Дим буйҙары
+8 °С
Ямғыр
Общие статьи
30 Сентябрь , 06:06

Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге

Аҙнай ауылында йәшәүсе һоҡланғыс ғаилә – Ғәлиә һәм Миҙхәт Мөхәмәтшиндарҙың тормош һуҡмағынан парлап үтеүҙәренә – 50 йыл.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәгеКүркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге

Ғаилә башлығы Бишбүләк районының Аҙнай ауылында күмәк балалы Зәүзән Һәм Рәхим Мөхәмәтшиндарҙың ишле  ғаиләһендә донъяға ауаз һалған. Өс ҡыҙҙан һуң тыуған малай бәләкәйҙән үк тырыш, теремек булып буй еткерә.

- Һөнәр алыр ваҡыт еткәс, Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға керҙем һәм агроном һөнәре алдым.Ҡулыма диплом алыу менән мине армияға алып киттеләр. Боронғо йола буйынса, мине икмәк һынығын тешләтеп оҙаттылар. ике йыл ил алдындағы бурысымды үтәнем, - тип һөйләй ул.

Йәш белгес үҙенең хеҙмәт юлын тыуған яҡ баҫыуҙарында иген үҫтереүҙән башлай. Ошо осорҙа ул ауылға килгән уҡытыусы ҡыҙға күҙ һала һәм бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, Учалы ҡыҙы Ғәлиә Ғәли ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр.

- Беҙ ауылдашыбыҙ Рәфиә һәм Мәжит Миһрановтар менән бер көндә ЗАГС-ҡа керҙек. Туйыбыҙ ғына айырым булды, сөнки аралар йыраҡ ине, минең кәләшемдең туғандары тәүҙә поезда, шунан автобусҡа ултырып туйға килде, - тип йәшлек йылдарын иҫкә ала йорт хужаһы.

Миҙхәт ағай бөтә ғүмерен совхозда эшләүгә бағышлай, агроном да була, управлящий, рабочком кеүек яуаплы вазифаларҙы ла башҡара. Ә Ғәлиә Ғәли ҡыҙы 35 йыл ауыл балаларын уҡыта. Мөхәмәтшиндар намыҫлы ғүмер юлы үтеп, хаҡлы ялға сыҡҡандар.

Миҙхәт Ғәбдрәхим улың тирә-яҡта балта оҫтаһы тигән даны таралған, ауылдаштары араһында маҡсатҡа ынтылышлы булыуы, һәр эште еренә еткереп эшләүе менән  ҙур абруй ҡаҙанған. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, ул нимәгә генә тотонмаһын, шул ҡулынан килә.
- Әле лә хәтеремдә, ҡарттайым Мөхәррәм һәр ваҡыт ағастан нимәлер эшләй торғаны, ул бынан тыш, ауылда йәнлектәрҙең тиреләрен эшкәртеүсе берҙән-бер оҫта булды, уға тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәр йыш мөрәжәғәт итә ине. Өләсәйем менән олатайым бал ҡорттары ла үрсетте, бал айыртҡан ваҡытта был татлы ризыҡтан күрше-тирәгә лә өләш тейә ине. Атайым Бөйөк Ватан һуғышынан яраланып ҡайтҡан, шуға ҡарамаҫтан, уның шөғөлдәре хәтһеҙ ине: һунарға йөрөнө, балыҡ тотто. Ҡуян, төлкө, бурһыҡ тота, бер мәл хатта тере бүре алып ҡайтып, ауылдаштарын аптырата, - тип хәтирәләргә бирелә Миҙхәт ағай.

Миҙхәт Ғәбдрәхим улы ата-бабаларының кәсебен дауам итеп, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, ә ҡышҡыһын, бушыраҡ ваҡытта уның оҫтахаһында эшләгәненә тап булаһың. Зауыҡ менән эшләнгән эскәмйәләре ауыл урамына йәм бирә, ул яһаған йыһаздарҙан күңел йылыһы бөркөлөп тора. Һәр нәмәлә матурлыҡ күргән Миҙхәт ағайҙың ағастан яһаған әйберҙәре, талдан үргән кәрзиндәре йыш ҡына районда уҙған төрлө күргәҙмәләргә ҡуйыла. Ә семәрләп эшләгән һандыҡтарын килендәр ҡайһы ғына төбәккә алып китмәне икән?!

Һәр көндән йәм табып йәшәгән был күркәм пар тормошта барыһын да үҙ ҡулдары менән булдырған. Әле булһа, йорт-ҡураларын яңыртып, төҙөкләндереп торалар. Ихаталарында бөхтә, йәй көндәре баҡсалары мул уңыштан, аллы-гөллө сәскәләрҙән өҙөлмәй. Иң мөһиме, был ғаиләлә бәләкәйҙән ата-әсәгә хөрмәт, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләнгән. Улдары Илнар һәм Салауат ир-егеттәргә хас булғанса техник белем алған, хәҙер улар үҙ ғаиләләре менән йәшәйҙәр, ҡыҙҙары Лилиә - юғары белемле белгес, Өфө ҡалаһында эшләй. Әле мәктәптә белем алыусы ейән-ейәнсәрҙәре  лә, йыш ҡына шылтыратып, олатай, өләсәйҙәренең хәлен һорашып, үҙҙәренең уңыштары, ҡаҙаныштары менән уртаҡлашып торалар. 

Ғүмерҙәрен тыуған еренә хеҙмәт итеүгә бағышлаған Мөхәмәтшиндар әле лә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ауылда үткән өмәләрҙән, мәҙәниәт йортондағы сараларҙан ситтә ҡалмайҙар.  “Хазина” халыҡ фольклор ансамблендә шөғөлләнә. Коллектив менән район, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Мәғариф ветераны Ғәлиә Ғәли ҡыҙы күптән түгел волонтер таныҡлығы ла алған. Ауыл ағинәйҙәре менән бергәләшеп мәктәпкә йыйылып, берҙәм көс менән еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереп, махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн маскировка селтәрҙәре, дрон юрғандары, май шәмдәре, үлән сәйҙәре әҙерләйҙәр, төрлө тәмле-татлы ризыҡ бешереп оҙаталар.

Ярты быуат элек бергә уртаҡ оя ҡороп, балалар үҫтереп, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн дә бергә татып, оло тормош юлы үткән дан ғаилә парына артабан да бәхетле, ырыҫлы, һау-сәләмәт булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.

Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Автор:Гумерова Л
Читайте нас