Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Август 2018, 20:25

Уяу булығыҙ

Хәүефле ситуацияларҙа әлеге кәңәштәр һеҙҙең үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итер

Террорсылыҡ актына плдан әҙерләнеү мөмкин түгел. Уны булдырмаҫҡа йәки уның һөҙөмтәләрен кәметергә генә мөмкин.
Күп кеше йыйылған сараларҙа, популяр күңел асыу урындарында, гипермаркеттарҙа, аэропорттарҙа һәм вокзалдарҙа айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк.
Шикле кешеләргә, предметтарға, теләһә ниндәй шикле ваҡ-төйәккә иғтибар итегеҙ. Барлыҡ шикле әйбер тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итегеҙ. Таныш булмаған кешеләр һәм автомобилдәр пәйҙә булыуға, тоҡ һәм тартмалар бушатыуға айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Ташлап ҡалдырылған, һүтелә башлаған, оҙаҡ ваҡыт файҙаланылмаған транспорт тураһында район хакимиәттәренә һәм урындағы үҙидара органдарына хәбәр итегеҙ.
Таныш булмаған кешеләрҙән пакет һәм сумкалар алмағыҙ. Үҙегеҙҙең багажығыҙҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ. Бинанан резерв сығыу юлдарын һәр ваҡыт белешегеҙ. Нимә генә булһа ла, паникаға бирешмәҫкә тырышығыҙ.
Яуыз ниәтле кешеләр тарафынан шартлатҡыс әйберҙәре ҡулланғанда, нимә эшләргә ярай һәм ярамай:
Ҡулдан яһалған шартлатҡыс ҡоролмалар көндәлек тормошта күҙгә ташланмай.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: предметтың тышҡы күренеше уның ысын тәғәйенләнешен йәшерергә мөмкин. Ҡулдан яһалған шартлатҡыс ҡоролмаларҙың камуфляжы сифатында иң ябай көнкүреш предметтары ҡулланыла: сумка, пакет, тартма, уйынсыҡ, бушаған һыра, һут һауыты, мобиль телефон һ.б.
Бындай предметтарҙы транспортта, басҡыс майҙансыҡтарында, фатир ишеге янында, учреждениеларҙа һәм йәмәғәт урындарында. Онотоп ҡалдырылған һәм хужаһыҙ әйберҙәрҙе йәмәғәт урындарында күрһәгеҙ, яҡында булған кешеләрҙән уның кем тарафынан ҡалдырылыуы тураһында белешегеҙ. Нисек тә был әйберҙең кем ҡалдырылғанын асыҡларға тырышығыҙ. Әгәр хужаһы асыҡланмаһа, был турала полиция бүлексәһенә йәки Берҙәм дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ.
Шикле әйберҙе учреждениела күрһәгеҙ, табылған әйбер хаҡында шундуҡ администрацияға хәбәр итегеҙ.
Экстрен хеҙмәттәр саҡырыу телефондары:
Экстрен хеҙмәттәр саҡырыуҙың берҙәм телефондары – 112 (Берҙәм дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәте), 01 (дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәте).
Янғын хеҙмәте – 01 (стационар телефон), 001,101 (мобиль телефон).
Полиция – 02 (стационар телефон), 102 (мобиль телефон).
Ашығыс медицина ярҙамы – 03 (стационар телефон), 103 (мобиль телефон).
Газ хеҙмәте – 04 (стационар телефон), 104 (мобиль телефон).
Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идараһы ышаныс телефоны: 8 (347)251-21-11.
Рәсәй Тикшереү комитетының Тикшереү идараһының ышаныс телефоны: 8 (347)251-62-51.
Эске Эштәр министрлығының БР буйынса ышаныс телефоны: 128 (Өфө ҡалаһы коды 347).
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идараһының ышаныс телефоны - 8 (347) 233-99-99.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлеге: 8 (347) 2-11-45.
Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идараһының Бәләбәй ҡалаһындағы бүлексәһе - 8 (34786) 4-12-97.
Виталий СЕРГЕЕВ,
мобилизация әҙерлеге һәм гражданлыҡ оборонаһы ғәҙәттән тыш хәлдәр секторы мөдире.
Читайте нас: