

Балалар баҡсаһы мөдире булып 2024 йылдың июленән Людмила Валерьевна Ильясова эшләй. Балалар баҡсаһында барлығы хеҙмeткәрҙәр — 11, тәрбиәләнеүселәр — 32 (өлкән hәм кесе төркөм). Был мәктәпкәсә учреждениела инициативалы тeрбиәселәр эшләй, заманса үҫеш программалары индерелә, хәүефһеҙ мөхит булдырылған, балалар hәм ата-әсәләр менән проект эшсәнлеге актив ҡулланыла. Бында тәрбиәләнеүселәр — республика hәм район конкурстарында даими ҡатнашыусылар. Ата-әсәләр һәм педагог-тәрбиәселәр етәкселегендә улар күп тапҡырҙар еңеүсе hәм призер булдылар. Быйыл «Моя театральная кукла» V Республика декоратив-ғәмәли ижад конкурсында Таhир Фәйзуллин 1 урынды яуланы. Әҙерлек төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр «Урал батыр: современный взгляд» төбәк-ара конкурсында «Мультфильм» номинацияһында еңеүсе булды. «Лего — Защитники Отечества» III фестивалендә балалар үҙҙәренең белемдәрен, фантазияларын, инженерлыҡ зирәклектәрен күрһәттеләр hәм районыбыҙҙың мәктәпкәсә ойошмалары командалары араһында икенсе урынды алдылар.
Балалар шулай уҡ төрлө спорт ярыштарында актив ҡатнаша. Улар мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн физик культура буйынса «Мы гагаринцы» олимпиадаһында призерҙар. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрелә ижади проекттарҙа, конкурстарҙа hәм ярыштарҙа әүҙем ҡатнашалар. 2025 йылда улар хореография жанрында иң яҡшы башөҡарыусылар булды: уларҙың вокалистар ансамбле «Письмо Победы» муниципаль мәҙәни үҙешсән халыҡ ижады фестиваль-марафонында еңеүсе булды. Битараф булмаған, ярҙамсыл хеҙмәткәрҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам ебәреүгә ҙур өлөш индерәләр. Патриотик тәрбиә биреү hәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау буйынса ҙур эш алып баралар. «Ләйсән» балалар баҡсаһы ишек алды таҙалығы һәм матур сәскә түтәлдәре менән иғтибарҙы йәлеп итә. Төрлө төҫтәге сәскәләр күҙҙәрҙе һөйөндөрә һәм уңайлы, яҡты hәм йәнлы итә. Былар барыһы ла әлеге ойошма хеҙмәткәрҙәренең ҙур хеҙмәте. Балалар баҡсаһы эстән хәүефһеҙ, инклюзив hәм технологик киңлек булып тора. Ижад, спорт өсөн заманча зоналар бар. Быйыл балалар баҡсаһында хеҙмәткәрҙәр көсө менән ремонт яһалды. Ремонт эштәре барышында коридорҙар, аҙыҡ-түлек блогы буялды, сантехника, люминесцент лампалар алыштырылды, һыу йылытҡыстары, балалар йыиhаздары ремонтланды. Балалар майҙансыҡтарында уйын конструкцияларының ағас өҫлөктәрен буянылар, бинаны hәм территорияны йыйыштырҙылар. Уңайлы атмосфера булдырыу өсөн күп көс һалынды. Оҙаҡламай «Ләйсән» балалар баҡсаһы балаларҙы hәр ваҡыт йылы hәм яҡты булған яңыртылған, матур балалар йортонда ҡаршы аласаҡ.
Зөлфиҙә МУЛЛАҒӘЛИЕВА.
Автор фотоһы.