҡмайҙар. Енәйәтселәр аҡса биреүҙе талап итә. Зыян күреүсе 2,4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын биргән. Алған тән йәрәхәттәренән ветеран үлгән.