Дим буйҙары
+25 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
2 Февраля 2022, 13:56

Маҡсаттарына табан ышаныслы атлай

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан Алия Сәйетгәрәйева үҙ хыялдарын тормошҡа ашырырға ниәтләй

Маҡсаттарына табан ышаныслы атлайМаҡсаттарына табан ышаныслы атлай
Маҡсаттарына табан ышаныслы атлай

Бишбүләк районының киләсәге... Ул ышаныслы ҡулдарҙа булыр, бөгөнгө үҫеп килеүсе быуын ҙур тормошҡа ышаныслы аҙымдар менән атлап барыр, тип өмөтләнге килә. Районыбыҙ киләсәгенең әүҙем йәштәренең береһе  — Бишбүләк ауылы 1-се урта мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Алия Сeйетгәрәйева. Алияның тормошо — ул көслө ағым: уҡыу, спорт, музыка, дуҫтар, ғаилә, мауығыуҙар.

— Минең барлыҡ еңеүҙәрем минең ғаиләм арҡаһында. Минең гаиләм ҙур түгел, әммә бик татыу, — ти Алия. — Әсәйем — район үҙәк дауаханаһының терапия бүлегендә юғары категориялы шәфҡәт туташы, атайым  — Төньяҡта мастер булып эшләй, тракторсы-машинист, туғаным балалар баҡсаһына йөрөй. Бала саҡтан уҡ ата-әсәйебеҙ изгелеккә, яуаплылыҡҡа өйрәтте.

Алия бала саҡтан уҡ лидер була. Беренсе класҡа барғанда, ҡыҙ бик яҡшы билдәләргә уҡырға  теләүен аңлай. Хәҙер ул яҡындарын яҡшы билдәләргә уҡыуы менән  һөйөндөрә.

 — Барлыҡ өлкәләрҙәге ҡаҙаныштарым өсөн ата-әсәйемә рәхмәт белдерәм, — тип дауам итә Алия. — Беҙҙең ғаиләбеҙ күп милләтле, шуға күрә ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ ҙә күп. Һәр Яңы йылда төнгө ун икенән һуң беҙ бер-беребеҙгә бүләктәр бирәбеҙ hәм йылы һүҙҙәр әйтәбеҙ. Беҙ Ҡорбан байрамын билдәләп үтәбеҙ. Иртән иртyк төрлө тәм-томдар, hис шикһеҙ, былау әҙерләй башлайбыҙ. Унан һуң күршеләребеҙгә һый-ниғмәт өләшәбеҙ, шул рәүешле, вафат булған олатай-өләсәйҙәребеҙҙе иҫкә алабыҙ.

 Алия балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк, мәктәпкә йөрөй башлаясағы тураһында йыш телгә ала.  

 — Уҡырға hәм мәктәпкә йөрөргә яратам, сөнки мин көн һайын уҡытыусыларымды, директорҙы, яратҡан класташтарымды күрәм. Химия hәм биология фәне айырыуса ҡыҙыҡһындыра. Миңә был фәндәрҙе өйрәнеү оҡшай, сөнки матдәләр, кешенең төҙөлөшөн аңлау, табиғәттең нисек яралыуын белеү — ул бик шәп! Минең уҡытыусыларым яҡшы, улар ярҙамында мәктәп фәндәренең бик ҡыҙыҡлы, ҡатмарлы булмауын аңлайым, — тип йылмая Алия.

17 йыл эсендә ҡыҙ бик күп конкурстарҙа ҡатнашҡан. Кесе йәштән йырлау менән мауыға hәм беренсе грамоталары тап бына вокал оҫталығы өсөн бирелә. Унан төрлө олимпиадаларҙа грамоталар ала башлай, күберәк улар рус hәм туған телдәр буйынса була. Алияның актерлыҡ оҫталығы hәм мәктәп тормошонда актив ҡатнашҡаны өсөн грамоталары шаҡтай. Ул төрлө конкурстарҙа, квестарҙа, саралар ойоштороуҙа ҡатнашырга ярата. Ҡыҙҙың яратҡан спорт төрҙәре — йүгереү hәм саңғы шыуыу. 8 кластан бирле Алия ирекмән булараҡ әүҙем эш алып бара.

— Биология өлкәһендә иң ҙур ҡаҙанышым — Санкт-Петербургтан грамоталар hәм «Россия. Мир. Мы» журналында мәҡәләләр. Әсәйем менән «Икмәкте нисек яңы бешкән кеүек итеп һаҡларға тигән тикшеренеү эше яҙҙым, — тип һөйләй Алия. — Мәғлүмәт йыйыу hәм тәжрибә үткәреү процесы ҡыҙыҡлы булды. Минең өсөн мөhим ваҡиға — «Большая перемена» Бөтә Рәсәй  конкурсында ҡатнашыу, унда беренсе сезондан бирле ҡатнашам. Икенсе тапҡыр был конкурстың ярым финалисы булдым. Конкурс шаҡтай ҡатмарлы, бында фантазия hәм стандарт булмаған фекерләү мөhим. Конкурста белемем менән айырылып торҙом, hәм мине «Большая перемена» конкурсы буйынса Башҡортостан Республикаһы Төбәк командаһына саҡырҙылар. Беҙ команда менән бөтә Башҡортостан буйынса төрлө саралар уҙғарабыҙ, әлеге йыйындарҙың маҡсаты — конкурс тураһында һөйләү hәм талантлы балаларҙы асыҡлау. Ә күптән түгел Алияның Артек халыҡ-ара лагерына барыу хыялы тормошҡа ашҡан. Был сәфәргә бер нисә йыл әҙерләнгән, барлыҡ грамоталарын, ҡаҙаныштарын йыйған. Һәм 2021 йылдың декабрендә йүнәлтмә алыуға ирешкән.

 — Физик-техник фәндәр буйынса ҡайһы бер темаларҙы аңламаған саҡтар ҙа булды, сөнки мин гуманитар, әммә уҡытыусылар hәм класс ярҙамға менән барыһы ла аңлашыла! Мин үҙемә даими мотивация булдырҙым — маҡсатыма hәм киләсәгемә ынтылыу, тап бына ошо факторҙар мине арыған хәлдән сығарҙы, — тип уртаҡлаша ҡыҙ.

 — Билдәләр — белем күрһәткесе түгел. Кешенең нисек уҡыуы мөhим түгел, иң мөhиме — уның изге күңелле булыуы. Беҙҙең класта отличниктарға, ударниктарға бүленеү юҡ, беҙ барыбыҙ ҙа бер бөтөн һәм бер-беребеҙ терәк булып торабыҙ.  Яҡшы тәрбиә биргәндәре, бары тик уңай эмоциялар, матур бала саҡ, ауыр минуттарҙа ярҙам итеүҙәре, сабырлыҡтары өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Яратҡан класташтарыма рәхмәт, башҡа ҡалаларға конкурстарға киткәндә, улар минең өсөн борсола һәм түҙемһеҙлек менән ҡатыуымды көтә. Мине күп нәмә ҡыҙыҡһындыра, әммә теүәл генә әйтә алмайым. Генетика өлкәһе менән ҡыҙыҡһынам, бәлки, ғалим булырмын.

Уҡыуҙан тыш, Алия ваҡытын яратҡан шөғөлөнә бағышларға тырыша. Йырларға ярата, ҡайһы берҙә роликтар төшөрөп, уларҙы социаль селтәрҙәргә ҡуя. Уға үҙ тауышы менән идара итеү hәм йырҙар менән эксперимент яһау оҡшай. Алмаз менән сигергә ярата. Киләсәктә үҙенең барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын hәм уңышлы кеше булырға, белем алырға hәм карьера төҙөргә теләй.

Карина Павлова

Маҡсаттарына табан ышаныслы атлай
Маҡсаттарына табан ышаныслы атлай
Автор:
Читайте нас