Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Август 2018, 13:51

Өҙөклөк булмаҫҡа тейеш

Льготалы граждандарҙы дарыу менән тәьмин итеү проблемаһы хәл ителде

Ошо көндәрҙә Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров, төбәктәге льготалы категорияға ҡараған граждандарҙы дарыу менән тәьмин итеү проблемаһы тулыһынса хәл ителде, был йәһәттән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов биргән күрһәтмә тулыһынса үтәлде, тип белдерҙе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы ваҡыт­та ауыр сирҙәрҙән яфаланған, ҡим­мәтле дарыуҙарға мохтаж граж­дандарҙы федераль һәм төбәк льготалары буйынса медицина препарат­тары, махсус аҙыҡ-түлек менән тәь­мин итеүҙә өҙөклөк хасил була. Бы­ның сәбәбе ябай: был эште ойоштороу төбәк вәкәләттәренә ҡарай, әммә бындай препараттарҙың үтә ҡиммәтлеге арҡаһында ҡайһы саҡта төбәктәр финанслау йөкләмәһен тулыһынса үтәй алмай йә иһә эште ойоштороуҙағы етешһеҙлектәр ҡамасаулай.
Ошо йәһәттән күптән түгел республика Башлығы Рөстәм Хәмитов кәңәшмә уҙғарып, уның йомғаҡтары буйынса 1 июлгә төбәк һәм федераль льготалар менән файҙаланған граждандарҙы медицина препараттары менән тулыһынса тәьмин итеү бурысы ҡуйылғайны.
Кәңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров:
— Бөгөн бүленгән ассигнование сиктәрендә федераль льгота буйынса барлыҡ рецепттар дарыу менән тәьмин ителгән. Төбәк льготаһы буйынса ла рецепттарҙың тәьминәтен кисектереү юҡ, – тине.
Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, льготалы дарыуҙар тәьминәтендә өҙөк­лөк тыуыуҙың сәбәптәре бер нисә. Тәү сиратта былар – ғариза­ларҙы формалаштырыуҙы, конкурс процедураларын үткәреү ваҡытын боҙоу; федераль льготалар өсөн бүленгән аҡсаның һуңлап килеүе. Әлбиттә, ғәйеплеләр тейешле язаһын алырға тейеш. Министрлыҡта эске тикшереү үткәрелгәндән һуң, уның йомғаҡтары буйынса яуаплы вазифа биләгән хеҙмәткәр эштән буша­тылған, бер нисәһенә дисциплинар яза бирелгән.
Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо буйынса ошо йүнәлеш өсөн өҫтәмә рәүештә 300 миллион һум аҡса бүленгән, улар ағымдағы йыл­дың икенсе яртыһында орфан сирҙәр менән яфаланған пациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә йүнәлтеләсәк.
Һандарға килгәндә, быйыл льготалы категориялы граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн республика бюджетында 1,7 миллиард һум ҡаралған (2017 йыл менән сағыштырғанда, был 594 миллион һумға күберәк).
Әйткәндәй, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа орфан ауырыуҙарҙың исемлеген киңәйткән закон проектын ҡабул итте. Был сир­ҙәрҙе дауалау федераль ҡаҙнанан финанслана. Яңы закон республика ҡаҙнаһына төшкән көсөргәнеште кәметәсәк, айырма уртаса 300-ҙән 600 миллион һумға тиклем тәшкил итәсәк.
Әнүәр Бакиров республикала махсус автоматлаштырылған программаны формалаштырыуҙың тамамланыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был ғәмәл пациентты иҫәпкә ҡуйыуҙан башлап льготалы препаратты алғанға тиклем күҙәтеп барырға һәм өҙөклөктәргә юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә.
Автор: Г. САЛАУАТОВА.
Читайте нас в