Дим буйҙары
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Июль 2018, 13:26

Яңы маҡтаулы исемдәр

Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы” һәм “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән ике өр-яңы һөнәри маҡтаулы исемде ғәмәлгә индерҙе.

“Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы” исеме йәмғиәттә ватан журналистикаһының абруйын арттырыу, халыҡта социаль яуаплылыҡ тойғоһо һәм граждан позицияһы тәрбиәләү, Рәсәйҙең ижтимағи, сәйәси, мәҙәни тормошондағы ваҡиғаларҙы, эске һәм тышҡы сәйәсәт проблемаларын, халыҡ-ара мәсьәләләрҙе объектив яҡтыртыу, ил халыҡтарының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу һәм тулыландырыу, журналистикала автор стилен булдырыу, Рәсәйҙең мәҙәни һәм тарихи мираҫын, рус телен, Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау, танытыу, квалификациялы кадрҙар әҙерләү өлкәһендәге тырыш хеҙмәте өсөн журналистарға, киң мәғлүмәт саралары мөхиррирҙәренә бирелә.

Кремль сайтында билдәләнеүенсә, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы” маҡтаулы исеме, ҡағиҙә булараҡ, һөнәри эшмәкәрлек башланғандан алып 20 йыл үткәс бирелә. Шул уҡ ваҡытта был кешенең федераль йәки төбәк дәүләт власы органдарының, Рәсәй Журналистар союзының наградалары менән бүләкләнеүе шарт. “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеменә элемтә, киң мәғлүмәт саралары һәм киң коммуникациялар өлкәһендәге шәхси хеҙмәттәре өсөн лайыҡ булалар.