Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Барыһы ла Еңеү өсөн
30 Июнь 2025, 11:31

"Берҙәм булғанда, эш тә йылдам бара"

Ирекмән Эллина СУфиянова махсус хәрби операциялағыларға ярҙам әҙерләүҙе ойоштора 

"Берҙәм булғанда, эш тә йылдам бара"
"Берҙәм булғанда, эш тә йылдам бара"

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан үткәрелгән “Донъя биҙәге” конкурсында Бишбүләк районы хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса урынбаҫары Эллина Суфийәнова икенсе урынды алғайны. Күптән түгел ошо  районға эш сәфәребеҙ мәлендә конкурсантыбыҙҙы тәбрикләп, уға редакциябыҙҙың дипломын һәм вәғәҙә иткән аҡсалата бүләкте тапшырып ҡайттыҡ.

Яугирҙәр менән һәр саҡ бәйләнештә

Районда яуаплы вазифа биләү менән бер рәттән ул махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам буйынса ирекмәнлек эшен алып бара. Элина Заһит ҡыҙы - “Барыһы ла фронт өсөн. Бишбүләк” ирекмәндәр хәрәкәтенең етәксеһе. Яугирҙәр менән бәйләнеш булдырылған, уларҙың үтенестәрен тиҙ генә үтәү өсөн Эллина эргәһенә ҙур командаһы, яҡташтары, фекерҙәштәре тупланған.

Бер нисә тапҡыр махсус хәрби оперцияһы биләмәһенә гуманитар ылау алып барған, хәрби госпиталдә генә өс тапҡыр булып ҡайтҡан.

Һалдаттарға ярҙам эшен ул ҙур ихласлыҡ менән башҡарыуы күренеп тора.

–Ирекмәнлек эше районыбыҙҙың 13 ауыл советында, 30 пунктта ойошторолған. Һәр ауылда тиерлек  эш алып барыла. Ауылдарҙа  яуаплы кешеләр билдәләнгән. Мин туранан-тура улар менән бәйләнештә эшләйем.

Яңыраҡ маскировка костюмдары кәрәклеге тураһында һорау килде. Хәбәрҙе алыу менән пункттарҙа ла  эш башланды.  Яугирҙәрҙән ниндәйҙер әйбер кәрәклеге тураһында  үтенес булһа, барыһын да күмәкләп башҡарабыҙ.

Бына әле генә төркөмөбөҙ чатына Ҡаныҡайҙар маскировка костюмдары эшләүҙәре тураһында отчет һалды. Башҡа ауылдар менән шулай бәйләнеш булдырылған.

Мораҙым ауылыныҡылар сәй әҙерләүҙәре тураһында хәбәр ебәргән. Улар тәүгеләрҙән булып ошо йүнәлештә эш башлағайны, сәйҙәре лә бик тәмле килеп сыға.

Яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн аҡса эшләү юлдарын да эҙләйбеҙ. Туҡмас киҫеп, ауыл йомортҡаһы, үлән сәйҙәрен һатып, аҡсаһын махус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам өсөн йүнәлтәбеҙ.

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бөтә яҡлап та дәррәү, әүҙем. Нимәлер эшләргә оҫталыҡ дәресе үтергә, уҡырға кәрәк тиһәм, килеп өйрәнеп ҡайталар. Әлбиттә, ошолай бер төптән булғанда,  эш тә йылдам бара, – тип һөйләне Эллина Заһит ҡыҙы.

Ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе менән әңгәмәлә  яугирҙәргә ярҙам ойоштороуҙа халыҡтың ойошҡан булыуын йыш иғтибарға алды ул.  

 – Әле лә хәтеремдә, бер яугиргә тепловизор кәрәк ине. Битараф булмағандарҙан яҡынса бер көн эсендә 200 меңгә яҡын аҡса тупланды һәм һалдатҡа ярҙам итә алдыҡ. Яугирҙәргә нимә алғанбыҙ, нисә һумға һәм  уны  алып барып еткереү тураһында отчет эшләй барабыҙ, – тине әңгәмәсем.

МХО-ға барыу тормошҡа ҡарашын да үҙгәртә

Эллина Суфийәнова тылда ғына ярҙам ойоштороп ҡалмай, тиҫтә тапҡыр гуманитар ярҙамды махсус хәрби операция биләмәһенә егеттәргә алып барған көслө рухлы ҡатын да ул.

Бер йыл тирәһе ирекмәнлек эше менән шөғөлләнгәндән һуң, 2023 йылдың августында Запорожьеға  мобилизацияланған егеттәргә гуманитар ылау алып бара. 

–  Унда барып, барыһын да үҙ күҙҙәрең менән күргәндән һуң,  ирекмәнлек эшенең ни тиклем мөһим булыуын  аңлайһың. Ундағы емереклектәрҙе күреү, яралы һалдаттар менән аралашыу эшебеҙҙең кәрәклеген нығыраҡ төшөндөрә.  Тәүге тапҡыр Запорожье яғында булдым. Яугирҙәрҙе күреп, уларға кәрәк-яраҡты, посылкаларҙы тапшырҙыҡ. Маскировка селтәрҙәренә ул ваҡытта һорау ҙур ине, 70–ләп селтәр, байтаҡ ағас материалдары алып барҙыҡ.

 Госпиталгә барыу ҙа эмоциональ яҡтан ҙур көсөргәнеш булды. Тәүге тапҡыр хирургия бүлегендә эшләнем. Унда ниндәй эш ҡушыла, барыһын да үтәйһең: ашай алмағандарҙы ҡалаҡтан ашатырға, процедураларға йөрөтөргә, ғөмүмән, барыһын да башҡарҙыҡ.

Икенсе тапҡыр яраларҙы ҡабул итеү бүлексәһендә булдым. Бында ла табип ҡушҡан бөтә ярҙам сараларын үтәнем.

Өсөнсө тапҡыр йыраҡ сәфәргә үҙем һымаҡ ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарҙы машинаға ултыртып, рулдә сығып киттем. Ул ваҡытта  эшемдән отпуск алырға тура килде, былай ғына сығып китә алмай инем. Бер тәүлеккә яҡын  рулдә барҙым, 21 сәғәт юлда булдым, өс сәғәт йоҡлап ял иттем.

Был юлы башҡа госпиталдә эшләнем. Минең менән барған ҡыҙҙарҙың  төрлөһө төрлө бүлеккә эләкте: береһе реанимацияла, икенсеһе – ҡабул итеү, өсөнсөһө – хирургия бүлегендә, миңә яраларҙы бәйләү хеҙмәтен башҡарырға тура килде. Иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем бер туҡтамай яраларҙы бәйләү менән мәшғүл булдыҡ.

Махсус хәрби операцияла булыуым, йәшәү менән үлем араһындағы һалдаттарҙы күреүем  холҡомдо нығытты. Беҙҙәге тыныс тормоштағы проблемалар хәҙер ваҡ бер мәшәҡәт һымаҡ күренә.

Бында - бер төрлө, унда башҡа бер тормош. Госпиталгә бушлай үҙ теләгебеҙ менән ярҙамға килеүебеҙгә тәүҙә ғәжәпләнеп ҡараусылар ҙа булды. Нисек итеп ауылдарҙа һалдаттарға маскировка селтәрҙәрен үргән  фотоһүрәттәрҙе күрһәттем, бынан да  яугирҙәрҙең күңеле тулды, – тип кисерештәре менән бүлеште Эллина.

Беҙҙең арабыҙҙағы ошондай ҡуш йөрәкле, ил ауырлығын үҙенеке һымаҡ  күңеленә яҡын ҡабул иткән, яугирҙәргә еңелерәк булһын өсөн бөтә тырышлығын һалған йәштәребеҙ – йәмғиәтебеҙ ғорурлығы.

Гәзитебеҙҙең ВК-төркөмөндә гүзәл заттар араһында  конкурс иғлан иткәс тә, уның фекерҙәштәренең күп булыуын күрҙек, изге эшенә ҡарата ихтирамды тойҙоҡ.

Көслө заттарға хас, күңел ныҡлығы  артабанғы тормошонда ла   яңынан-яңы маҡсаттарға илтер. Халҡыңа, йәнтөйәгеңә, илеңә кәрәкле булып йәшәү – үҙе ҙур бәхет. Яңы бейеклектәр үрләргә яҙһын һиңә, Бишбүләк ҡыҙы.

 Автор һәм Эллина Суфийәнова фотолары.

"Берҙәм булғанда, эш тә йылдам бара"
"Берҙәм булғанда, эш тә йылдам бара"
"Берҙәм булғанда, эш тә йылдам бара"
"Берҙәм булғанда, эш тә йылдам бара"
"Берҙәм булғанда, эш тә йылдам бара"
Автор:
Читайте нас