Дим буйҙары
+8 °С
Дождь
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29

Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде

Бишбүләк районында «Бишбүләктең биш туйы» күләмле проектын тормошҡа ашырыу дауам итә

Добавить в предпочтительные источники Google
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелдеАҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде

Районыбыҙҙа төрлө милләт вәкилдәре үҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап, берҙәм татыу йәшәй. Быны «Бишбүләктең биш туйы” этномәҙәни проектында асыҡ күрергә мөмкин. Аҙнай мәҙәниәт йортонда ”Барығыҙҙы ла туйға саҡырабыҙ” исемле фольклор-тематик программа ҙур уңыш менән үтте.

Халҡыбыҙҙың килен төшөрөү, һыу юлын күрһәтеү, килен һандығы асыу, ҡоҙаларҙың күстәнәсен сығарыу кеүек туй  йолалары бөгөнгө көнгә ҡәҙәр һаҡланып килә. Йәш киленгә телең балдай татлы,майҙай йомшаҡ булһын тип теләк теләп, бал-май ҡаптыралар. Ә аяҡ аҫтына йомшаҡ мендәр һалалар, ул борон-борондан өйҙә йомшаҡ тормош юлы һәм именлек символы булып һаналған. “Хазина” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Р.Б.Шәймәрҙәнова) уны бар тулылығында күрһәтте, бында шаян йыр-таҡмаҡтар ҙа, изге теләктәр ҙә яңғыраны.

Был көндә мәҙәниәт йортона килеүселәр өсөн күргәҙмә ойошторолғаны: төрлө йылдарҙағы туй кейемдәре, һөлгөләр, алъяпҡыстар, бәхетле миҙгелдәрҙе сағылдырған фотоальбомдар, милли ризыҡтар менән тулы өҫтәл.

Сараны алып барыусылар Ф.Шөғәйепова һәм Рита Шәймәрҙәнова тамашасылар менән бергә башҡорт-татар туйҙарының төп этаптарын иҫкә төшөрҙө, туйҙан һуң яңы туғандарҙың нисек аталыуын хәтерҙә яңыртты, шулай уҡ боронғо ырым-юрауҙар телгә алынды. Ауыл ағинәйе Люциә Мырҙаханова элек туйҙарҙың киң ҡолас менән һәм бик күңелле үтеүен мауыҡтырғыс итеп һөйләне.  

Байрамға килгән ғаилә парҙарының сығышы бик тә әһәмиәтле булды. «Мөхәббәт пар ҡанатлы булһа ғына бәхет килтерә», – тигән бер аҡыл эйәһе. Шөкөр, ауылыбыҙҙа оҙаҡ йылдар парлап ҡанат ҡағып йәшәүселәр бар. 65 йыл иңгә-иң ҡуйып йәшәүсе Люциә һәм Тимербулат Мырҙахановтар, быйыл алтын туйҙарын билдәләүсе Рәфиә һәм Мәжит Миһрановтар, шулай уҡ Ғәлиә һәм Миҙхәт Мөхәмәтшиндар килде. Улар ҙур йылылыҡ менән саф хистәр бөрөләнгән мәлдәрен, туй маршы яңғыраған алыҫ, бәхетле көн тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ғаилә парҙары йәштәргә ихлас теләктәрен дә еткерҙе. 

Бер нисә быуатлыҡ тарихы булған халҡыбыҙҙың йолалары бик күп. Быуындан быуынға тапшырылып килгән ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ - халҡыбыҙҙы милләт итеп йәшәтеүсе хазина ул.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

автор фотолары. 

Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Автор:Гумерова Л
Читайте нас