Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Барыһы ла Еңеү өсөн
6 Август 2025, 11:22

Изгелектең юҡтыр сиктәре

Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советында йәшәүселәр махсус хәрби операциялағыларға ҙур ярҙам күрһәтә. 

Изгелектең юҡтыр сиктәре
Изгелектең юҡтыр сиктәре

“Бөтәһе лә Еңеү өсөн” төркөмөндә район ирекмәндәренең эштәре даими рәүештә яҡтыртыла бара. Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советында йәшәүселәр Еңеү өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй.  

Ауылдың "Умырзая" ирекмәндәр ойошмаһы аяҙ һәм ҡыҙыу көндәрҙе дөйөм эш өсөн мөмкин тиклем күберәк файҙаланырға тырыша. Ошо көндәрҙә Мөнирә Разум ҡыҙы, Зилә Ғамир ҡыҙы, Зөлфиә Миңнулла ҡыҙы, Зилүрә Рауил ҡыҙы, Рәсимә Миңләхмәт ҡыҙы, Илүзә Әнүәр ҡыҙы, Нәфисә Әнүәр ҡыҙы Азат Мөхәррәм улы менән берлектә үләндәр йыйыу өсөн яланға сыҡҡан. Улар башлыса тыуған төйәгебеҙҙәге мәтрүшкә, һары мәтрүшкә һәм кейәү үләндәрен йыйған. Был ваҡытта үҫемлектәрҙең япраҡтарында файҙалы матдәләр тупланған була, шуға күрә уларҙың файҙаһы һәм тәме сәйҙә мөмкин тиклем асыҡ була. Һөҙөмтәлә, тыуған яҡ ҡырҙарында үҫкән шифалы үләндәрҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн хуш еҫле үлән сәйе барлыҡҡа киләсәк.

Быйылғы йәй йомартлығы арҡаһында, шулай уҡ емеш-еләк тә мул уңышы менән һөйөндөрә. Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары Айытта йәшәүсе Флүрә Васил ҡыҙынан алмалар йыйып алып ҡайтҡан һәм ең ҡыҙғанып эшкә керешкән. Бындай ҡыҙыу көндәрҙә таҡтаға йәйелгән алма иҙмәһе бик тиҙ кибә. Күмәкләп тотонғас, эште лә тиҙ арала башҡарып ҡуйғандар. Изге күңелле гүзәл заттар яугирҙәргә ҡулдарын килгәнсә ярҙам итергә тырыша: кемдәрҙер йомортҡа килтерә, икенселәр – кейем-һалым, өсөнсөләр ҡайнатма. Ә бына тилбер ҡуллы Ҡасҡын ирекмәне Альмира Хәбированың бер көнө лә бушҡа үтмәй, ул ире йәки балалары менән шифалы үләндәр йыя, төрлө йәшелсәләр киптерә.

Үлән йыйымдары һәм киптерелгән ҡаҡ, йәшелсәләр район үҙәгенлдәге ярҙам йыйыу пунктына тапшырыла бара. Ҡатын-ҡыҙҙар әйтеүенсә, тыуған ерҙәрендә үҫкән үләндәрҙән сәй тәмләп ҡараған һәр яугирҙың тыуған йортон һәм уларҙы яратҡан һәм көткән яҡындарын иҫкә алыуы бик оҡшар.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА яҙып алды.

Фотолар https://vk.com/public204067658

Изгелектең юҡтыр сиктәре
Изгелектең юҡтыр сиктәре
Изгелектең юҡтыр сиктәре
Изгелектең юҡтыр сиктәре
Изгелектең юҡтыр сиктәре
Изгелектең юҡтыр сиктәре
Изгелектең юҡтыр сиктәре
Автор: Гумерова Л
Читайте нас