

Был көндәрҙә Бишбүләк юл идараһы участкаһы юлсылары район үҙәгенең Үҙәк урамын эштән сыҡҡан ҡатламдарын һәм Бишбүләк — Приют юлындағы электр подстанцияһы янындағы соҡорҙарҙы эҫе асфальт менән ремонтлау буйынса эш алып баралар. Юлсылар юлдың торошон күҙәтәләр һәм уны тәртипкә килтерәлер, барлыҡ юлсылар өсөн хәүефһеҙлекте, уңайлы юл йөрөүҙе тәьмин итәләр. Юлға ремонт яһалыуы хаҡында юл мастеры Рәмис Шәрифуллин һөйләне.
Беҙҙең юл эшселәре бригадаһы көн һайын эш сменаһында ике тиҫтә тоннанан артыҡ эҫе асфальт һала. Асфальтты беҙ Бәләбәй ҡалаһынан КамАЗ автомобиле менән китеребеҙ, — тине Рәмис Рауил улы. — Эшкә алты берәмек техника йәлеп ителгән. Үҙәк урамда беҙ ремонт эштәрен теүәлләнек тип әйтергә мөмкин. Ул ауылға ингән ерҙә, быуа һәм яғыулыҡ станцияһы янында урынлашҡан район үҙәгенең иң йәнле юл сатына ҡәҙәр 317 метрҙа иҫке асфальттың эштән сыҡҡан ҡатламдарын юғары сифатлы итеп төҙөкләндерҙек. Хәҙер эшселәр Бишбүләк — Приют юлындағы соҡорҙарҙы ремонтлауға күстеләр. Был участокта планлы ремонт эштәре юлды ун биш километрлы киҫемтәһенә иҫәпләнгән. Һауа торошо эшләргә мөмкинлек бирә, ә бригаданы кәйефе яҡшы. Юл эшселәре Александр Иванов, Батыр Хәкимов, Нәфис Низамиев, Батыр Серикович — барыһы да бик тырышып хеҙмәт итә. Юл техникаһында тәжрибәле кадрҙар эшләй. Каток машинисы Фомин Сергей күп йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә, бетонда — Рамиль Фәткуллин, МТЗ-82 тракторы менән фрезала Илвир Фәтхетдинов эшләй. Водителдәр булып КамАЗ-да Степанов Владимир эшләй һәм Иванов Михаил УАЗ-фермер автомобилендә вахта йөрөтә. Мин, бригада эшендә туҡтап тороуҙар hәм өҙөклөктәр булмаһын өсөн, башҡарылған ремонт эштәренең сифатын күҙәтеп барам. Беҙҙең эш юлдарҙы машина йөрөтөүселәр өсөн хәүеф-хәтәрһеҙ итeр hәм юлдар насар булыу сәбәпле юл-транспорт hәләкәте килеп сығыу мөмкинлеген булдырмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ. Ул сағында беҙҙең адресҡа шелтәләр ҙә булмаҫ.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.