Ҡоро һәм эҫе һауа торошо аграрийҙарға мал-тыуарҙы аҫрау өсөн мал аҙығы әҙерләргә форсат бирҙе. Баҫыуҙарҙа һәм фермаларҙа төргәктәрҙең, эҫкерттәргә һалынған бесән көн һайын артып бара. Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы механизаторҙары һыуһыл йәшел массаны силос ямдарына һалыуҙа районда беренселәрҙән булып башлаған.
- Иртә яҙҙан уҡ йәйҙең ҡоро килеүе билдәле ине, шуға күрә сенаж массаһын һалыу өсөн булған күп йыллыҡ көнсығыш кәзә үләне баҫыуҙары янына 100 гектар һоло менән борсаҡ ҡатнашмаһы сәстек, - ти хужалыҡ етәксеһе Олег Рузаков. – Бесәнде 1500 төргәктән күберәк әҙерләнек. Ауыл хужалығы кооперативының барлыҡ хеҙмәт ветерандарына бушлай бесән тараттыҡ. Кооперативтың эшләүсе ағзаларына төргәктәр таратыуҙы башларға торабыҙ. Бесән әҙерләүҙә 270 гектарҙы сабыуҙа ун сезон рәттән үҙйөрөшлө “Массей-Ферпоссон” сапҡысында тәжрибәле механизатор Дмтрий Иванов эшләне, ике пресс-йыйғыста Егор Ефремов менән Геннадий Федоров айырылып торҙо, бесән һаҡлау урынында төргәктәрҙе төйәү һәм урынлаштырыу буйынса Виталий Степанов шөғөлләнде. Төргәктәрҙе водителдәр Александр Смолькин, Геннадий Тихонов һәм Александар Федоров ташыны.
Сиҙәкбаш һөтсөлөк-тауар фермаһына 800 баш самаһы һыйыр малы, 70 ат иҫәпләнә. Әлегә барлыҡ мал-тыуар йәйге лагерҙа аҫрала. Фермала сираттағы мал-тыуарҙы аҙбарҙа аҫрау сезонына әҙерлек башланырға тора. Быйыл һәр шартлы мал башына 35 центнерҙан кәм булмаған аҙыҡ берәмеге әҙерләүҙе иҫәпкә алып, хужалыҡта тупаҫ аҙыҡтың да, һыуһыл аҙыҡтың да дөйөм ихтыяжын һанағандар.
- Бесәнде 3000 центнерҙан күберәк, сенажды 12000 центнер әҙерләргә кәрәк, тип дауам итә Олег Никанорович. – Һөт-тауар фермаһында сенаж һалыу дауам итә. Йәшел массаны “Кейс-Магнум-310” сит ил тәгәрмәсле тракторында Игорь Иванов менән ДТ-75 тракторында Шәүкәт Вәлиәхмәтов тығыҙлай.
Ферма менән йәнәшә урынлашҡан баҫыуҙа мал аҙығы әҙерләү бригадаһы эшләй. Унда “Палессе К-G-6” комбай нында ҙур стажлы механизатор Александр Семенов айырылып тора. Ул йөҙ гектарҙан ашыу майҙанда көнсығыш кәзә үләне баҫыуын сапҡан. Ваҡланған массаның биш йөҙгә яҡын тоннаһын һөтсөлөк-тауар фермаһы территорияһына тағылмалы Т-150 К тракторында Алексей Федоров, КамАЗ үҙбушатҡыс автомобиль төрөндә Николай Миронов менән Андрей Алексеев ташыған. “Йәшел ураҡ” ағымы көндән-көн күберәк туплана бара.