- “Йәшел Башҡортостан” Республика экология акция сиктәрендә, һәм БР территорияһында һыу объекттары торошон яҡшыртыу, балаларҙа һәм йәштәрҙә йәмғиәт әүҙемлеген һәм тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыу маҡсатында БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынад апрель аҙағында уҡ инеш һыулыҡтарҙың ярҙарын таҙартыу буйынса “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһын үткәреү тураһында бойороҡ сығарылғайны, ул 2018 йылдың 15 сентябренә ҡәҙәр дауам итәсәк.
Геннадий Александровичтың һүҙҙәренә ҡарағанда, беҙҙең район ситтә ҡалманы һәм “Рәсәй һыуы” акцияһына актив ҡушылды. Мәләүез йылғаҙы үҙәнен таҙартыу буйынса Ҡушйылға ауылы урта мәктәбе уҡыусылары ҙур эш башҡарҙы. Улар алты киломерҙан күберәк яр буйы биләмәһен һәм “Бишбүләк” ҡурсаулығы террриторияһынан ағып үтеүсе йылға тирәһен күнкүреш ҡалдыҡтарынан, сүп-сарҙан таҙартты. Ошондай уҡ эште Баҙлыҡ, Ҡыңғыр-Мәнәүез, Усаҡ-Кисеү, Бишбүләк урта мәктәптәре уҡыусылары ла башҡарҙы. 40-ҡа яҡын кеше – район хакимиәте, ҡаҙна учреждениелары, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе белгестәре Ҡыңғыр йылғаһын һәм шишмә ярҙарын таҙарттылар. Ҡандра-Күл ауылынан алып район үҙәгенә ингән ерҙәге быуаға ҡәҙәр сүп-сарҙы йыйып сыҡтылар. Бындай эш башҡа ауыл биләмәләрендә лә дауам итәсәк.