Дим буйҙары
+1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июль 2018, 16:46
Яныңда өлкән кеше булһын
Балаға дүрт-биш йәштә сағында уҡ йөҙөү күнекмәләрен өйрәтә башларға кәрәк. Иң мөһиме – түҙемлек, иғтибарлылыҡ һәм янында өлкән кешенең булыуы.
Йөҙөргә өйрәнеү өсөн бик тәрән дә, үтә һай ҙа булмаған һыу ятҡылығын һайларға кәрәк. Ағын урын түгел икән, айырыуса һәйбәт. Һыу төбөнөң ҡомло, тигеҙ булыуы яҡшы. Тәрәнлеге – бил тәңгәленән. Тәүҙә һыу аҫтында торорға, дөрөҫ һулыш алырға өйрәнеү мөһим.
Балалар, һыуҙа бик һаҡ булырға кәрәк¬леген онотмағыҙ. Бата башлағанығыҙҙы тойоу менән ҡулдарығыҙҙы йәйеп, арҡаға ятырға тырышығыҙ. Һулағанда һауаны тәрән итеп йәһәт кенә алығыҙ, ә сығарғанда – яйлап.
Аяҡ-ҡулды көҙән йыйырған хәлдә иң башта ҡурҡыуҙы еңергә кәрәк. Яҡын-дағыларҙы ярҙамға саҡырығыҙ. Әгәр бер кем дә юҡ икән, тиҙ генә йөҙөп, ярға етергә ашыҡмағыҙ. Киҫкен хәрәкәт көҙәнде көсәйтә генә. Тәрән тын алып, арҡаға ятығыҙ, тынысланығыҙ. Көҙән тотҡан аяҡты йәки ҡулды ҡыбырлатмаҫҡа тырышып, ярға табан йөҙөгөҙ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"