

"Хәүефһеҙлек мәктәбе"ярыштары программаға ярашлы үткәрелде һәм ҡуйылған маҡсаттарға өлгәште: команда рухын нығытыу, туристик күнекмәләрҙе үҫтереү һәм уҡыусылар араһында әүҙем йәшәү рәүешен популярлаштырыу.
Ярыштың бөтә этаптары ла уңышлы үтте, ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар сараның юғары әҙерлек кимәлен билдәләне. Иң мауыҡтырғысы - "Янғын эстафетаһы" этабы булды, уны БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығының 68-се янғын һүндереү ойошмаһы етәксеһе И. Б. Маликов үткәрҙе. Бынан тыш, балалар "Ҡаршылыҡтар полосаһы ","Хәүефһеҙлек мәктәбе, "Атай, әсәй, мин - турист ғаиләһе" кеүек плакаттар конкурсы һ.б.
Өлкән йәштәге төркөм:
1 урын - Бишбүләк 1-се мәктәбе;
2-се урын - Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбе;
3-сө урын - Бишбүләк 2-се мәктәбе.
Кесе йәштәге төркөм: :
1 урын - Бишбүләк 1-се мәктәбе;
2-се урын - Бишбүләк 2-се мәктәбе.;
3-сө урын - Ҡушйылға мәктәбе.