Дим буйҙары
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Июль 2018, 18:52

Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда

Бәхет ул – һайлау. Мин уны теләһә ҡайһы ваҡытта, теләһә ҡайһы урында яһай алам. Мине ни бары уйҙарым бәхетле йәки бәхетһеҙ итә, тышҡы ваҡиғалар быға ҡаршылыҡ була алмай. Уйҙар менән идара итәһегеҙ икән, тимәк, бәхет менән идара итәһегеҙ тигән һүҙ

Ҡараш көсө

Минең бәхетем тормошҡа мөнәсәбәтемә, ҡарашыма бәйле. Аҡылым быға ни тиклем көйләнгән һәм әҙер, шул тиклемгә бәхетлемен. Яҡшы һөҙөмтәгә ышанасаҡмын һәм уны тормошҡа ашырасаҡмын.

Тән көсө

Хәрәкәт хистәргә йоғонто яһай. Физик күнекмәләр яһау стресты еңеләйтә һәм тәндә үҙебеҙҙе яҡшыраҡ тойорға ярҙам иткән химик реакциялар булдыра. Мөмкин булғанса йышыраҡ шөғөлләнеү мөһим, иң яҡшыһы – көн һайын, кәм тигәндә – ярты сәғәт. Нимә менән туҡланыуыбыҙ ҙа хәл-торошобоҙға йоғонто яһай. Ҡәһүә, ҡаты сәй, алкоголь, шәкәр һәм яһалма өѕтәлмәләргә бай аҙыҡ-түлек файҙаланыуҙы кәметергә тырышығыҙ. Күберәге йәшелсә, емеш-еләк, ҡуҙаҡлылар һәм үѕтерелгән бойҙайлы аҙыҡ ашағыҙ.

Тормоштоң

бер мәл генә булыуы көсө

Бәхет йылдар, айҙар, аҙналар, көндәр эсендә түгел, уны хатта бер мәлдә генә лә табырға мөмкин. Һәр йәшәлгән осорҙан иң яҡшыларын һайлап ала белергә тейешбеҙ. Мөмкин тиклем күберәк яҡшы хәтирәләрегеҙ булһын. Уларҙы иѕкә төшөрөп кенә лә бәхет хисен татырға була. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: һәр яңы көн – яңы башланғыс, яңы тормош башы.

Күҙ алдына килтереү көсө

Кеше үҙе тураһында нисек уйлай, ул – шундай, тиеүселәр бар. Әгәр мин үҙем менән ҡәнәғәт түгелмен икән, тимәк, тормошом менән дә ҡәнәғәт түгелмен. Шуға күрә һығымта ябай: бәхетле йәшәгең килә икән, иң тәүҙә үҙең менән ҡәнәғәт булырға өйрән. Һәр бер кеше үҙенсәлекле. Был донъяға килеүең менән генә лә һин – еңеүсе, сөнки тап һин өс йөҙ мең миллиард “дәғүәсе” араһында еңгәнһең.

Маҡсат көсө

Маҡсаттар тормошобоҙға мәғәнә һәм йөкмәтке бирә. Әгәр маҡсат бар икән, ғазаптарҙан ҡотолоу түгел, ә ҡәнәғәтлек кисереүгә әҙерләнәбеҙ. Маҡсат арҡаһында беҙ көн һайын иртән түшәктән тороп алға барабыҙ, улар ауыр осорҙо еңеләйтә, ә яҡшыларын тағы ла татлыраҡ яһай. Маҡсаттарығыҙҙы ҡағыҙға яҙып ҡуйығыҙ һәм даими уҡып тороғоҙ. Быны уяныу менән, көн дауамында һәм йоҡлап китер алдынан эшләргә кәрәк.

Көлөү көсө

Юмор хисе стресты еңеләйтә һәм бәхет хисен уята. Теләһә ниндәй осраҡта ла ныҡлап эҙләһәң, ҡыҙыҡ, көлкөлө яҡтарҙы табырға була. “Был хәлдә нимә насар?” тигән һорау урынына, “Бында нимәһе ҡыҙыҡ йәки ҡыҙыҡ була алыр ине?” тигән һорау ҡуйығыҙ. Ваҡ-төйәк өсөн хафаланмағыҙ. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: тормоштоң күп өлөшө ваҡ-төйәктән тора!

Ғәфү итеү көсө

Ғәфү итә белеү – Ысын Бәхет ишеген аса торған асҡыс. Әгәр һеҙҙә үпкә һәм күрә алмаусанлыҡ хисе бар икән, бәхетле булып булмай. Иѕегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең кемгәлер үпкәләүегеҙҙән ни бары үҙегеҙ генә яфаланаһығыҙ. Хаталар һәм уңышһыҙлыҡтар тормош дәрестәре булып тора. Башҡаларҙы ғәфү итегеҙ. Үҙегеҙҙе үҙегеҙ ғәфү итегеҙ.

Бирә белеү көсө

Үҙеңә нимәлер алыу менән бәхетле булып булмай. Ул – кешеләргә бирә белеүҙә һәм ярҙам итеүҙә. Башҡаларға ни тиклем күберәк шатлыҡ һәм бәхет бүләк итәбеҙ икән, үҙебеҙгә шунан да күберәген алабыҙ. Һине уратып алғандарға көн һайын бәхет бүләк итеү менән үҙеңде лә бәхетлерәк тойорға була.

Мөнәсәбәттәр көсө

Тормош сифаты башҡалар менән мөнәсәбәттәрҙән тора. Бер кем дә кешеһеҙ утрауҙа яңғыҙы йәшәмәй. Һәр беребеҙҙә башҡаларҙа мохтажлыҡ бар. Яҡын мөнәсәбәттәр һәйбәт ваҡыттарҙы тағы ла яҡшыраҡ итә, ә ауырҙарын еңелерәк кисерергә ярҙам итә. Уртаҡлашылған шатлыҡ – икеләтә шатлыҡ, уртаҡлашылған проблема – ярты проблема.

Ышаныс көсө

Ышаныс – Ысын Бәхеттең нигеҙе. Ышанысһыҙ оҙайлы бәхет була алмай. Ул кешеләргә ышанысты арттыра, күңелде икеләнеү, шикләнеү, ҡурҡыу кеүек алама хистәрҙән азат итә
Читайте нас в