XX быуат уртаһында иҡтисади үҫешкән илдәрҙә индустриаль туҡланыу сәнәғәте алға китте. Арта барған ҡала халҡын туйҙырыу өсөн яңы уңышты консервалау, рафинадлау, тиҙ туңдырыу ҡулланыла башланы. Был иһә ризыҡта витаминдарҙың, ферменттарҙың, микроэлементтарҙың юғалыуына килтерә, етмәһә, уға химик өҫтәмәләр ҡушыла. Тәғәмдәрҙә биологик әүҙем матдәләрҙең аҙайыуы, юғары калориялы аҙыҡтың (мәҫәлән, кәнфиттәрҙең) артыуы һимереү, юғары ҡан баҫымы, диабет, яман шеш кеүек сирҙәргә килтерә. Был үҙ сиратында Көнбайыш Европала, Америкала маҡсатлы рәүештә сәләмәт тормош алып барыу хәрәкәтенең көсәйеүенә, үҙенсәлекле туҡланыу, шул иҫәптән аҙыҡты бешермәй ашау менән мауығыусыларҙың күбәйеүенә сәбәпсе булды.
Аҙыҡты сей килеш ашау – уны йылыла, утта бер ниндәй эшкәртеүһеҙ (бешермәйенсә, ҡыҙҙырмайынса, томаламайынса, боҫта тотмайынса һ.б.) туҡланыу рәүеше. «Төп маҡсат – аҙыҡтың бөтә файҙаһын һаҡларға ынтылыу», – ти сей ризыҡ ашауҙы өҫтөн күреүселәр. Был диетаны даими ашау нормаһы итеп алыусылар: «Ғөмүмән, боронғо кеше әҙер аҙыҡ менән туҡлана алмаған, сөнки ҡырағай тәбиғәттә ҡыҙҙырылған, бешерелгән ризыҡ юҡ, шуға күрә тап сей ризыҡ биологик яҡтан тәбиғи һанала», – тигән фекер белдерә.
Туҡланыуҙың был системаһы бер нисә йүнәлешкә бүленә. Әҙерләнмәгән бөтә төр ризыҡты ашауға өҫтөнлөк биреүселәр рационға сей йә ҡаҡланған ит, балыҡ, диңгеҙ ҡыҫалаһы, креветка, шулай уҡ һөт, йомортҡаны ла индереүе мөмкин. Ҡайһы берҙә һөттән баш тарталар, ул сағында табынға үҫемлек аҙыҡтары, ит, балыҡ ҡуйыла. Ит менән балыҡты тулыһынса инҡар итеп, үҫемлек ризыҡтары, сей йомортҡа йәки һөт, һөт аҙыҡтары менән туҡланыусылар ҙа бар.
Иң киң таралғаны – өҫтәлдән ит, һөт, балыҡ, йомортҡа кеүек ризыҡтарҙы тулыһынса алып ташлап, сей үҫемлек аҙыҡтарын ғына ҡалдырыу. Киреһенсә, йәшелсә-емеште бөтөнләй аҙ ҡулланып, тик бешмәгән балыҡ, ит, йомортҡа, ҡыр хайуандары итенә күскән кешеләр ҙә юҡ түгел. Емеш-еләк, ҡыяр, помидор кеүек йәшелсәләрҙе генә ашап йәшәүселәр ҙә күп.
Был системаның ҡатнаш төрө хаҡында ла әйтеп үтәйек. Аҙыҡ ул осраҡта май, аҡһым, углевод, витаминдар, микроэлементтар миҡдарына ҡарап бүленә. Бер ашағанда оҡшаш ашамлыҡтар ғына (мәҫәлән, йәшелсәне йәшелсә менән, емеште емеш менән, еләкте сәтләүек менән, ит-һөт ризығын – бары тик шундай ризыҡ менән) ҡулланырға мөмкин. Монотроф туҡланыу тигәне бер ултырғанда бары тик бер сей үҫемлек тәғәме ашауҙан ғибәрәт. Мәҫәлән, тик алма йәки әфлисун менән һыйланалар, күпмелер ваҡыттан һуң – башҡа йәшелсә йә емеш менән.
Гел бешмәгән аҙыҡ менән туҡланыуҙың һаулыҡҡа ниндәй зыян һалыуы хаҡында һөйләгем килә. Ашҡаҙаныбыҙ целлюлозаны үҙләштереүгә яраҡлашмағанлыҡтан, эшкәртелмәгән үҫемлек күҙәнәктәренә бай сей аҙыҡ бик ауыр ҡабул ителә. Бының ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлегенең боҙолоуына килтереүе, мәҫәлән, фитобезоарҙар (үҫемлек күҙәнәктәре ризыҡ киҫәген уратып алып, төйөн хасил итә, унан төйөн ташҡа әйләнә) барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ризыҡты тик сей килеш ашауҙан теш эмале тиҙ сатнай. Ашҡаҙанда һәм эсәктәрҙә В12 витамины насар үҙләшеү сәбәпле, организм уға ҡытлыҡ кисерә, шулай уҡ омега-3 кимәле кәмей. Ҡатын- ҡыҙҙарҙың күрем циклы боҙола, ҡайһы берәүҙәрендә күрем бөтөнләй туҡтай. Тик сей аҙыҡтар менән туҡланыу бигерәк тә балалар, үҫмерҙәр, оло йәштәгеләр, буласаҡ әсәйҙәр һәм атайҙар өсөн зыянлы.
Медицина күҙлегенән ҡарағанда, сәләмәт кешегә диетала сикләүҙәр юҡ. Ләкин ауырыуҙарға төрлө ҡәтғи диеталар менән һынауҙар үткәрергә түгел. Ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәренән яфаланғанда уның лайлалы тышсаһын ҡуҙғытыусы сей йәшелсә, емеш-еләк ашарға ярамай, шулай уҡ аҙыҡты махсус эшкәртергә кәрәк. Мәҫәлән, ашҡаҙан, үңәс ауырыуҙарына тарыусыларға сей кәбеҫтә, шалҡан, торма, ҡуҙғалаҡ, шпинат, һуған, ҡыяр, бәшмәк, әсе, өлгөрөп етмәгән, күҙәнәктәргә бай емеш-еләк килешмәй.
Бауыр һәм ашҡаҙан аҫты биҙе сирҙәре ваҡытында сей бәшмәк, ҡуҙғалаҡ, ирәүән, һарымһаҡ, һуған, татлы борос, шәфәри, укроп кеүек үләндәрҙе, емеш-еләкте ашау тыйыла. Эсәк ауырыуҙары менән интегеүселәргә әсеү һәм сереүҙе көсәйткән, эсте күптергән эре күҙәнәкле сей емештәр, йәшелсәләр бик зарарлы.
Журнал уҡыусыларға: «Ниндәй диета тоторға уйлаһағыҙ ҙа, иң элек табипҡа мөрәжәғәт итеп, уның кәңәшен алығыҙ», – тиергә теләйем.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының
штаттан тыш баш гастроэнтерологы, юғары категориялы табип.