-9 °С
Ҡар
Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбенең 8-cе класс уҡыусылары МХОла һәләк булған яугир ғаиләһенә ҡарҙы таҙартыу буйынса хеҙмәт десанты ойошторҙо. Балалар ысын көстөң берҙәмлектә һәм үҙ - ара ярҙам итеүҙә булыуын иҫбатланы.
Был көндә уҡыусылар Ҡунаҡҡол ауылында йәшәүсе Шәймәрҙәнова Диана Кәрим ҡыҙына ярҙамға килде, улар өйгә илтеүсе һуҡмаҡты һәм ихаталағы ҡар өйөмдәрен таҙартты, тәртип урынлаштырҙы, аралашыу һәм иғтибар бүләк итте. Үҫмерҙәр өсөн был сара өмә генә түгел, ә мөһимсара һәм патриотик ҡиммәттәрҙең реаль кәүҙәләнеше булып тора.
https://vk.com/club198377257