Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Июль 2018, 16:59

“Башинформ” хәбәр итә

“Башкирская кругосветка” тыуған яҡты өйрәнеү туристик маршрут энтузиастарҙы көтә

Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе тарафынан Башҡортостан Республикаһында 2018 йылда “Башкирская кругосветка” тыуған яҡты өйрәнеү туристик маршрут ойошторылған, уның аналогы Рәсәй төбәктәренең береһендә лә юҡ. Ул тағын бер туристик бренд булдырыуға һәм төбәк территорияһында авто-мото-велотуризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе хәбәр иткәнсә, маршрут республиканың дүрт сикке нөктәһенә барыуҙы күҙ уңында тота, улар аҡлы-зәңгәрле сик буйы бағаналары төрөндә стела менән билдәләнгән, уларҙа географик кординаттар һәм Башҡортостандың географик үҙәге күрһәтелгән. Төньяҡ стела – Яңауыл, көньяҡ –Ейәнчура, көнбайыш – Баҡалы, Көнсығыш Учалы районында урынлашҡан.

Географик үҙәк Ғафури районының Ерек ауылы янында урынлашҡан. Унда шулай уҡ иҫтәлекле билдә урынлаштырылған.

Проектта Рәсәй һәм сит илдең теләһә ҡайһы кешеһе йәш сикләүҙәрһеҙ ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың бурысы – республиканың барлыҡ географик сикке, һәм бишенсе нөктәһе – географик үҙәктәге билдәләнеүсе стела янында булыу һәм улар янында фотоға төшөү. Быларҙан тыш, туристар һәр райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында булып, иҫтәлекле урындары менән танышырға, биш – Яңауыл, Баҡалы, Ғафури, Ейәнсура һәм Учалы райондарының һәр береһе буйынса бер нисә һорауға яуап бирергә тейеш. Проект шарттарын үтәгән ҡатнашыусылар жетондар һәм “Башкирская кругосветка” сертификаты менән бүләкләнәсәк.

Үткәреү ваҡыты:

“Башкирская кругосветка” проекты йыл һайын үткәрелә һәм түбәндәге регламенты бар:

1 июндән алып 1 ноябргә ҡәҙәр – Башҡортостандың ҡырағай географик нөктәләрендә булыу,

15 ноябргә тиклем - “Башкирская кругосветка” проекты тураһында бирелгән һорауҙар һәм фотоһүрәттәр менән отчет тәҡдим итеү – һылтама буйынса урынлаштырылған.

15 ноябрҙән алып 30 ноябргә ҡәҙәр – йомғаҡ яһау.

20 декабргә ҡәҙәр – бүләкләү ҡаралған.

Отчеттар Рус география йәмғиәте Башҡортсотан бүлексәһенең [email protected] электрон почтаһына “Башкирская кругосветка” билдәһе менән ебәрелә.

Рус география йәмғитәенең төбәк бүлексәһе башҡарма дирекцияһының контакттары:

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы бүлексәһе: 450006 86, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 86, 206-208 офистар. Телефондар:8 (347) 285-03-80, 246-60-99.

Әлим Фәизов.
Читайте нас: