Дим буйҙары
-9 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Февраль , 07:01

Берҙәм көс менән

Районыбыҙҙа махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеү буйынса ҙур эштәр алып барыла. Был изге эштән Өаныҡай ауыл халҡы ла ситтә ҡалмай.  

Берҙәм көс менән
Берҙәм көс менән

Районыбыҙҙағы мәҙәниәт йорттары күңел асыу урыны ғына түгел, ә күптән инде ирекмәндәр штабына әүерелде. Ир-егетләребеҙ яҙмышына битараф булмаған Ҡаныҡай ауылының ҡатын-ҡыҙҙары ла махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйырға һәм маскировкалау селтәрҙәре үрергә тотондо һәм өс йыл дауамында бик әүҙем эш алып баралар. Тышта һауа торошо бик ҡыуандырмай, әлеге һалҡын көндәрдә ҙә бында эш туҡталып тормай.

- Бина газ менән йылытылыуға ҡарамаҫтан, бында ла йылы түгел, ҡыҙҙар өҫ кейемендә эшләргә мәжбүр, - ти ирекмәндәр штабы етәксеһе Әминә Миңдөғәли ҡыҙы. - Әлеге мәлдә махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн подсумкалар тегәбеҙ. Ул маскировка халаттарына ҡарағанда ла ҡатмарлыраҡ булып сыҡты, уны эшләргә өйрәнеү өсөн видеолар ҙа ҡараныҡ, Дүсән волонтерҙары янына оҫталыҡ дәресенә лә барҙыҡ. Хәҙер инде эштең айышына төшөндөк.

Берәүҙәр шаблон буйынса материалды киҫһә, икенселәр иһә тегә, шул арала бер-береһе менән кәңәшләшеп тә алалар, сөнки яңылышһаң, ҡабат эшләүе икеләтә ауыр. Тәҙрә янына ҡуйылған  теген машинаһы артында Мәрйәм Хәкимова менән Рима Нафиҡова буласаҡ подскумканың төрлө өлөштәрен тегеү менән мәшгүл ине.

- Кем белгән, кәрәге сығыр тип, әсәйем минең тыуған көнөмә “Подольск” маркалы аяҡлы теген машинаһы бүләк иткәйне, уны һатып, электр менән эшләгәнен алдым, Подсумканың ҡайһы бер элементтары ҡаты туҡыманан тора, уны электрҙыҡында тегеп булмай, - ти, ошо уҡ бинала китапханасы булып эшләгән Рима Ришат ҡыҙы эшенән айырылмай ғына.

Маскировка селтәрҙәре үреү өсөн кәрәкле материал менән беҙҙе Бишбүләкнең “Все для фронта” төркөмө тәьмин итә, шулай уҡ “Все для Победы” төркөмө үтенесе буйынса кәрәкле әйберҙәр әҙерләйбеҙ, ҡыҫҡаһы - ҡайҙа эш бар, шуны эшләйбеҙ. Мәҫәлән, һалдаттар өсөн мөһим булған танып белеү беләҙектәре әҙерләнек, ҡаптарға үлән сәйе тултырҙыҡ, госпиталдәге яралылар өсөн ҡыҙҙарыбыҙ носки-чехолдар бәйләне, мендәр тыштары, шортылар текте. Гуманитар ярҙамды  Бишбүләктәге ике төркөмгә илтеп бирәбеҙ. Беҙҙең иҫәптә бөгөн 101 маскировка селтәре, бер ҙурҙы (6+12 размерҙа) эшләнек. 20 “леший” костюмы әҙерләнек. Эшләп ҡараған кеше белә, был бик ваҡ эш, ҙур түҙемлек тәлап итә, ҡаптырма-фәләндәрен ҡул менән тегергә кәрәк. 7 дана “Зима” маскировка костюмы һәм 23 дронға ҡаршы одеялдар тектек. Шул ваҡытта өйҙән теген машиналарын алып килдек тә инде, - тип һөйләй  Әминә Абдрахманова. 

Был изге эшкә тотонған «Беҙ бергә» волонтерлар төркөмө тәүҙә үҙ хаталарында өйрәнеүҙәрен, тора-бара ғына «дөрөҫ» селтәр үрә башлауҙарын иҫкә ала. Уның ҡарауы хәҙер ысын хәрби экипировканың бөтә төрҙәрен, ә маскировка селтәрҙәрен етештереүҙең бар технологияһын һөйләп бирә алалар. Бында тәүге көндәрҙән үк Әминә һәм Луиза Абдрахмановалар, Нафиҡова Рима, Буранғолова Эльвира, Салихова Сәмиғә, Хәйруллина Светлана, Хәсәйенова Вәхизә, Хәкимова Мәрйәм, , Шакирова Илгизә, Муллағолова Розалия үҙ мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, дөйөм эш өсөн тырышлыҡ һала. Улар, яҡташтары фронтта улар өсөн борсолоуҙарын һәм уларҙы өйҙә көтөүҙәрен һиҙһен өсөн, һәр бер әйбергә үҙҙәренең күңел йылыһын да өҫтәйҙәр.

 Үҙебеҙ теләп сығабыҙ, МХО-лағы егеттәргә файҙабыҙ тейһен, тибеҙ. Һау-сәләмәт булганда, беҙгә бер ниндәй ауырлығы ла юҡ. Сәғәт 11-гә киләбеҙ ҙә 4-се яртыға ҡәҙәр эшләйбеҙ. Хеҙмәтебеҙ еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итһен, – ти, ауыл ирекмәндәре.

Изге эштең иртәһе-кисе юҡ, тигән кеүек, уның йәше һәм милләте дә юҡ. Посылкалар әҙерләгәндә, ауыл халҡынан балыҡсы ауҙары, пластик  һауыт-һаба кеүек әйберҙәрҙән алып, бал, варенье, бауырһаҡ, тәмләткестәр, өй туҡмасы һ.б. оҙатылған.  “Беҙ бергә” волонтерҙар ойошмаһы үҙгәреп  торған шарттарға һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ихтыяждарына ҡарап яраҡлаша.

–Һәр эште ойоштороу финанс сығымдар талап итеүен барыһы ла яҡшы белә. Ғәҙәттә, яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу тураһында ауыл чатында хәбәр итәбеҙ, бынан тыш, магазинға «Коробка добра» ҡуйыла, шунда теләгән һәр кем әйбер йәки аҙыҡ-түлек һала. Ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Йыйылған суммаға һалдаттарға кәрәк-яраҡтар алдыҡ, тиҙҙән 23 февралгә күстәнәстәр әҙерләйәсәкбеҙ, шулай уҡ күпме аҡса килгәнен һәм нимәгә тотонолғанына иҫәп-хисап яһап барабыҙ, - ти, был яуаплы эште үҙ өҫтөнә алған Ильвира Тәлғәт ҡыҙы.

Бер команда булып эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла ошо ауылға килен булып төшкән һәм улар бөгөнгө көндә мәҙәни тормошта ҡайнап йәшәйҙәр.

Ирекмәнлек – еңел эш түгел, ул эмоциональ һәм физик көсөргәнеш талап итә. Шуға күрә, беҙ эштән бушап, ял да итеп алабыҙ. Район ирекмәндәре менән тәбиғәткә сығабыҙ, шулай уҡ Светлана Хәйруллина һәм Вәхизә Хөсәйенова – Кырымда, ә Сәмиға Салихова Мәскәүҙә булды булды. Волонтерлар штабында йыш ҡына үҙебеҙ бешереп алып килгән тәм-томдар менән сәй эсәбеҙ, барыбыҙҙың ла тыуған көндәрен билдәләп үтәбеҙ. Мин уларға рәхмәтле, әүҙем эшмәкәрлеге өсөн күбеһе миҙал менән бүләкләнде, - тип белдерә Әминә Миңдеғәли ҡыҙы. 

Махсус хәрби операция башланған көндән үк Ватан һағына баҫҡан өс Ҡаныҡай егетенә әкренләп Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәр  ҡушылды, бөгөнгө көндә ауылдан алты кеше МХО биләмәһендә йөрөй. Бөгөнгө көндә селтәр үреүселәр яугирҙәр менән бәйләнеш тота. “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” девизы аҫтында эшләгән гүзәл заттар уларҙың һәм барлыҡ яугирҙәрҙең өйҙәренә иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләй.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.

 

Берҙәм көс менән
Берҙәм көс менән
Берҙәм көс менән
Автор: Гумерова Л
Читайте нас